Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
29 Май 2020, 18:35

Хәҙис шәрифтәр

Ишеткән бер нәмәне һөйләп йөрөү – гонаһлы булыу өсөн етеп кенә тора. Ике донъяла ла иң бәхетһеҙ буласаҡ әҙәм балаһы – ул кешеләрҙең рәнйешен алыусы, ғәйбәт һөйләүсе, нахаҡ бәлә тағыусы.

Ишеткән бер нәмәне һөйләп йөрөү – гонаһлы булыу өсөн етеп кенә тора.

Именлек менән сәләмәтлек – ике бөйөк ниғмәт. Күп кешеләр бының ҡәҙерен дә белмәй, шөкөр ҙә итмәй.

Үҙеңә лә һәм башҡаларға ла зыян килтермә.

Берәү гонаһ эшен йәшереп ҡылһа, гонаһын үҙе күтәрер. Әммә гонаһлы эште күрәләтә кешеләр алдында ҡылһа, улар уны туҡтатмаһа, бының зыяны ла, гонаһы ла шундағыларҙың һәр береһенең өҫтөнә төшөр.

Ҡиәмәт көнөндә иң күп гонаһлылар – бер файҙаһыҙға юҡ бар нәмә һөйләп, кеше көлдөрөүселәр.

Әҙәм балаларынан һәр кем хаталанып ҡына тора, хаталаныусыларҙың иң яҡшылары – тәүбә итә белгәндәр

Кемдең дә булһа аманатын һиңә тапшырғандар икән, үтә.

Ике донъяла ла иң бәхетһеҙ буласаҡ әҙәм балаһы – ул кешеләрҙең рәнйешен алыусы, ғәйбәт һөйләүсе, нахаҡ бәлә тағыусы.

Читайте нас: