Яҙмышмы, яңылышлыҡмы
Хикәйә
Баш ҡалала Маһира әбейҙә фатирҙа йәшәгәнендә танышты Мәжит татар ҡыҙы Илһөйәр менән. Ул да ошо шәхси йортта ире менән бер бүлмәлә тора ине. Ғөмүмән, ситтән тороп уҡыусы студенттарҙың ҡышҡы һәм йәйге сессиялары осоронда әбейҙең йорто ысын мәғәнәһендә дөйөм ятаҡҡа әйләнә – йәмғеһе 9-10 кеше ваҡытлыса йәшәүгә инә. 5-6 егет, 4-5 ҡыҙ ай буйы бер ҡыйыҡ аҫтында көн күрә.
Егеттәр төндәрен залда раскладушкаларҙа, йә иҙәндә йоҡлай, ҡыҙҙар бүлмәләргә тула. Ә бына Мәжит өсөн Маһира апай ул килеп етмәҫ элек бәләкәй генә бер бүлмәһен бушатып, үҙенсә уңайлы шарттар булдырып ҡуя. Әллә нишләп баштан уҡ яратты, үҙ күрҙе татар әбейе башҡорт егетен... Иртән тороуына бысрар-бысрамаҫ өҫ-башын йыуып, үтекләп элеп ҡуя, лекциянан ҡайтыуына ашарына әҙерләй. “Минең өсөн
ыҙаланмаһағыҙ ҙа ярар ине, Маһира-апа... Үҙем эшләр инем әле”, – тигәнен ишетергә лә теләмәне әбей. “Ул ни тигән һүҙ? Керҙе йыуып, үтекләү ҙә эш була тиме ни ул! Һинең үҙ мәшәҡәтең етерлек, күреп, күҙ һалып йөрөйөм – китаптарыңдан башыңды алмайһың, уның араһында ҡалын дәфтәрҙәрҙе тултырып, яҙышаһың... Ана, эргәңдәге егеттәргә ҡара: уҡыу, тип иҫтәре лә китмәй, йә киноға, йә театрға сабалар... Минең өсөн борсолма, бәбекәйем! Апаң үҙе белә ни эшләргә... Унан, йыртылған-мыртылған әйбереңде ямайым, тип энә-епкә тотона күрмә! Ғүмеремде теген менән үткәргән кешемен, үҙемә бирә күр!..”
Шулай, фатирҙа тороусыларҙы көнләштереп, 6 йыл буйына һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәне Мәжит. “Әбейҙең иркәһе!” – тип фатирҙашы Әнүәр йыш ҡына уға шулай тип төрттөрә хатта.
Ә бер йәйге сессияға килгәнендә Маһира апаға фатирға әлеге Илһөйәр һәм уның тажик ире Али ингәндәр ине. Али эске эштәр мәктәбендә уҡып, кистәрен ҡайҙалыр эшләп йөрөй, ә Илһөйәр көн оҙайы бүлмәһендә моңайып ултыра. Ял көндәренең береһендә фатирҙа Маһира апа үҙе, Илһөйәр, Мәжит өсәүһе генә ҡалды. Төшкә яҡын алсаҡ әбей уларҙы сәй табынына саҡырып алды:
– Мәжит, Илһөйәр! Әйҙәгеҙ әле, аулаҡлап сәй эсеп алайыҡ. Нисә көн йәшәйһегеҙ, бер-берегеҙ менән танышмайһығыҙ ҙа, буғай.
Өҫтәл артына ултырғас, аҡ сәйнүгенән кәсәләргә сәй ҡоя-ҡоя Маһира апа һүҙ башланы.
– Мәжит, Илһөйәр Татарстан ҡыҙы, Ҡазан янындағы ауылдан. Теге тажигы менән бик йонсоп йәшәй, бахырҡай... Ә Мәжит абзыйың республиканың көньяғындағы алыҫ райондан, журналист, өйләнгән, алма кеүек малай үҫтерәләр. Үҙе һөйләмәһә лә, йәш кенә көйө бик күпте күргән ул да... Аралашып йәшәгеҙ! Илһөйәр, юҡ-бар уйҙарыңды эсеңә боҫорма, сиргә һабышырһың, Мәжит менән кәңәшләш! Абзыйың бик аҡыллы бала, тәүфиҡле, үҫтергән ата-анаһына рәхмәт!..
Маһира апаның һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай, оҙаҡ ҡына сәй һуҡтылар. Артабан башта иҫәнләшеп, тора-бара урыҡ-һурыҡ һүҙ ҡатышып йәшәне ҡыҙ менән егет. Ә бер көндө Илһөйәр Мәжиттең бүлмәһенә инергә баҙнат итте.
– Мөмкинме? Эсем янып бара, һеҙҙең менән һөйләшһәм, бер аҙ баҫылмаҫмы,
Диванда китап уҡып ятҡан Мәжит, тора һалып, ултырғысҡа шылып ултырҙы:
– Үт-үт, Илһөйәр! Әйҙә, бына диванға ҡунаҡла!
- Рәхмәт, абзый! – Йөҙө һурылып, күҙҙәре төпкә батыңҡыраған сибек кенә йәш ҡатын ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына диван ситенә терәлде. Бер аҙ һүҙһеҙ ултыра биргәс кенә оялсан ҡарашын Мәжиткә төбәне ул.
– Һеҙгә нисә йәш?
– Башта, әйҙә, Илһөйәр, “һеҙ”һеҙ генә һөйләшергә килешәйек, юғиһә, нисектер уңайһыҙ бит... Миңә, Алла бирһә, 23 йәш тула ҡыш. Һиңә нисә йәш һуң?
– Ун һигеҙемде тултырҙым, майҙа...
– Нишләп бер ҙә сығып йөрөмәйһең? Эшкә төшөр инең, көндәр буйы бүлмәгә бикләнеп ултырыу ҡыйын түгелме?
– Эй, абый, – Илһөйәрҙең күҙҙәре йәшкә сыланды. – Али ҡушмай бит... Көн һайын 15-20 тин аҡса ҡалдырып киткән була ла, эргәләге магазинға икмәк, йә һөт алырға ғына сығам... Туңдырмалыҡ һорағаным өсөн маңлайыма сиртә ныҡ итеп...
– Аһ, йәш кәләшен үҙе һыйламаймы ни тәм-том менән?! – Мәжит аптырап күҙҙәрен ҙур аса. – Һөйөшөп туймаҫ сағығыҙ ғына бит...
– Һеҙҙең... э-э-э... һинең ише сибәр, әҙәпле үҙбеҙҙең татар-башҡорт егеттәрен һанға һуҡмаған булып, таджиктың сөсө теленә алдандым шул... Өйләнеү менән бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Бар нәмәне тик уныңса ғына эшләргә, уныңса ғына йәшәргә тейешмен хәҙер. Ир-егеттәр менән генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашырға ла рөхсәт итмәй...
Мыш-мыш илауға күскән Илһөйәрҙең янына ултырып, яурынына ҡулын һалған Мәжит уны нисек йыуатырға белмәне.
– Ила, туғаным, ила. Илаһаң, еңел булып ҡала ул... Эсеңдәген һөйлә, бәлки берәй кәңәш бирә алырмын. Али менән нисек таныштығыҙ һуң?
– Ҡазанда милицияла эшләй ине, әхирәтем таныштырҙы. Күп тә йөрөмәнек, миңә өйләнергә теләгәнлеген әйтте. Ә мин, һантый, риза булдым... Башта ипле генә күренә ине, аҙаҡ, Таджикстанға алып ҡайтып, никах уҡытҡас, бөтөнләй башҡа кешегә әйләнде. Ғаиләләрендә һигеҙенсе бала ул, ә бөтәһе 14 бала үҫкәндәр. Ата-әсәһе баштан уҡ үҙһенмәне мине, улар өсөн мин “бегона” булдым инде...
– Уныһы нимә була?
– Сит, ят кеше... Һеҙҙең... һинең менән һөйләшеп ултырыуы ла шундай рәхәт. Рәхмәт һиңә, Мәжит абый!
– Буш сағымда компаньоның булырға һәр саҡ әҙермен, Илһөйәр, тартынма!
...Ошо һөйләшеүҙән һуң Илһөйәр Али өйҙә юҡта һәр саҡ Мәжиткә тартылды. Лекциялар, ғәҙәттә, 12-ләр тирәһендә генә башланғанға күрә Мәжит фатирҙан һуң ғына сыға. Ул йоҡонан тороуға Маһира апа менән Илһөйәр ниндәй ҙә булһа тәмле-татлы бешереп, өҫтәлгә бәләкәй генә табын әҙерләй. Ә кис Мәжит уларға торт, туңдырма ише тәмлекәстәр алып ҡайта... Имтихан биргән көндәрендә Илһөйәр Мәжиттән дә былайыраҡ борсола, уҡыу йортона изге теләктәрен ҡат-ҡат теләп оҙатып ҡала. Ҡайтыуына иһә Маһира апаның өҫтәле әҙер, сәйнүге ҡайнаған була.
Сираттағы “бишле” менән ҡайтҡанында Илһөйәр егетте, муйынан ҡосаҡлап, сикәһенән үбеп тә алды хатта. Ҡыҙҙың ҡайнар тыны быуындарына ҡәҙәр зымбырлатһа ла Мәжит үҙен тиҙ ҡулға алды һәм уны еңелсә генә ситкә этте:
– Һин бигерәк... теге ни... Алийың күрһә, икебеҙгә лә хана, – егет бурҙаттай ҡыҙарынып китте хатта. – Һаҡ бул, һылыуым!
– Эх, Мәжит, һин миңә элегерәк осраған булһаңсы. Бер кемгә лә бирмәҫ инем...
– Илһөй-ә-ә-әр, хистәреңде тый! Минең ғаиләм бар, улым көтә...
Ҡыҙға үҙе лә битараф түгел ине Мәжит. Шулай ҙа үҙен тота алды.
Бер көн иртән Илһөйәр бер-аҙ зарын һөйләне:
– Әллә нишләп башым әйләнә, күңелем уйнайсы...
– Гинекологҡа күренергә кәрәк, – әҙме-күпме ғаилә тормошо менән йәшәгән егет эштең нимәлә икәнлеген һиҙеп, шунда уҡ кәңәш бирергә ашыҡты. – Унда әйтерҙәр сәбәбен.
– Алиға шулай тигәйнем, пройдет, не беспокойся, тине лә ҡуйҙы...
– Мин дә, үтмәй, тимәйем... Алдан белгәнең яҡшы.
– Әллә теге... Шул ғына етмәгәйне... – Илһөйәр эргәһендә торған эскәмйәгә сүкте. – Мәжит, мин барыбер йәшәмәйем был әҙәм менән. Әнейемдәр аҡса ебәреү менән таям Ҡазанға, бар, эҙләп тапһын шунан... Миңә тажик балаһы кәрәкмәй!
– Ашыҡма! Ныҡлап уйла, бала таджиктыҡы ғына түгел, һинеке лә...
– Юҡ, аҡса ғына күсерһендәр, бер көн дә тормайым... Тиҙерәк килһен ине ул аҡса. Хат яҙғаныма айҙан ашты, яуап та ебәрмәйҙәр...
– Аҡсалары юҡтыр әлегә, ауыл ерендә...
– Атайым нефтсе, уға эш хаҡын ваҡытында биреп торалар, әсәйем дә эшләй... Ә был баланы барыбер алдырам мин... Яратмаған кешенең балаһын да яратмаясаҡмын.
– Илһөйәр, күрмәгән балаңа улай ҡаты бәрелмә! Ә табыу-тапмауыңды үҙең хәл итәһең инде, был осраҡта мин кәңәш бирә алмайым.
Кис, аш-һыу яғында Маһира апаһы менән икәүһе генә сәй эскәндәрендә Мәжит һүҙ башланы:
– Маһира апа, Илһөйәрҙең Алиҙан ҡасып китергә йыйынғанлығын беләһеңме ул?
–И-и-и, һиңә лә һөйләгән икән, бисара. Йәшлек йүләрлеге менән ете ятҡа бәйләнеп, башына ҡайғы алып йөрөй. Аҡса көтә лә бит, ата-әсәһе нишләптер ебәрмәй, хат-хәбәрҙәре лә юҡ. 30-40 һум аҡсаны табырҙар ине әле үҙ балаларына. Йә мин аҡса еткерә алмайым.
– Күпме кәрәк һуң?
– Әле 20 һумым бар, ҡалғаны ҡасан булыр әле. Минең дә пенсиям бик бәләкәй генә бит, бәбекәйем, аҡсаның тишеге етәрлек.
– 20 һумды мин ҡушам, апа. Тик законлы иренән ҡатынын ҡасырып ебәреү килешерме икән?
– Күрәләтә ҡыҙ баланы ут эсендә тотоу яҡшымы ни? Аҡса ҡушам, тиһең дә бит, балаҡай, һиңә лә аҡса арты менән килеп тормай, үҙеңә ҡаламы һуң?
- Ҡалыр, табырмын әле... – Мәжит бүлмәһенә сығып, әбейгә 20 һум аҡса килтереп тотторҙо. – Хәйерҙән булыр, Маһира апа, Илһөйәрҙе күтәрмәләп ебәрәйек әле.
- Э-э-йй, бәбекәйем, мең йәшә! Бик тә изгелекле, кеше йәнле балаһың шул. Хоҙай рәхмәтенән ташламаһын үҙеңде! - Әбей оҙаҡ ҡына итеп аят-доғаларын уҡып ала. - Булды, былай булғас, һиңә лә, миңә лә сауаптарын насип итһен Раббыбыҙ! Ҡотҡарайыҡ әле баланы, һарғайып, ситлектәге ҡош ише йәшәмәһен...
Иртәгәһенә ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо Мәжит. Илһөйәр Алиҙы оҙатып ҡына инеп тора ине.
– Мәжит абый, мең-мең рәхмәт һиңә һәм Маһира апаға! Бөгөн үк юлға сығам... Таджикты ҡайһылыр районға командировкаға ебәрәләр бер нисә көнгә, самый ҡулай ваҡыт минең өсөн.
– Хәйерлегә булһын, Илһөйәр! Бик ныҡ йөрәкһейһең, имен-һау уйлаған ереңә барып ет!
Өйҙә берәүҙең дә булмауынан файҙаланып, ҡыҙ егеттең муйынына үрелде һәм ирендәренән һурып үбеп алды.
– Яратам мин һине, Мәжит... Тик һин минең өсөн буй етмәҫ йондоҙ ғына шул. Рәхмәт Аллаһыма юлымда һинең менән осраштырғаны өсөн! Мине онотмаҫһың, йәме!
Көтөлмәгән хәлдән телһеҙ ҡалған егет байтаҡ һүҙһеҙ торҙо.
– Эх, Илһөйәр, Илһөйәр... Минең дә эсем тулы ут та бит... Тик...
– Нимә “тик”?
– Ярай, уныһы һиңә кәрәк түгел... – Ғаилә тормошо әллә ни шәптән булмаған Мәжит күҙҙәрен тултырып Илһөйәрҙең күҙҙәренә төбәлде. – Бәхетле бул, һылыу! Һинең бар тормошоң алда әле, һөйөп, һөйөлөп йәшә!
Иртәнге сәйҙе бөгөн дә өсәүләшеп бик оҙаҡ эстеләр. Илһөйәргә ниндәй транспорт менән юлланырға икәнлеген дә кәңәштеләр.
– Артабан уңыңды-һулыңды ҡарап өйрән, балаҡай! – Маһира апа Илһөйәргә өгөт-нәсихәттәрен уҡый. – Ауыҙың беште бит инде. Үҙебеҙҙең бына тигән егеттәр була тороп, сит-яттарға күҙ һалма. Бәхетең үҙең ҡулыңда...
– Апаның һүҙҙәренә ҡушылам, һылыу, тиңеңде табырһың, насип булһа. Тик бәпәйеңде юҡ итер алдынан ныҡлап уйла – үкенергә тура килмәһен! Баланың бер ғәйебе лә юҡ... – Мәжит тә үҙ һүҙҙәрен теҙҙе.
– Шулай-шулай, бала ата-әсәне һайламай, ғүмерлеккә үкенес булып ҡала күрмәһен, ағайың дөрөҫ әйтә...
– Ярай, миңә китергә ваҡыт, ҡуҙғалайым инде, – Мәжит урынынан торҙо.
Бүлмәһенән дипломатын алып, кейенеп сығыуына Илһөйәр уны ҡапҡа тышында көтә ине инде.
– Мәжит, һинең ҡайтҡаныңды көтөп тора алмам, һау бул!.. Бәхетле йәшә! – Күҙҙәре йәшкәҙәгән Илһөйәр, халат кеҫәһенән сигеүле ҡулъяулыҡ сығарып, Мәжиттең усына йомдорҙо. – Иҫтәлегем итеп тоторһоң! Ғүмерем буйына рәхмәтле булырмын мин Маһира апа менән һиңә. Кем белә, бәлки, берәй ҡасан осрашырбыҙ ҙа әле. Һәр хәлдә һинең нурлы йөҙөң, матур итеп, ихлас йылмайыуың күҙ алдымдан китмәҫ, ә ипле тауышың һәр саҡ ҡолағымда сыңлар... Яратам мин һине, Мәжиткәйем! – Ҡыҙ һаҡ ҡына егеттең күкрәгенә башын һалды. – Елбәгәй, тип уйлай күрмә, һүҙҙәрем саф йөрәктән минең...
– Рәхмәт, Илһөйәр! Мин дә һине осратыуыма, әҙ генә көндәр булһа ла аралашыуыбыҙға бик шатмын, – Мәжит ҡыҙҙың сәстәренән һыйпап иркәләне. – Алда һине матур яҙмыш, бәхетле тормош көтә – башҡорт ағай шулай тигәйне, дөрөҫ әйткән икән, тиерһең әле...
Хушлашманы улар... Ә кис, лекциянан һуң өйгә ҡайтыуына, Илһөйәр киткән ине. Быға ҡәҙәр нурланып торған йорт бушап ҡалғандай, шөкәтһеҙ тойолдо. Бер нисә көндән Мәжит тә, сессияһын тамамлап, поезд менән тыуған яҡтарына юл тотто. Тимер тәгәрмәстәрҙең күңелһеҙ туҡылдауын тыңлап, оҙаҡ уйланып ятты ул: ”Был мәлдә Илһөйәр нимә эшләй икән? Ҡайҙарҙа йөрөй?..” Һорауҙарына әле булһа яуап тапҡаны юҡ. Ә бит күпме йылдар үтте, күпме һыуҙар аҡты... Кисәге Мәжит тә бөгөн хаҡлы ялдағы бабай инде. Уның да тормошо бөтөнләй башҡа, көн итмеше лә башҡа төбәктә хәҙер...
Мотал Рәмов.