Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
14 Февраль 2020, 22:15

Хикмәтле хикәйәттәр

Көндәрҙән бер көндө, бәндәләрҙең маҙаһына тейеп йөрөмәһен тип, Баязид Бистами иблисте сынйырҙар менән бығаулап ҡуя. Быны күреп, шайтандар ҙа бәндәләрҙе аҙҙырыуҙан тыйылып тора. Шул саҡта бөтә әҙәмдәр донъя эштәрен ташлап, ғибәҙәткә генә бирелә. Мосолмандың ғибәҙәттә лә, хеҙмәттә лә тырыш булырға тейешлеген онотоп һәр көн итмештәренә зыян килтереп, улар фәҡирлеккә төшә...

Бер саҡ шулай кешеләр ауылда бөтә эттәрҙең үлем бөткәнен күреп шаҡ ҡата. Әүлиәләренә килеп бының сәбәбен белергә теләйҙәр. Бер аҙ уйланып торғандан һуң әүлиә әйтә: “Эттәрҙең үлеп бөтөүендә һеҙең өсөн берәр хикмәт, ҡотолоу юлы барҙыр, тип өмөт итәм”.
Икенсе төндә бөтә әтәстәр үлеп бөтә. Тағы ла әүлиәгә киләләр һәм тағы ла шул яҡ яуапты алалар: “Уларҙың үлемендә һеҙҙең өсөн берәр ғибрәт барҙыр тип өмөт итәм!”
Шул саҡ аранан берәү: “Хөрмәтлем! Эттәр – беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр – мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?”-тип һорай. “Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки”,-тип кенә яуап бирә әүлиә.
Өсөнсө төндә тағы бер бәләгә тарый ауыл халҡы: ут тоҡандыра алмайҙар. “Ниндәй бәләгә юлыҡтыҡ һуң?”-тип аптырай халыҡ. Бәләләрҙең сәбәбе иртән асыла.
Төнөн был төбәккә юлбаҫарҙар килеп сыға. Күрше ҡәүемдәрҙе баҫып алып, талап, хурлыҡҡа төшөрөп йөрөгәндән һуң улар был ҡәүем йәшәгән ауылға килеп етә. Киләләр: эт өргән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишетелмәй, ут әҫәре күренмәй. Бында кеше заты юҡтыр, бер эш тә барып сыҡмаҫ тип, юлбаҫарҙар ауылды ситләп үтә. Халыҡ үҙе лә иҫән ҡала, мал-мөлкәтенә лә зыян килмәй...

Хорасан батшаһы Ғабдулла ибн Таһир ғәҙел кеше була. Бер ваҡыт уның ярандары бер нисә юлбаҫарҙы тотоп ала ла, юлда килгәндә үк уларҙың береһен ҡулдан ысҡындыра. Һәм бер аҙҙан аҡланыу ниәте менән уның урынына һуңлап ҡына өйөнә ҡайтып килгән бер тимерсене тотоп килтерәләр һәм төрмәгә ябып ҡуялар. Тотҡонда булыуына ҡарамаҫтан, йыуына һалып тимерсе намаҙға баҫа. Ҡулдарын күтәреп: “Йә Раббым, мине был бәләләрҙән ҡотҡар!”-тип доға ҡыла.
Ҡала хөкөмдарын да йоҡо алмай был төндө. Йоҡлап китеүе була, дүрт бәһлеүән төшөнә инеп урын-ерен әйләндерә башлай. Тороп, намаҙ ҙа уҡып ҡарай, әммә был төшө яңынан ҡабатлана.
Төрмә хужаһын саҡырып ала.
- Тотҡондар араһында ғәйепһеҙ кеше юҡмы?
- Белмәйем, - ти төрмә хужаһы, - береһе намаҙ уҡып, доға ҡылыуҙан туҡтамай, күҙ йәштәрен түгә.
Был кешене алып килергә бойора батша. Килгәс барыһын да һорашып белә, үҙенең ғәйебен танып, ғәфү үтенә:
- Ниндәй үтенесең булһа ла һора,- тип мең көмөш тә бирә.
- Һинең ирекһеҙҙән эшләгән был ғәйебеңде ғәфү итәм, бүләк итеп биргән көмөштәреңде лә алам, әммә үтенес менән килеп йөрөмәм,- ти тимерсе.
- Ни өсөн? -тип аптырай батша.
- Минең һымаҡ бер бәндә хаҡына һинең урын-ереңде, түшәгеңде әйләндереп торған Раббымдан башҡа бер кемдән дә ярҙам һорай алмайым.
Көндәрҙән бер көндө, бәндәләрҙең маҙаһына тейеп йөрөмәһен тип, Баязид Бистами иблисте сынйырҙар менән бығаулап ҡуя. Быны күреп, шайтандар ҙа бәндәләрҙе аҙҙырыуҙан тыйылып тора. Шул саҡта бөтә әҙәмдәр донъя эштәрен ташлап, ғибәҙәткә генә бирелә. Мосолмандың ғибәҙәттә лә, хеҙмәттә лә тырыш булырға тейешлеген онотоп һәр көн итмештәренә зыян килтереп, улар фәҡирлеккә төшә.
Фәҡирлекте дин хупламай. Шайтан ҡытыҡлап ҡына тормағас, был мосолмандар көн итеүҙәрҙәге тырышлыҡтың бәрәкәтек тормошта уҡ килеп, ғибәҙәттәге тырышлыҡтарҙың әжере Ахирәткә ҡалыуын онотоп ебәрә.
Был хәлдәрҙән ғәжиз ҡалған Бистами иблисте тағы бәйҙән ысҡындыра. Әҙәмдәр тағы донъя эштәренә ҡайта.

Тирә-йүндә яманаты сыҡҡан бер яуыз кеше була. Бөтә төр насарлыҡтарға бирелеп, бөтә ғүмерен боҙоҡлоҡта үткәрә ул. Аллаһы Тәғәләнән ҡәһәрҙең был кешегә бер һүҙһеҙ килеп етерен тойоп һәм ҡурҡып, хатта ишек алдындағы ағас та ҡороп бөтә, уның гонаһ шомлоғонан үләндәр үҫмәҫ була. Көндәрҙән бер көндө боҙоҡлоҡ эшләп йөрөгән еренән ҡайтып килгәндә ул илап торған баланы күреп ҡала. Күңеле йомшарып уға ағастан бер ботаҡ өҙөп бирә. Бала илауҙан туҡтай. Баланың күңелен күрә белгәне өсөн Аллаһ был яуыздың бөтә гонаһтарын ярлыҡай, үҙенең һөйкөмлө бәндәләренең береһенә әйләндерә. Был хәлдән баҡсалағы ағас та йәшелеккә күмелә.

Киркирә атлы бер кеше Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм ғаиләһендә хужалыҡ эштәрен алып бара. Ул үлеп ҡалғас пәйғәмбәребеҙ: “Уның урыны – утта! Өҫтөнә йөн елән кейгән хәлдә мин уны йәһәннәмдә күрҙем”,-тип белдерә.
Аптырап ҡалған сәхәбәләр Киркирәнең өйөнә китә һәм өйҙә ... табыш малы бүлгәндә йәшереп ҡалдырылған йөн кейем табалар.
“Бер ваҡытта ла ҡомһоҙ булмағыҙ! - тип өйрәтән пәйғәмбәр. Һеҙгә тиклем йәшәгәндәр үҙҙәренең ҡомһоҙлоғо сәбәпле һәләк булды. Ҡомһоҙлоҡ уларҙы ас күҙде булырға мәжбүр итте, улар ас күҙлегә әйләнде; ҡомһоҙлоҡ уларҙы ҡәрҙәштәре менән араларҙы өҙөргә мәжбүр итте, улар араларҙы өҙҙө; ҡомһоҙлоҡ уларҙы гонаһ эшләргә этәрҙе, улар гонаһ эшләне”.
(С. Суҡбаевтың “Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр” китабынан).
Читайте нас: