Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Март , 16:55

Баймаҡ һылыуы Гөлназ, күңелдәре тулы наҙ!

 Гөлназ Рәхмәтуллина - төп эшенән тыш, яратҡан шөғөлдәре менән булышырға ла ваҡыт таба. Төрлө йәшелсә-емеш,  сәскә үҫтерергә ярата. Күңеленә ял биргән был эшкә ул ҡыш уртаһынан тотона: үҫентеләр сәсә, уларҙы тәрбиәләй, көндәр йылығас, тышҡа алып сығып ултырта. Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы йыр-моңға ла ғашиҡ. «Ҙур сәхнәләргә сыҡмаһам да, туғандар, дуҫтар менән йыйылған мәжлестәрҙә йырлайым», - тине ул йылмайып. Ә иң үҙенсәлекле шөғөлө - балыҡ ҡармаҡлау. Балыҡҡа ул бала саҡта атаһы, унан тормош иптәше, ҡайныһы, балалары менән йөрөй. Тулыраҡ:

Урал аръяғы агросәнғәт колледжында алдынғы ҡарашлы, белемле, үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән, балаларҙы яратҡан педагогтар эшләй. Шуларҙың береһе - Гөлназ Рәхмәтуллина. Тырыш уҡытыусы  фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 2025 йылда «БР-ҙың мәғариф алдынғыһы» исеменә лайыҡ булды.

Г.Һ. Рәхмәтуллина 1980 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуа, 1-се мәктәптә белем ала. Артабан  «Йылайыр» совхоз-техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын ҡаланың 4-се лицейында секретарь булып башлай. 2006 йылда Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына эшкә килә. Эшләү менән бер рәттән  Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.

Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле студенттарҙы уҡыта, уларҙың кураторы булып тора. «Был социаль өлкәгә ҡараған уҡыусылар менән эшләү икеләтә яуаплылыҡты талап итә. Уларҙың һәр береһенең холҡона яраҡлашырға, уртаҡ тел табырға кәрәк. Беренсе курстан алып уҡып бөткәндәренә тиклем бер-беребеҙгә өйрәнеп, яҡын кешеләр булып та китәбеҙ. Эшем оҡшай. Иң мөһиме, уны күңел һалып башҡарырға кәрәк»,- тине уҡытыу өлкәһендә егерме йылға яҡын тәжрибәһе булған педагог. Ул бер үк ваҡытта профсоюз ойошмаһы рәйесе вазифаһын да башҡара. Был йәһәттән уның эшен эшен йәнләндереп, үҙенә тәғәйен бурысты лайыҡлы үтәй.  

Мәҡәләм геройы һәр яҡлап уңған. Төп эшенән тыш, яратҡан шөғөлдәре менән булышырға ла ваҡыт таба. Төрлө йәшелсә-емеш,  сәскә үҫтерергә ярата. Күңеленә ял биргән был эшкә ул ҡыш уртаһынан тотона: үҫентеләр сәсә, уларҙы тәрбиәләй, көндәр йылығас, тышҡа алып сығып ултырта. Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы йыр-моңға ла ғашиҡ. «Ҙур сәхнәләргә сыҡмаһам да, туғандар, дуҫтар менән йыйылған мәжлестәрҙә йырлайым», - тине ул йылмайып. Ә иң үҙенсәлекле шөғөлө - балыҡ ҡармаҡлау. Балыҡҡа ул бала саҡта атаһы, унан тормош иптәше, ҡайныһы, балалары менән йөрөй.

Спорттың - сәләмәт йәшәү рәүеше икәнен яҡшы аңлай Гөлназ һылыу. Бигерәк тә теннис уйнарға ярата. Район кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

Гөлназ Һиҙиәт ҡыҙы тормош иптәше Иҙел Булат улы менән өс ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Өлкәндәре Азалия ғаиләле, тормош иптәше Илназ менән Магнит ҡалаһында йәшәй.  Айлина 1-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Бәләкәстәре Амелия 6-сы класс уҡыусыһы. Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. 2025 йылдың мартында ғаилә башлығы Иҙел Булат улы ауырып, ҡапыл ғына вафат була. «Ғаиләм, балаларым, тип өҙөлөп торған хәстәрлекле атай, тормош иптәше булды. Ҡыҫҡа ғына парлы ғүмеребеҙҙе аңлашып, матур, татыу үткәрҙек. Арабыҙҙан иртә китеүе бик үкенесле. Күңел төшөнкөлөгөн эшем, ҡыҙҙарым, яратҡан шөғөлдәрем менән баҫырға тырышам», - тине ул тормош иптәшен йылы хәтирәләр менән генә иҫкә алып. Тормоштоң тик матур яҡтарын күреп, дуҫ-туғандарына ярҙам итеп, коллегалары, уҡыусылары араһында ихтирам яулап йәшәй мәҡәләм геройы.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас