+9 °С
Облачно


Тибет таҙартыу ҡатнашмаһы тип атала был үләндәр йыйылмаһы. Ул ҡанды һәм лимфаны таҙарта. Бының менән бер юлы бауырҙы, бөйөрҙө, эсәктәрҙе, тамырҙарҙы таҙарта. Организмдан тоҙ һәм шлактарҙы сығара. Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн файҙалы.
Был сәйҙе әҙерләү өсөн:
─ 100 гр ромашка
─ 100 гр һары мәтрүшкә
─ 100 гр шиңмәҫгөл
─ 100 гр ҡайын бөрөһө кәрәк була.
Был һаналып әткән үләндәрҙең барыһын бергә бутап, ҡапҡаслы һауытҡа һалып ҡуябыҙ.
Ярты литр ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы үләндәр йыйылмаһын һалып, 20 минут төнәтәбеҙ.
Был төнәтмәне иртәле-кисле 1 стаканға 1 балғалаҡ бал ҡушып эсергә кәңәш ителә.
Дауаланыу курсы үлән ҡатнашмаһы бөткәнгә тиклем.
Һау-сәләмәт булығыҙ!