* Ислам – ғилем менән көслө
* Иманды күңел менән ҡеүәтләп тороу – ағастың тамыры.
* Иманды телең менән әйтеп, ғәмәлдәрең менән нығытып та тороу – ағастың олоно, ботаҡтары, сәскәләре, емештәре.
* Яҡшы ағас татлы емешен күп итеп биреп торған кеүек, сәләмәт тамырҙар ҙа игелеккә сәбәп кенә булып тора.
* Ислам – ул иман менән нығытылған ғәмәл генә түгел, ғәмәл менән нығытылған йәшәү рәүеше лә.
* Бәндә өсөн иң ҙур хазина – үҙенең раббыһын таный белеүе.
* Аллаһты таныу ғилеменә эйә булған кеше Уның үҙ ризалығына лайыҡ булып, ҡулынан да, теленән дә бер кем дә зыян күрмәҫлек итеп йәшәй ҙә белә.
* Аллаһ беҙҙе яралтып бар иткән, үҙебеҙгә етерлек йәшәү сығанаҡтарын биргән, Үҙ тәрбиәһенән, үҙ хәстәрлегенән мәхрүм итеп, яңғыҙ ҡалдырмаған. Күңелебеҙҙе иман нуры менән тултырған, ғибәҙәт һәм тереклек өсөн тәнебеҙгә көс-ҡеүәт, игелекле юлдарға ғына файҙаланып өлгөрөү өсөн юл биргән.
* “Яҡшылыҡ теләгән кешеһенә Аллаһ динде аңлау һәләте һәм зирәк аҡыл бирә”.
* “Аллаһҡа яҡынайырға мөмкинлек биргән зекер, кешене ғилемгә өйрәткән ғалим һәм төрлө фәндәрҙе өйрәнергә тырышҡан шәкерт ҡаршыһында был фани донья үҙе лә, Ер ҡуйынында булған бөтә байлыҡтар ҙа бер тин тормай”, -- тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
* “Донъя тормошо йоҡо кеүек кенә, -- тигән, -- Мәүләнә, рәхмәтулла ғәләйһи, -- был донъяла мал-мөлҡәте күп, дәүләте оло булған кеше төшөндә хазина тапҡан бай миҫалында. Быуындан-быуынға күсә килһә лә, донъя малы ул бары бер ерҙә тороп ҡала. Бөтә нәмәнән моңһоҙ булып ятҡан гөнаһлы бәндәнең йәнен алырға тип килгән үлем фәрештәһе йоҡоһонан уятҡас ҡына ул күпме ғүмерен, күпме көсөн түгеп йыйған малының үҙенеке булмауын аңлап, ҡабат-ҡабат үкенер булһа ла, үткән ғүмерҙе кире ҡайтара алмаҫ”.
* “саҙаҡа биргәндән йомарт кешенең малы кәмемәҫ”
* Байлыҡтың иң яҡшыһы – Ахирәттәге байлыҡ, тормоштағы байлыҡтың иң яҡшыһы – Аллаһ бойорғандарға буйһоноп йәшәй белеү.
* Ҡәнәғәтлек – ул йән һәм күңел мөхите.
* Мосолман – ул йомарт һәм киң күңелле кеше.
* Йомартлыҡ, мохтажлығы булған һәр кемгә ярҙам итеү ул – имандың татлы бер емеше, күңелдә урын алған мәрхәмәт-шәфҡәттең гүзәл бер сағылышы.
* “Оялсанлыҡ менән буш һүҙҙәрҙән баш тарта белеү – имандың, ә оятһыҙ һүҙҙәрҙән айырыла белмәү һәм тел биҫтәһе булыу – ике йөҙлөлөктөң – монафиҡлыҡтың ике тармағы”.
* Донъя тормошо – төш кеүек кенә.
* “Әгәр ҙә кеше үҙендәге нәфрәттән арына лаһа, күңелен дә, зиһенен дә еңеллек менән байыта алыр”.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла.