Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
28 Июнь 2021, 12:25

Етен үлән

Был һүрәттәге матур генә сәскәне бала саҡта беҙ гөлләмә итеп йыйып, әсәйҙәргә бүләк итә инек. Уның сәскәһе лә, япраҡтары ла, хатта һабағы ла файҙалы. Традицион медицинала уны ҡулланмайҙар. Ә бына халыҡ медицинаһында эс ҡатҡанда, һейлек ҡыуҙырғыс, үт һыуын ҡыуыу, тирләткес булараҡ ҡулланыла. Һары һыу ауырыуы, һары ауырыуынан, эс ҡатҡандан, сиҡан сыҡҡандан, гипотония, онкологик ауырыуҙар, сей яранан ҡулланалар.

Был һүрәттәге матур генә сәскәне бала саҡта беҙ гөлләмә итеп йыйып, әсәйҙәргә бүләк итә инек. Уның сәскәһе лә, япраҡтары ла, хатта һабағы ла файҙалы. Традицион медицинала уны ҡулланмайҙар. Ә бына халыҡ медицинаһында эс ҡатҡанда, һейлек ҡыуҙырғыс, үт һыуын ҡыуыу, тирләткес булараҡ ҡулланыла.
Һары һыу ауырыуы, һары ауырыуынан, эс ҡатҡандан, сиҡан сыҡҡандан, гипотония, онкологик ауырыуҙар, сей яранан ҡулланалар.
1. Етен үләндән төнәтмә эшләү өсөн 1 балғалаҡ үләнде 200 мл ҡайнар һыу менән термосҡа ҡойоғоҙ һәм 15-20 минут төнәтегеҙ. Һөҙөп алығыҙ ҙа көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 1/3 йә 1/2 стакан эсегеҙ. Дауаланыу курсы 1 аҙнанан артырға тейеш түгел.
2. Геморрой, фурункулез һәм сей яра булғанда етен үлән төнәтмәһенән компресс яһайҙар.
3. Эс ҡатҡанда 100 яңы өҙөлгән етен үләнгә 0,5 литр үҫемлек майы ҡойоп, 7 көн дауамында йылы урында төнәтер кәрәк. Уны мәле менән һелкетеп алыр кәрәк. 7 көндән һуң һөҙөп алып, ашарҙан алда 30 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1 аш ҡалағы эсер кәрәк. Уны бал менән дә тәмләтергә була.
4. Яман шеште дауалар өсөн дә етен үлән төнәтмәһен ҡулланалар: 1 десерт ҡалағы онталған етен үләнде 1 стакан ҡайнар һыу менән болғатып, һыу парында 15 минут тотор кәрәк. Унан йәнә 45 төнәтеп, һөҙөп алығыҙ. Төнәтмәне ашарҙан алда ярты сәғәт алда көнөнә 3 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсер кәрәк.
5. Күҙ ауыртҡанда етен үлән, күк сәскә һәм бүре емеше сәскәләрен 4-әр аш ҡалағы алып, термосҡа һалығыҙ һәм 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 7 сәғәт төнәтегеҙ. Төнәтмәне шешкәндә, күҙ эренләгәндә сылатҡыс (примочка) эшләр кәрәк. Был хатта күҙ күреүен дә яҡшырта.
6. Етен үләндән сәй. 1 балғалаҡ кипкән сүләнде 1 стакан ҡайнар һыу менән 10 минут төнәтегеҙ ҙә һөҙөп алығыҙ. Бындай сәйҙе бер нисә порцияға бүлеп, әҙ-әҙләп эсер кәрәк. Нисек кенә бүлеүгә ҡарамаҫтан был бешергән сәйҙе көн дауамында эсеп бөтөр кәрәк.
Һәр төрлө дарыу үләндәрен дә һаҡ ҡулланыр кәрәк. Шуның өсөнг табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: