Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
27 Август 2021, 17:12

Эсәк ауырыуҙары йөҙәтәме? Ромашка ярҙам итер!

#Һаҡмар_дауалай Ромашканың шифаһы тураһында күпме генә яҙһаң да аҙ һымаҡ тойола. Был рецеп эсәк ауырыуҙарын дауалау һәм профилактикалау өсөн ҡулланыла.  Рецепт сайтта...

Ромашканың шифаһы тураһында күпме генә яҙһаң да аҙ һымаҡ тойола. Был рецеп эсәк ауырыуҙарын дауалау һәм профилактикалау өсөн ҡулланыла. 

Рецепт:
Кипкән ромашка, һары мәтрүшкә, ҡайын бөрөһөн һәм меңъяпраҡ үләнен 100-120-шәр грамм алып, яҡшылап бутағыҙ. Унан бер сткан ҡатнашманы ике стакан ҡайнар һыу менән төнәтергә ҡуйығыҙ. Ике сәғәт үткәс, яҡшылап ҡатланған марля менән һөҙөгөҙ. 

Әҙер төнәтмәне йоҡларға ятыр алдынан аҙ-аҙлап уртлап эсегеҙ. Тәменә ҡарап, әфлисун ҡабығын йә бал ҡушып эсергә лә була. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: