Уны ҡайын һыуы сығып, бөрөләр тулыша башлағас та йыйырға кәрәк.
Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлдә йыйыла һәм ҡоро урында киптерелә. Ҡояш нурҙары төшмәгән ҡоро һәм еләҫ урында киптерергә кәрәк. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре 2 йыл буйы шифаһын юғалтмай.
Ҡайын бөрөһө микробтарға ҡаршы көрәшеү, ҡанды туҡтатыу, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә, көслө бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
Төнәтмәне әҙерләү: 2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөһөн 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1-әр аш ҡалағы эсергә.
Тамаҡ ауыртҡанда ике ҡалаҡ ҡайын бөрөһөнә 50 грамм аҡ май ҡушып болғатырға һәм талғын утта бер сәғәт тоторға. Йылы килеш һөҙөп алып, 0,2 грамм шыйыҡ бал ҡушып бутарға. Көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Ҡайын бөрөһөнөң әсеһе күп кенә паразитҡа оҡшамай. Биш-ете бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, яҡынса 20 минут ҡайнатырға. Һыуынғас та һөҙөп, тәүлегенә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы – өс аҙна.
Ҡайын бөрөһөн гастрит булғанда, быуындар һыҙлағанда,папилломаларҙан ҡотолоу өсөн, бөйөр ауыртҡанда ла ҡулланалар.
Сәләмәт булайыҡ! Тәбиғәт биргән шифаларҙы ҡулланайыҡ!
Сығанаҡ: tanburz.ru
Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында эшләнелде: kandinsky-download-1712897089821