Һәр бер мосолман саҙаҡа бирергә тейеш. Әгәр саҙаҡа бирергә малы, байлығы, мөмкинлеге булмаһа, эшләп мал (байлыҡ) тапһын да, шул тапҡанынан саҙаҡа бирһен. Әгәр ҙә был эшкә көсө етмәһә, фәҡирлектә, ярлылыҡта йәшәгәндәргә ярҙам күрһәтһен. Әгәр ҙә был да хәленән килмәһә, изгелек, яҡшылыҡ эшләргә өндәүсе булһын. Һис булмаһа, насарлыҡ, яманлыҡ эшләүҙән тыйылып торһон, башҡаларҙы тыйып торһон. Уның өсөн дә был саҙаҡа булыр.Хәйер-саҙаҡа биреүҙән бәндәнең малы кәмемәй, киреһенсә, арта.
Нахаҡҡа йәбер-золом күргәнен күреп, шуға сабырлыҡ күрһәткән кешенең Аллаһы Тәғәлә алдында дәрәжәһе арта. Кем дә булһа берәү һораныу менән шөғөлләнһә, Хоҙай уның бәрәкәтен юҡҡа сығарыр, ярлылыҡ, фәҡирлек ишеген асыр.Аллаһы Тәғәлә барлыҡ яҡшы ғәмәлдәрҙе һәм насар эштәрҙе билдәләп ҡуйған.
Әгәр бер кеше яҡшы ғәмәл ҡылырға ниәт итеп тә, уны ҡыла алмаһа, Аллаһы Тәғәлә был кешегә ул эште үтәгән кеүек сауап яҙа. Әгәр был кеше яҡшы ғәмәл ҡылырға ниәт итеп, уны үтәһә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан был кешегә йөҙ сауап һәм унан да күберәк һәм артығыраҡ сауап яҙыр.
Әгәр ҙә кем дә булһа насар эш ҡылырға уйлап, уны эшләүҙән тыйылып торһа, уға сауап яҙыла.
Кәсептең иң хәйерлеһе – хәйләһеҙ булған сауҙа һәм кешенең ҡул, аҡыл көсө менән мал табыуы.
Һис бер ата үҙ балаһына күркәм холоҡтан артығыраҡ бүләк бирә алмаҫ.
Алдашыуҙан һәм ялғандан һаҡланығыҙ. Сөнки ул – Йәһәннәм ҡапҡаларының береһе.
Һине изге ғәмәлең, ҡылған яҡшы эштәрең ҡыуандырһа, күңелеңә рәхәтлек бирһә, ә инде эшләгән насар эштәрең, ҡылған гонаһтарың, хаталарың күңелеңде рәнйетһә, бошондорһа, ҡайғыртһа – һин иманлы бәндә, мөьминһең.
Берәү малдары һәм холоҡтары менән үҙенән өҫтәгеләргә ҡыҙығып ҡарай икән, үҙенән түбәндәгеләргә лә күҙ һалһын.
Өс төрлө кешенең доғаһы – ата-әсәһенең балаһына ҡылған доғаһы, мосафирҙың һәм рәнйетелгән кешенең доғалары, һис шикһеҙ, ҡабул ителер.