Быйыл районда күркәм, олпат юбилейҙарын билдәләүсе хөрмәтле инәй-олатайҙар бихисап. Шуларҙың береһе - Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Хөсәйен Ишҡыуатов. Ул ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшен ҡаршыланы. Ярты быуатҡа яҡын ауыл хужалығында механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ир уҙаман, юлында осраған һынауҙарға бирешмәй, тырышып, матур итеп донъя көтә. Тыуған йорттарына ашҡынып ҡайтҡан күҙ нурҙары - ҡыҙҙары өсөн атай нигеҙен һыуытмай, уның ҡотон һаҡлай. Уларҙы матур итеп ҡаршы ала, изге теләктәрен, фатихаларын биреп оҙатып ҡала.
Х.М.Ишҡыуатов 1951 йылдың 8 апрелендә Үрге Яйыҡбай ауылында тыуа. Урындағы мәктәптә белем алғандан һуң, бала саҡтан техниканы яҡын күргән егет уҡыуын Йылайыр районының Юлдыбай һөнәрселек училищеһында дауам итә, механизатор һөнәрен үҙләштерә. Диплом алғас, 1967 йылда хеҙмәт юлын Салауат исемендәге колхозда тракторсы булып башлай, ДТ-54 техникаһын йөрөтә. Күп тә үтмәй, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә әрмегә юлланып, унда ике йыл намыҫлы хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, йәш егет яңы көс, дәрт менән йәнә ҡорос атты ауыҙлыҡлай.
Хөсәйен Мөбәрәк улы үҫмер саҡта һайлаған һөнәренә хаҡлы ялға сыҡҡансы тоғро ҡала. Уның хеҙмәт стажы - 44 йыл. Ошо йылдар эсендә тәжрибәле механизатор ДТ-75, К-700, Т-40, МТЗ-82 тракторҙары менән идара итә. Ниндәй генә тимер атта йөрөһә лә, үҙ эшен яратҡан тракторсы уларҙы төҙөк, матур итеп тота. Ал-ял белмәй, ең һыҙғанып эшләй, ярты быуатлыҡ хеҙмәте менән ауыл хужалығы үҫешенә тос өлөш индерә. Уның тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ лайыҡлы баһалана. БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы, һабантуйҙарҙа алған Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр уның тырыш хеҙмәтен дәлилләй. Мәҡәләм геройы былтыр Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған сарала оҙаҡ йыллыҡ фиҙәҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Республика башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Хөсәйен Мөбәрәк улы Иҫке Сибай ауылы һылыуы Фәүҡинур Мирасбай ҡыҙы менән донъя ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Уларға белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Ҡыҙҙарының икеһе лә уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй тырышып эшләйҙәр һәм матур йәшәйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Әлфирә ҡала хакимиәтендә эштәр идарасыһы, Әлфиә - Баймаҡ районы хакимиәтенең финанс бүлегендә иҡтисадсы.
Ипле, ярҙамсыл, сәләмәт тормош алып барған Хөсәйен Мөбәрәк улын ауылдаштары ла ихтирам итә.
«Хөсәйен ағай менән менән Фәүҡинур апай мәрхүмә Ишҡыуатовтар ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләләренең береһе ине. Үкенескә ҡаршы, Фәүҡинур Мирасбай ҡыҙы бер нисә йыл элек мәрхүмә булды. Хөсәйен Мөбәрәк улы һөйөклө тормош юлдашын юғалтыу ҡайғыһын эш, донъя менән баҫты. Ҡыҙҙары аталары янына һәр ваҡыт ҡайтып хәлдәрен белеп, иғтибарҙан өҙмәйҙәр. Ғаилә башлығын эшһөйәр, тырыш булараҡ беләбеҙ. Урамда бөхтәлек, таҙалыҡ хөкөм һөрһә, йорттары эсендә ҡот, нур уйнай. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙан да Хөсәйен ағай ситтә ҡалмай, концерт-спектаклдәргә йөрөй», - тине Ниғәмәт ауылы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева.
Бына шулай дәртле, әүҙем, туған йәнле, ярҙамсыл, ихлас ул мәҡәлә геройы - 75 йәшлек матур юбилейын ҡаршылаусы Хөсәйен Ишҡыуатов.
Юбилярға алдағы көндәрендә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле көндәр теләйбеҙ. Һеҙгә киләсәктә лә ҡыҙҙарығыҙ өсөн ҡәҙерле атай, кейәүҙәрегеҙгә хөрмәтле ҡайны, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә яратҡан ҡартатай булып, иҫәнлек-һаулыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.