Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
1 Июнь 2020, 18:30

Бик кәрәкле доғалар

Бала уҡырға киткәндәРабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри. Мәғәнәһе: “Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла!” Ауырып киткәндә...

Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә

Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.
Мәғәнәһе: “Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ”.

Ауырып киткәндә:

Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә.

Мәғәнәһе: “Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Бисмил-ләһ. Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәр әрнеүҙән ҡасып, Аллаһтың бөйөклөгөнә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам”. (Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, дин ғалимдары был доғаны ете тапҡыр уҡырға ҡушҡандар.)

Бала уҡырға киткәндә

Рабби йәссир үә ләтүғассир рабби тәммим бил-хайри.
Мәғәнәһе: “Әй, Раббым! Еңеләйт, ауырайтма. Башлаған эшемде хәйерле итеп тамамла!”

Читайте нас: