Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
22 Ғинуар 2023, 14:00

Һоло кеҫәле

Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә...

Һоло кеҫәле
Һоло кеҫәле

Һоло кеҫәле ашҡаҙан, бөйөр һәм бауыр өсөн бик файҙалы. Ул хатта үттәге, һейҙек ҡыуығындағы ташты ваҡлай, ҡан тамырындағы холестеринды кәметә. Һоло хәл индерә, көс-ҡеүәт өҫтәй, депрессиянан сығырға ярҙам итә.

Кеҫәлде әҙерләү өсөн 1 стакан һоло ярмаһын, 5 стакан һыу кәрәк. Ҡайнап сығыу менән утын кәметәбеҙ һәм шыйыҡ кеҫәл ҡуйылығында булғансы ҡайнатабыҙ. Унан һөт өҫтәп, йәнә ҡайнатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ (тәменә ҡарап аҙыраҡ йә күберәк алырға мөмкин). Әҙер кеҫәлде көн дауамында үҙегеҙ теләгәнсә ашағыҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: