Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
17 Февраль 2022, 20:33

Герпес йөҙәтәме?

#Һаҡмар_дауалай Герпестың халыҡ телендә ирен осоноуы, тиҙәр. Бер осонһа, бөтөрөп алып булмай. Саҡ ҡына өшөүең була, килеп тә сыға. Унан, әлбиттә, бөтөнләйгә ҡотолоп булмай. Ә бына иммунитетты нығытып, оҙаҡ ваҡытҡа ҡушлашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн...

Герпес йөҙәтәме?
Герпес йөҙәтәме?

Бының өсөн эхинацея үләне ярҙамға килер. Аптеканан һатып алынған был үләнде 1 аш ҡалағы алып, 2 стакан ҡайнар һыуға һалығыҙ. Унан термосҡа ҡойоп, таңға тиклем төнәтегеҙ. 

Иртәнсәк төнәтмәне һөҙөп, ашарҙан 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 3/4 стакан эсергә кәңәш ителә. 

Төнәтмәне 10 көн дауамында эсегеҙ. Ошолай иткәндә герпес оҙайлы "йоҡоға" талыр. 

Һыуыҡ миҙгелдә мәле менән ошондай 10 көнлөк дауаланыу курсын ҡабатлап тороғоҙ. Был һеҙҙең иммунитетты нығытыр. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: