Бына Рамаҙан айына ла аяҡ баҫтыҡ. Был ай, һис шикһеҙ, һәр мосолмандың тормошонда ҙур роль уйнаған төп ай. Иртәнге намаҙҙан киске аҙанға тиклем ураҙа тота. Рамаҙан – рухи яҡтан үҫеш һәм изге эштәр мәле. Тап ошо айҙа иманыңды үҫтерер өсөн көс туплар, таҙарынынр осор етә.
Быйыл, үкенескә күрә, беҙгә пандемияға бәйле үҙизоляцияла булырға тура килә. Әммә был беҙҙең иманыбыҙға, ниәтебеҙгә тәьҫир итергә тейеш түгел. Һәр ауырлыҡтан һуң еңеллек килә. Был турала онотмайыҡ.
Ураҙа тотор алдынан әҙерлек тә талап ителә. Изге айҙы уңышлы үткәрер өсөн Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты кәңәш иткән кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ:
1. Һаулыҡ. Һаулыҡ менән проблема килеп туһа, йә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, ураҙа тотмаҫҡа ла мөмкин. Әммә һауыҡҡандан һуң ҡалдырған ураҙаларығыҙҙы тотоп ҡуйыр кәрәк була. Ураҙа тотоуҙан аҡылы зәғифтәр, балалар, сирлеләр, оло йәштәгеләр, сәфәрҙәгеләр, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындар азат ителә.
2. Зәҡәтте һанап ҡуйығыҙ. Зәҡәт түләүгә бурыслылар (килеменә һәм милегенә һалым түләгән) алдан иҫәпләп ҡуйыу зарур. Хәҙер зәҡәт суммаһын иҫәпләүсе калькуляторлы бик күп ҡушымталар бар. Бөтә донъяла карантин булған заманда ололар һәм яңғыҙҙарға ярҙам иткән ирекмәндәр өсөн булдырылған хәйриә фондына күсерергә мөмкин. Мәҫәлән, "Ватан" хәйриә фонды (Instagram: @bf_vatan). Зәҡәтте Сбербанк Онлайн аша 8(987) 037 82 32 телефоны йә 4276 0600 7497 9165 карта номерына «ЗАКЯТ», тигән билдә менән күсерергә була.
БР БФ «ВАТАН» (РОДИНА) РБ фондына зәҡәт күсереү өсөн реквизиттар:
ИНН: 0274947805,
ОГРН: 1190280042556,
КПП 027401001,
Р/С: 40703810700000713582,
Банк: АО «ТИНЬКОФФ БАНК»,
БИК: 044525974,
К/С: 30101810145250000974
3. Тәүәрих намаҙ. Тәүәрих намаҙына мәсеткә йыйылыу -- изге йолаға әүерелеп өлгөрҙө. Әммә карантин заманында был мөмкин түгел. Нисек кенә булмаһын, был беҙҙе тәүәрих намаҙынан азат итмәй. Уны ғаиләгеҙ менән үҙ аллы уҡырға ла мөмкин.
4. Изге ғәмәлдәр. Беҙ үҙебеҙҙе тотошобоҙ менән башҡаларға өлгө булыуыбыҙ тураһында онотоп та ебәрәбеҙ. Изге Рамаҙан айында һәр инанған кеше мөмкин тиклем күберәк изгелектәр эшләргә тырыша. Быны тап бөгөндән башларға була. Мәҫәлән, ирекмән булыу, мохтаждарға ярҙам итеү. Диниә назараты "Мохтажды ашат" акцияһын башлай. Диниә назараты ирекмәндәре мохтаждар исемлегенә индерелгән аҙыҡ-түлек наборын, кафе йә ресторандан заказдарҙы адрестарға алып барыуҙы ойоштора. Ирекмән булыу өсөн +7 905 1 800 800 телефонына шылтыратығыҙ.
5. Нәсихәттәр. Карантин һәм үзизоляция осоро – ул үҙ өлгөбөҙҙә иман юлына балаларыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы, ирҙәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы, күршеләребеҙҙе иман юлына баҫтыра алабыҙ. Ваҡытығыҙҙы бушҡа үткәрмәгеҙ, ғаиләгеҙ менән яңы ниндәй ҙә булһа файҙалы эшкә өйрәнегеҙ, туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, күптән уйлап та, ваҡыт еткерә алмаған эштәр менән шөғөлләнегеҙ, күстәнәстәр ебәрегеҙ, ас хайуандарҙы ашатығыҙ, мохтаждарға ярҙам итегеҙ, ифтар менән һыйлағыҙ. Ышанығыҙ, карантин осоронда ла бик күп изге эштәр башҡарырға мөмкин.
https://dumrb.ru/ramadan-nam-blagom-dan/