Эти Был дарыу үләндәре күҙҙе яҡшырта.
Бәпембә
1 стакан кипкән бәпембә үләне һәм тамырын 200 мл һыуға һалып, 10 минут ҡайнат. Унан 30 минут төнәт. Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 1-әр аш ҡалағы эс.
Кесерткән
1 аш ҡалағы кипкән кесерткән үләнен 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 15-20 минут төнәт. Был төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс.
Күгүлән (бәпкә үләне) -- Спорыш (горец птичий).
2 аш ҡалағы кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыуҙа 10-15 минут төнәт. Аҙаҡ көнөнә 3-4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс.
Һаҙлыҡ эйере (аир болотный)
1 аш ҡалағы кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыуға һалып, 20-30 минут утта тот. Әҙер дауаны көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс.
Аҡтамыр
4 аш ҡалағы яҡшылап онталған кипкән үләнде 1 литр һыуға һалып, һыу күләме 4 тапҡырға тиклем кәмегәнсе ҡайнат. Әҙер булған дауаны көнөнә 4-5 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эс.
Һау-сәләмәт бул! Күҙҙәреңдән һөйөн!
Халыҡ медицинаһы рецептары менән һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ.