+17 °С
Ямғыр
Йүтәлдән ғәләмәт шәп рецепт
Көҙөн һәм ҡышын кешеләр йыш ҡына һыуыҡ тейҙереп ауырый торған. Ул баш ауырыуы, көслө йүтәл, танау тоноуы кеүек симптомдар менән оҙатылып бара.
Ауырыуҙан бер нисә сәғәт эсендә ҡотолорға теләк булһа, түбәндәге рецепт һеҙгә ярҙамға килер.
500 мл һыу
3 яран гөл япрағы
3 ҡабығы менән грек сәтләүеге
3 аш ҡалағы базилик
Әҙерләү өсөн башта һыуҙы ҡайнатырға ҡуйығыҙ. Ҡайнап сығыу менән яран гөлдө, онталған грек сәтләүеген һәм базиликты төшөрөгөҙ. Утты кәметегеҙ. 5 минут ҡайнатҡандан һуң, уны уттан алығыҙ. Һөҙөп һыуытыр кәрәк. Өскә бүлеп, көн дауамында 3 тапҡыр эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!