Тайтояҡ (Копытень) халыҡ телендә «шарап тамыры» тиеп атала. Халыҡ медицинаһында был үлән ярҙамында ашҡаҙанды, бауырҙы, үт ҡыуығын дауалайҙар. Шулай уҡ ЭСКЕЛЕКТӘН ҠОТОЛОУ өсөн дә ҡулланалар. Нервы менән бәйле экзема арҡылы күтәрелгән тән температураһын төшөрә.
Бының өсөн 1 балғалаҡ кипкән үләнде 200 мл ҡайнар һыу йәки һөт менән ебетәләр. Һыуынғансы көтөр кәрәк.
Әҙер дауаны ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
Тамырын ҡулланғанда былай эшләнелә:
1 балғалаҡ онтаған тамырҙы500 мл ҡайнар һыу менән бешерәләр. 1 сәғәт төнәткәндән һуң дарыу әҙер була.
Был дарыу бронхит, бронхиаль астма, үпкә һәм йөрәк хәлһеҙлегенән ярҙам итә.
Әҙер дарыуҙы көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәрәк.
Ә халыҡ биргән исеменә килгәндә, был үлән тамыры халыҡ медицинаһында алкоголь менән бәйле ауырыуҙар менән көрәшкәндә ҡулланыла. Бының өсөн 1 аш ҡалағы тайтояҡ үләненә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 мин ҡайнаталар. 1 сәғәт төнәткәндән һуң дарыу әҙер була.
Был төнәтмәне ашандан һуң 2-3 ст. Эсергә кәңәш ителә. Быны йыш эскәндән һуң кешелә алкоголға ытырғаныв тойғоһо уяна.
Һау-сәләмәт булығыҙ!