Һәр ауыл эшһөйәр, уңған, абруйлы шәхестәре менән матур. Буранбай ауылында ла үҙенең йәшәйеше менән башҡаларға өлгө булырҙай ағинәйҙәребеҙ бихисап. Һүҙем - ғүмер йомғағының туҡһанынсы тиҫтәһен ваҡлаған Фәриҙә Абыҙгилдина тураһында. Һәр көнөн Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын тойоп, булғанына шөкөр итеп, биш намаҙын ҡалдырмай уҡып ултырған ағинәй ул. Фәриҙә Зиннур ҡыҙы 3 балаһының, 8 ейән-ейәнсәренең, 20 бүлә-бүләсәренең уңыштарына һөйөнөп, изге доғаларынан айырмай йәшәгән бәхетле өләсәй. «Бер әбейҙән күпме бала», - тип шатлығы менән уртаҡлашып бәхетле йылмая ул.
Ә бит яҙмыш уны бер ҙә иркәләмәгән. Һуғыш йылы балаһы ул - 1942 йылда донъяға килә. Күп тә үтмәй атаһы фронтҡа китә һәм ике йылдан хәбәрһеҙ юғала. Сержант Зиннур Шиһабитдин ҡарттың исеме «Хәтер китабы»нда мәңгелек урын алған. Ике айлыҡ сағынан етем ҡалған Фәриҙә апай, үкенескә ҡаршы, атай төҫөн күрмәй. Уның иҫтәлегенә картуф баҡсаһына 20 төп ҡарағай ултырта. Уларҙы һыу һибеп, ҡәҙерләп үҫтерә, ағастар әле, атаһының төҫө булып, шаулап үҫеп ултыра.
«Әсәйемдең атаһы Муса ҡартатай менән Разия өләсәй тәрбиәһендә үҫтем. Әсәй көнө-төнө колхоз эшендә эшләне.Ҡартатайҙар заманына күрә хәлле, дини кешеләр булды. Мәсетте клуб итеп үҙгәрткәс, беҙҙең урамда Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре үткәрә торғайнылар. Мин бәләкәй генә булһам да ҡартатайға эйәреп доға ятлап йөрөй торғайным», - тип хәтер ебен һүтте ағинәй. Күңеленә иман нуры шул саҡта уҡ һалынғандыр, моғайын. Һуғыш осоронда ла, унан һуң да ауылда бар ауыр эштәрҙе үҫмер балалар башҡарған. Фәриҙә апай ҙа эшләп үҫә. 15 йәшендә генә тиҫтерҙәре менән колхозда ҡул менән бесән сапҡандар.
Әсәһе икенсегә кейәүгә сыҡҡанлыҡтан, Фәриҙәне ҡартатаһы менән өләсәһе матур итеп бағып үҫтерә. Туй яһап, Ишмырҙа ауылы егете Зәкир Абыҙгилдинға кейәүгә оҙата. Ләкин яҙмыш мәҡәләм геройын һынауын дауам итә. Туғыҙ йыл татыу йәшәгәндән һуң, ғаилә башлығы мәрхүм була. Дүрт бала менән тол ҡалған Фәриҙә апай кире тыуған яҡтарына - Буранбайға күсеп ҡайта. Ғүмер буйы фермала быҙау ҡараусы булып эшләй. Бала ҡайғыһын да ҙур сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә ул. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған Фәриҙә Зиннур ҡыҙы эшендә алдынғылыҡты бирмәй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелә. Тырыш ханым ике тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Район делегацияһы составында сит илгә барып ҡайта.
Фәриҙә Зиннур ҡыҙы һәр атҡан таңға ҡыуанып, барыһына шөкөр итеп йәшәй. Балаларын да уңған, ярҙамсыл, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Ике балаһы - ҡыҙы Хәҙисә һәм улы Зөфәр менән килене Миңлегөл ошо уҡ ауылда төпләнгән, Ә Рәшиҙә Байым ауылында йәшәй. «Өс балам - өс терәгем»,- ти ул балаларына ҡыуанып.
Һуғыш осоро балаһы Фәриҙә апай донъяның тыныс булыуын, һәр ғаиләнең имен, балаларҙың атай-әсәйле булып, тулы, бәхетле ғаиләлә үҫеүҙәрен теләп ултыра.
Етемлек һурпаһын күп эсһә лә, көслө рухлы булып ҡалған Фәриҙә Зиннур ҡыҙына һоҡланырлыҡ. Инәйгә бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйем. Яҙмамды Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырынан өҙөк менән тамамлағым килә. Ул тап беҙҙең Фәриҙә апайға арнап яҙылған кеүек:
...Тол ҡатындар иламайҙар,
Сыландырып керпек остарын.
Мең сабырлыҡ менән көтә улар
Аҡ ҡаурыйлы бәхет ҡоштарын!...
Фәриҙә ҺАҒЫНБАЕВА.
Буранбай ауылы.