Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
15 Май 2022, 23:37

Йоҡлата торған үләндәр

#Төнгө_Һаҡмар Күп уйланыуҙан йоҡлай алмай аҙапланһаң, был үлән сәйе мотлаҡ ярҙам итер. 

Йоҡлата торған үләндәр
Йоҡлата торған үләндәр

20 гр бөтнөктән, 25 гр бесәй үләне (вaлepиaна) тамыры, 50 гр мәтрүшкә сәскәһе, 50 гр ҡандала үләне (донник), 50 гр энәлектән сәй ҡатнашмаһы эшләргә. 

Был ҡатнашманы 2 аш ҡалағы алып, ярты литр ҡайнар һыу менән бешереп төнәтергә. 

Был төнәтмәне ашарҙан алда ярты стакан эсергә кәңәш ителә. 

Шулай уҡ йоҡлай алмай ятҡанда түбәндәге сәй ҙә ярҙам итә: 

1 аш ҡалағы ромашка сәскәһе;

1 аш ҡалағы мелисса; 

ярты аш ҡалағы һары мәтрүшкә;

ярты аш ҡалағы ҡомалаҡ.

Ярты аш ҡалағы аш ҡалағы ҡатнашманы 1 стакан ҡайнар һыу менән бешереп, ҡапҡасын ябып, 15 минут төнәтегеҙ. 

Был төнәтмәне һөҙөп, йоҡларҙан 2 сәғәт алда эсегеҙ. 

Хәйерле төн!

Татлы төштәр күрегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: