Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
17 Ноябрь 2021, 10:55

Шифалы сироп

Был сироп бауырҙы ла, бөйөрҙө лә, эсәк-ашҡаҙан трактын дауалай.

Был шифалы сиропты эшләү өсөн икешәр стакан меңъяпраҡ һәм еҙтөймә (пижма) сәскәләре кәрәк була. 

 

Сәскәләрҙе эмалле кәстрүлдәргә һалып, өҫтөнә 2 литр һалҡын һыу ҡойоғоҙ. Ҡапҡасын ябып, бер тәүлектәй ултыртып тороғоҙ. 

 

Унан һүрән утҡа ултыртығыҙ. Әммә ҡайнатмағыҙ! Кәстрүл төбөнән тәүге күбексектәр ҡалҡыу менән уттан алығыҙ. Унан йәнә 4-5 сәғәт төнәтегеҙ. Аҙаҡ йәнә ошолай ҡабатлағыҙ. 

 

Килеп сыҡҡан шыйыҡсаны 1 литрлыҡ банка менән үлсәп ҡарағыҙ. Һәр литрға 3-әр стакан шәкәр өҫтәп, һүрән утта 6-8 минут бешерегеҙ. Уттан алғас әле ныҡлап һыуынып та бөтмәгән сиропҡа өймәләмә 2 аш ҡалағы бал ҡушығыҙ! Таҙа банкаларға ҡойоп, һыуытҡыста һаҡлағыҙ.

 

Әҙер сиропты иртән ас ҡарынға, кис ятырҙан ярты сәғәт алды 25-әр гр эсегеҙ. Дауаланыу курсы - 21 көн. Унан 7 көн ял итеп алғандан һуң йәнә 21 көн дауамында ҡабатлана. 

 

Һау-сәләмәт булығыҙ! Һаулыҡ - бәхет! Шуны онотмағыҙ! 

 

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: