Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дарыу үләндәре
4 Сентябрь 2019, 16:50

Ҡырағай ҡыяр

Ҡырағай ҡыяр менән дауаланғанығыҙ бармы? Әллә уны ни бары матурлыҡ өсөн генә үҫтерәгеҙме? Был рецепты күргәс, йүгереп баҡсаға индем, һулымаған, үҫеп ултыра. Һеҙ ҙә ашығығыҙ!

Традицион медицинала ҡырағай ҡыярҙы ағыулы булған өсөн ҡулланмайҙар. Ә бына халыҡ медицинаһында ул киң ҡулланылыш тапҡан. Малярия, гепатит, бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын, шешенгәндә, һыу сәсәге сыҡҡанда, геморройҙы, подагра, ревматизм, эсәк, диарея, аменорея ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Әҙ генә миҡдарҙа ҡулланып, гайморит, тән яралары, бәшмәк ауырыуҙарын да бөтөрөп була.


Шулай ҙа ҡырағай ҡыярҙың ағыулы үлән икәнен онотмағыҙ. Ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Уның һутынан һәм емешенән күңел болғаныуы, ҡоҫоу, ҡанлы диарея, баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, йоҡо килеүе ихтимал. Һуты тирегә тейһә, яндыра.

Ҡырағай ҡыяр менән дауаланыу ауырлы һәм бала имеҙеүсе ҡатындарға, 18 йәшкә тиклемгеләргә хатта аҙ ғына миҡдарҙа ла тыйыла. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарында ла зарарлы.
Был үләндең зарарын бөтөрөү өсөн петрушка, әнис, сабура кеүек башҡа төрлө үләндәр ярҙам итә. Тик быны оҫта халыҡ табибы, йә үҙегеҙҙең дауалаусы табибығыҙ ғына эшләй ала.

Рецептар:

* япраҡтарынан төнәтмә: 1 аш ҡалағы япраҡҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыу парында (водяная баня) 20 минут ҡайнатабыҙ. Әҙер төнәтмәне һөҙөп, алда булған миҡдарға еткергәнсе һыу өҫтәп ҡоябыҙ. Ашарҙан 15-20 минут алдан 1 балғалаҡ эсергә.

* оҙаҡ уңалмаған сей яраны дауалау өсөн инфузодекокт: 1 аш ҡалағы япраҡты 100 мл ҡайнар һыуға һалынып, 40 минут төнәтелгәндән һуң 100 мл кунжут майы өҫтәлә һәм һыу парында (водяной баня) йәнә 40 минут тотола. Эҫе килеш һөҙөп алына. 1 аш ҡалағы иҙмәне 1 балғалаҡ арыш оно менән бутап, йәймә яһала. Йәймәне сей яраға бинт менән 6-12 сәғәткә бәйләп ҡуйырға. Тирегә бәшмәк сыҡҡан булһа, ошо иҙмә менән ышҡыйҙар.

* емештәре бешкән һыу: 1 аш ҡалағы (өймәләмә булмаһын) емештәрен һыуға һалып һайнатырға ҡуяғыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 10 минут һүрән утта тотабыҙ ҙа һөҙөп алабыҙ. Арыш ононан йәймә әҙерләп, оҙаҡ уңалмаған яраға һалырға мөмкин.

* клизма яһау өсөн төнәтмә ултырыш һөйәге нервыһы, бил ауыртҡанда файҙалы. 3-4,5 гр тамыры 0,5 литр һыуҙа ҡайнатыла. Ҡайнап сыҡҡас йәнә 25 минут һүрән утта тотҡандан һуң һөҙөп алына. Микроклизма кеүек ҡулланыла.

* аналыҡтағы яманшештән төнәтмә: 1 балғалаҡ тамырҙы 1 стакан ҡайнар һыуға һалырға кәрәк. 25 минут талғын ғына ҡайтнатҡандан һуң һөҙөп алына. Ашарҙан 15-20 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсергә. Һиптертер йыуырға ла (спринцевания) була.

* проказа һәм аналыҡтағы яман шеш: 1 аш ҡалағы (өймәләмә түгел) япраҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуҙа ҡайнатып сығарғас та йәнә талғын ғына утта 10 минут тоторға. Утты һүндергәс 15 минут төнәтергә лә һөҙөргә. Ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Аналыҡтағы шеште бөтөрөү өсөн спринцевания ла эшләр кәрәк (1 стакан төнәтмә 1 процедураға).

* геморройҙан емештәренең майлы төнәтмәһе: 1 аш ҡалағы (өймәләмә түгел) емешен 1 стакан эҫетелгән үҫемлек майына һалып утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут һүрән утта тоторға. Унан һөҙөргә. Геморрой шештәренә һөртөү өсөн ҡулланыла.

* һыу сәсәге, ревматизм, подагра, невралгия, ишиасе, ҡалтыранған (биҙгәк тотҡан), эс йомшартҡыс, һейҙерткес, бабасыр (селәүсен) төшөрә торған дарыу булараҡ ҡулланғанда: 1 балғалаҡ үләнен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, төрөп тороп йәки термоста 40 минут төнәтергә лә һөҙөргә. Ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Ыуыныу (һөртөнөү) маҡсатында компресс йәки сылатҡыс кеүек хроник ринит һәм синусит ваҡытында ҡулланыла.

* подаграла уксуслы төнәтмә: 2 аш ҡалағы тамырҙарын 1/2 стакана уксусҡа һалып, 7 көн төнәтергә.

Йәнә ҡабатлайбыҙ: һаҡ булығыҙ. Был сәскә бик ныҡ ағыулы. Ҡулланыр алдынан табиб менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: