Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
2 Апрель 2021, 10:51

Балалар өсөн файҙалы сәйҙәр

Ғәҙәттә балалар сәй эсә һалмай. Һөт, һут, ҡатыҡ, компот, кеҫәл... Шулай ҙа сабыйҙың бергә-бергә ултырып, сәй эсеүен бик күп ата-әсәләр теләр ине, тип уйлайым. Шуныһы, балалар сәйе өлкәндәрҙекенән айырылып тора. Балалар ғәҙәттә шыйығыраҡ сәй эсә, шуға ла уның өсөн махсус сәй бешерергә уйлаһағыҙ, 2-4 минут ҡына төнәтегеҙ. Сәй температураһы 26-36 градустан үтмәһен. Әгәр бала тиҙ генә ҡыҙып барыусан булһа, уны тынысландырыу өсөн ромашка, һоло һаламы, пассифлор (4 йәштән өлкәндәр өсөн) һәм шлемник (Scutellaria) (6 йәштән өлкәнерәктәр өсөн) ҡушып сәй бешерегеҙ. Ҡаталауҙан мамыҡ орлоғонан эшләнгән сәй ярҙам итә. Әйткәндәй, был осраҡта башта мамыҡ орлоғонан сәй әҙерләргә, унан ошо сәйҙе баланың йә һутына ҡушырға, йә һыу урынына ҡулланып, һоло бутҡаһы бешерергә кәрәк була.

***
Әгәр бала тиҙ генә ҡыҙып барыусан булһа, уны тынысландырыу өсөн ромашка, һоло һаламы, пассифлор (4 йәштән өлкәндәр өсөн) һәм шлемник (Scutellaria) (6 йәштән өлкәнерәктәр өсөн) ҡушып сәй бешерегеҙ.
***
Ҡаталауҙан мамыҡ орлоғонан эшләнгән сәй ярҙам итә. Әйткәндәй, был осраҡта башта мамыҡ орлоғонан сәй әҙерләргә, унан ошо сәйҙе баланың йә һутына ҡушырға, йә һыу урынына ҡулланып, һоло бутҡаһы бешерергә кәрәк була.
***
Эстә сәнсеү ауырыуы булһа фенхель, ромашка йә бөтнөк ярап ҡаласаҡ. Бала имеҙгән әсәләргә лә бындай сәйҙе көнөнә өс тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә. Ә сабыйға пипетка ярҙамында иҙеп эшләнгән сәйҙе 1-әр балғалаҡ эсерергә кәңәш ителә.
***
Эс ҡаталағанда мамыҡ орлоғонан (1 балғалаҡ мамыҡ орлоғон 1 литр һыу менән талғын утта 15 минут ҡайнатырға) әҙерләнгән төнәтмә менән һоло бутҡаһын бешерергә кәңәш ителә. Йә булмаһа баланың һутына 1/4 өлөш ҡойоп, эсерергә мөмкин. 24-48 сәғәттә эс ҡаталауы үтер.
***
Йүтәлдән төрлөсә сәй әҙерләргә мөмкин. Ул йүтәлдең характерына бәйле. Күкрәкте һыҙлатып торған йүтәлдән алтея тамырынан һәм тутыҡ ҡарама (Ulmus fulva). Шулай уҡ йүтәлдән татлы тамыр менән үгәй инә үләненән әҙерләнгән сәйҙе бешерегә була.
Әйткәндәй, был сәйҙе өс көндән артыҡ эсерергә ярамай. Әгәр инде баланың юғары ҡан баҫымы булһа, был сәйҙән бөтөнләй баш тартығыҙ.
Бөтнөктән дә сәй әҙерләргә мөмкин. Тик быны балаға йоҡлар алдынан эсерергә кәңәш ителә. Бер туҡтауһыҙ йүткереп ыҙалаған балаға бер аҙ йоҡлап алырға ярҙам итер.
***
Юғары температураны төшөрөр өсөн мелисса, ромашка, бөтнөк, татлы тамыр һәм мәрүәр (бузина) сәскәләренән бер кимәлдә алып, әҙерләнгән сәй ярҙам итә. 2 йәштән өлкәнерәк балаға яртышар стакан сәйҙе көнөнә 4 тапҡырға тиклем бирергә була. Бала эсә алған эҫелектә булһын.
Әгәр баланың юғары ҡан баҫымы йөҙәтһә, татлы тамырҙы ҡушмағыҙ. Шулай ҙа табипҡа мөрәжәғәт итеү урынлы булыр.
***
Күңел болғанғанлыҡтан иң яҡшыһы имбирлы сәй. Бала ҡоҫҡан һайын ашҡаҙанды һәм эсәк-ашҡаҙан трактын тынысландырыусы сәйҙе эсерергә тырышығыҙ. Имбир сәйе шулай уҡ юлда күңеле болғанған балаға ла эсерергә мөмкин.
***
Күңелде күтәрә торған сәй. Эйе ундай сәй ҙә була. Бәләкәсегеҙҙең кәйефе булмаһа, уның яратҡан сәйен әҙерләгеҙ. Мәҫәлән, Гибискустан (ҡытай раузаһы) йә еләк-емеш сәйе.
Емеш-еләк сәйен һут урынына бирергә мөмкин. Ғәҙәттә уны боҙ һалып бирәләр. Матур ҙа, тәмле лә...
Бөтнөклө-шоколадлы ройбуш – ҡом кеүек сәй. Ул ғәҙәттә Көньяҡ Африкала үҫтерелә. Шоколад һәм ваниль тәме сығып тора үҙенән.
Tazo – гибискус таждары, лимонлы үлән, манго һәм маракуя. Хуш еҫле, тәмле һәм алһыу төҫтәге был сәйҙе боҙ менән эсәләр.
Ҡурай еләгенән, ҡара көтрмәле һәм шафталы (персик) емештәренән әҙерләнгән сәйҙе 2-3 йәшлек бәләкәстәр ярата. Уны хатта ҡайһы бер ололар ҙа яратып эсә.
Бала сәй эсеүҙе үҙ итһен өсөн берәй төрлө йола уйлап сығарығыҙ. Бергәләшеп сәй бешерегеҙ. Ул сәйҙең шифаһы тураһында һөйләп бирегеҙ. Һәм.. матур сынаяҡ-касаларға ҡойоп, һыуыҡтарын көпшә менән эсегеҙ.
Ауырыуҙарға ҡағылған сәйҙәрҙе эсер алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: