Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
2 Март 2023, 15:35

Тәҙрә төбөмдә ... әсе борос

Төп талап әсе боросто 3 – 4 сәғәт ҡояш яҡтыһы менән тәьмин итергә кәрәк...

Тәҙрә төбөмдә ... әсе борос
Тәҙрә төбөмдә ... әсе борос

Әсе боросто тәҙрә төбөндә лә үҫтереп була. Ул матурлығы менән дә, зыянлы бактерияларҙы үлтереүе менән дә айырыла.

Төп талап әсе боросто 3 – 4 сәғәт ҡояш яҡтыһы менән тәьмин итергә кәрәк. Ике-өс айҙан әллә ни ҙур булмаған ҡуйы ҡыуаҡ үҫеп сыға. Әсе борос бер урында биш йылға тиклем уңыш бирә ала.

Өйҙә уңыш алыу өсөн үҙе һеркәләнә торған һәм иртә өлгөрөүсе сорттарын алығыҙ.

Шулай уҡ сифатлы тупраҡ әҙерләү, ҡышын 1 – 2 сәғәт өҫтәмә яҡтылыҡ булдырыу, тупраҡтың кибеүенә юл ҡуймау, уңыш бирә башлағас, туҡландырыуға ҙур иғтибар бирегеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: