Бөтә яңылыҡтар
Дин һәм иман
8 Июнь 2018, 19:26

Ҡәҙер кисе

Был изге айҙа бер бөйөк төн бар. Беҙҙә уны ҡәҙер кисе тип атайҙар. Был төндә изге Ҡөрьәнде Жәбрәил фәрештә аят-аят итеп пәйғәмбәр Мөхәммәткә еткерә башлай һәм ул 23 йыл буйына дауам ителә. Һәм иң һуңғы Әл-Баҡара сүрәһенең 183-се аяты пәйғәмбәр вафат булыуға 9 көн ҡалғас ҡына уға индерелә.

Был изге айҙа бер бөйөк төн бар. Беҙҙә уны ҡәҙер кисе тип атайҙар. Был төндә изге Ҡөрьәнде Жәбрәил фәрештә аят-аят итеп пәйғәмбәр Мөхәммәткә еткерә башлай һәм ул 23 йыл буйына дауам ителә. Һәм иң һуңғы Әл-Баҡара сүрәһенең 183-се аяты пәйғәмбәр вафат булыуға 9 көн ҡалғас ҡына уға индерелә. Ҡөрьәндә был кискә бағышланған Әл-Ҡадр сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Был кисә мең айҙан да хәйерлерәк». 1000 ай ул 83 йылға тиң. Йәки оҙаҡ ғүмер ҡылған бер кешенең ғүмере ул. Тимәк, беҙ ҡәҙер төнөн ғибәҙәттә үткәрһәк, 83 йыл буйы ғибәҙәт ҡылған һымаҡ булабыҙ. Ҡәҙер кисе беҙҙә шарт буйынса 26-сы Рамаҙандан 27-һенә ҡараған төндә, йәғни 10 июндән 11 июнгә ҡараған төндә булырға тейеш тип фараз ителә. Әммә пәйғәмбәр әйтте, уны Рамаҙан айының һуңғы 10 көнлөгөндә 21, 23, 25, 27, 29-сы төндәрҙә эҙләгеҙ, тине. Был төндә мәсеттәргә йыйылып, йәмәғәт булып, ауыҙ асып, аҡшам, төнгө намаҙ һәм тәрәүих, тәсбих намаҙҙары ҡылып, Ҡөрьән уҡып һәм зикр үә доғала булып һәм сәхәр ашап, иртәнге намаҙ уҡып ҡайтһаң, изге ғәмәле үҙегеҙгә генә файҙалы булыр. Рамаҙан айы доғалар ҡабул була торған ай. Ә был кистә доғалар икеләтә тиҙерәк ҡабул булыр, тип әйтелә хәҙистә. Аллаһы Тәғәләгә беҙҙең яҙмышыбыҙ алдан уҡ билдәле, әммә төндө ғибәҙәттә үткәреп доға ҡылһаҡ, яҙмышыбыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер Иншаллаһ. Кемдеңдер гонаһы күп ярлыҡаныр, бурысың булһа, уйламаған ерҙән бәрәкәт килер һәм бурысыңды ҡапларһың. Балаларығыҙҙың тормошонда иман, рәхмәт үә бәрәкәт юлы асылыр.
Ә иң хәйерлеһе, әлбиттә, ожмахҡа эләгеүеңде һорауҙыр, мөхтәрәм йәмәғәт. Рамаҙан айының һуңғы 10 көнлөгөндә иғтиҡаф тигән төшөнсә бар. Нимә ул иғтиҡаф? Ул бер көндән алып 10 көнгә тиклем ир-аттарға мәсеттә йәшәү ҡаралған. Был ваҡытта тик дини ғилем алып һәм ғибәҙәттә булыу кәрәк. Донъя мәшәҡәтенән әҙәм балаһы был көндәрҙә баш тарта. Мәсеттән тышҡа тик хәжәтен үтәргә, ризыҡ алыу өсөн сығырға йәиһә берәй туғаны, күршеһе йә танышы вафат булһа ғына сығып килергә рөхсәт ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар ихтиҡафты өйҙәрендә ҡыла ала. Мәсеткә килеп бер нисә сәғәт ихтиҡаф ҡылыу ҙа дөрөҫ була.
15 июнь көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа Баймаҡ мәсетендә һәм районыбыҙҙың бөтә иман йорттарында ла Ураҙа ғәйете үткәрелә. Барығыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә булып, ике донъя бәхетенә ирешергә насип әйләһен. Амин.


Изге теләктәр үә доғалар менән –

Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт.

Читайте нас: