Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Буранбай ауылында йәшәүсе Миңлегөл Абыҙгилдинаны ауылдаштары әүҙем, тырыш, дәртле ҡатын-ҡыҙ булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Ул 1967 йылда Мәрзиә һәм Фәйзулла Раевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Сибай педагогия училищеһында, һуңынан ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. «Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма балаларҙы яратыуым сәбәпсе булғандыр», - ти Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы. М.Ф. Абыҙгилдина уҡытыу эшенән тыш, ауыл тормошо үҫешенә лә тос өлөш индерә. Урында үткән сараларҙы, экологик өмәләрҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Өс тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, 25 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып эшләй. Ышанып тапшырылған был вазифалар артында күпме тырышлыҡ, яуаплылыҡ ятҡанын яҡшы аңлаған Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы йөкмәтелгән һәр эште намыҫ менән башҡара. Уның тырыш хеҙмәтен район, ауыл хакимиәте етәкселегенең Рәхмәт хаттары, БР ҡатын-ҡыҙҙар Советы ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй. 

Буранбай ауылында йәшәүсе Миңлегөл Абыҙгилдинаны ауылдаштары әүҙем, тырыш, дәртле ҡатын-ҡыҙ булараҡ белә һәм хөрмәт итә.

Ул 1967 йылда Мәрзиә һәм Фәйзулла Раевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, 1984 йылда Сибай педагогия училищеһында, һуңынан ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала. «Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма балаларҙы яратыуым сәбәпсе булғандыр», - ти Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы.

Йәш белгес хеҙмәт юлын 1987 йылда Буранбай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап, әле лә үҙ һөнәренә тоғро. Ҡырҡ йылға яҡын эшләү дәүерендә ул бик күп ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға өйрәтә.

«1997 йылда мәктәп директоры Хәмитов Сәғитулла Заһит улы тырышлығы менән  ике ҡатлы ҙур мәктәп асылыуы ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булғайны. Мәктәптә 100-гә яҡын бала уҡыһа, уларға 15-ләп уҡытыусы белем бирҙе, бынан тыш, 7-8 хеҙмәткәр эшләй ине. Бына шулай гөрләп торған белем усағы хәҙер, балалар һаны аҙ булыу сәбәпле,  кире башланғыс белем белем биреү мәктәбе булып ҡалды», - тип бер аҙ борсолоулы фекере менән бүлеште Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы.

Әле мәктәптә өс класта ун уҡыусы белем ала. М.Ф. Абыҙгилдина  уларҙың һәләттәрен асыу, уны үҫтереү өсөн бар тырышлығын һала. Тәжрибәле педагог һәр ваҡыт ата-әсәләр менән берлектә эшләй. Уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсә бергә эшләгәндә генә, уңышҡа өлгәшергә була, ти тәжрибәле педагог.

Мәктәптә белем биреү менән бер рәттән хеҙмәткә лә һөйөү тәрбиәләнә. Йыл һайын уҡыусылар менән берлектә мәктәп яны баҡсаһына йәшелсәләр ултыртыла. Былтыр көҙ йыйып алынған мул уңыштан яугирҙәргә 55 банка борщ әҙерләй Буранбай мәктәбе коллективы.  «Һуғышта улдарын юғалтҡан ата-әсәләргә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ бирһен. Ошо мәктәптә уҡып, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, яуҙа батырҙарса һәләк булған егеттәр ҙә бар. Уларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Герой партаһы асырға ниәтләйбеҙ», - тип пландары менән уртаҡлашты М.Ф. Абыҙгилдина.

Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы уҡытыу эшенән тыш, ауыл тормошо үҫешенә лә тос өлөш индерә. Урында үткән сараларҙы, экологик өмәләрҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Өс тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана, 25 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып эшләй. Ышанып тапшырылған был вазифалар артында күпме тырышлыҡ, яуаплылыҡ ятҡанын яҡшы аңлаған Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы йөкмәтелгән һәр эште намыҫ менән башҡара. Уның тырыш хеҙмәтен район, ауыл хакимиәте етәкселегенең Рәхмәт хаттары, БР ҡатын-ҡыҙҙар Советы ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары дәлилләй.

   Ғаиләһе, балалары менән дә бәхетле мәҡәләм геройы. Ошо ауыл егете Зөфәр Зәкир улы менән 1988 йылда ғаилә ҡороп, өс ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙҙары ла ата-әсәһенә оҡшап, тырыш, аҡыллы, эшһөйәр. Һәр береһе үҙ аллы тормошҡа сығып, матур итеп йәшәй. Өлкәндәре Миләүшә балалар баҡсаһында тәрбиәсе, кейәүҙәре Нур - фельдшер. Улар Межгорье ҡалаһында йәшәй. Фәйрүзә тормош иптәше Илнур менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, икеһе лә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе актеры. Бәләкәстәре Зөлфиә - врач-терапевт. Кейәүҙәре Айҙар - офицер. Улар Алтайҙа йәшәй. Абыҙгилдиндар алты ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй һәм ҡартатай.

«Ҡырҡ йылға яҡын эшләү дәүеремдә уҡытҡан уҡыусыларымдың бөгөн матур тормош ҡороп йәшәүҙәренә ҡыуанам. Уларҙың юлда осрап, хәл белешеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп тороуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс», - тине Миңлегөл Фәйзулла ҡыҙы.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте мәҡәле халыҡ, уҡыусылар ихтирамын яулаған Миңлегөл Абыҙгилдинаға төбәп әйтелгән кеүек.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас