Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
3 Июнь 2023, 10:50

Сәй әҙерләйбеҙ

Хуш еҫле сәйҙе һәр кем яраталыр. Ә бына уларҙы файҙалы ла, тәмле лә итеү өсөн яныбыҙҙа үҫкән үләндәрҙе, төрлө япраҡтарҙы ҡулланырға була. Хәҙер уларҙы киптереп әҙерләп алыу өсөн иң яҡшы мәл. 

Сәй әҙерләйбеҙ
Сәй әҙерләйбеҙ

Хуш еҫле сәйҙе һәр кем яраталыр. Ә бына уларҙы файҙалы ла, тәмле лә итеү өсөн яныбыҙҙа үҫкән үләндәрҙе, төрлө япраҡтарҙы ҡулланырға була. Хәҙер уларҙы киптереп әҙерләп алыу өсөн иң яҡшы мәл. 

Шулай итеп, файҙалы сәй әҙерләү өсөн ниндәй үләндәр кәрәк?  Шуларҙың бер вариантын тәҡдим итәм.

Миңә иң нығы ҡарағат япраҡтары оҡшай. Улар сәйгә шул тиклем хуш еҫ бирә һәм витаминдарға ла бик бай. Урман, һыу буйҙарына сыҡҡанда ҡарағат үҫһә, мотлаҡ уларҙың япраҡтарын йыйып алығыҙ. Баҡса ҡарағатынан улар көслөрәк була.  Әммә баҡса ҡарағатының япраҡтары ла сәйгә һәйбәт. 

Тағы ла кесерткән, юл япрағы, үгәй инә үләне, һары мәтрүшкә, ромашка сәскәһен, клеверҙы киптереп алырға була. 

Уларҙы иртәнсәк ҡояш ныҡ ҡыҙҙырмаҫ элек йыябыҙ. Күләгәлә, әйләндереп-әйләндереп киптерәбеҙ. Үләндәр тулыһынса кипкәс уларҙы ыуалап бергә ҡушабыҙ. Был ҡатнашманы быяла һауытта һаҡларға кәнәш итәм. Ул саҡта үләндәр оҙаҡ ваҡыт хуш еҫен юғалтмай. 

Был үләндәрҙең үҙен генә айырым йә ҡәҙимге сәйгә ҡушып, сәй итеп эсәбеҙ. Ҡыш буйы үҙебеҙҙең тыуған ерҙән һут алған, витаминлы сәйегеҙ булыр. Бәхетле булайыҡ!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: