Таулыҡай ауылының арҙаҡлы ир-уҙамандарының береһе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын ҡаршыланы. Оҙаҡ йылдар төрлө етәксе вазифаларын башҡарған Йәүҙәт Шәһит улы мәғариф, мәҙәниәт, ауыл тормошо үҫешенә тос өлөш индерә.
Ул 1951 йылда Сыңғыҙ ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала. Бала саҡтан тырыш, эшсән малай 9 йәштән йәйге каникулдарҙа колхозда эш башлай. Ул йылдарҙы әле лә матур хәтирәләр менән иҫләй юбиляр: «Иртә менән ҡармаҡ тотоп Һаҡмарға балыҡҡа китеп барһам, бесәнселәр бригадаһының хисапсыһы Хөрмәт ағай Ханафин осраны ла, әйҙә, колхозға бесәнгә күбә тартышырға бар, ти. Көнө буйы эшләнек, колхозсылар бер нисә көнгә тип, күсеп килгәс, кис ауылға ҡайтыусы булманы. Хөрмәт ағай ҙа, әсәйең бында икәнеңде белә, бөгөндән һин колхоз эшендәһең, тип ҡайтарманы. Шулай итеп, минең колхоз эшендәге тәүге хеҙмәтем башланып китте. Йәйге осорҙа биш йыл күбә тарттырҙым. Шул ваҡытта аттарға ныҡ эйәләштем, уларҙы өйрәтеп, аҙаҡ яҡын дуҫтарға әйләнеп бөттөк. Үҫкәс ат ҡараусы булып эшләргә хыяллана инем», - тип йылмайҙы мәҡәләм геройы бала саҡтың матур хәтирәләр ебен һүтеп.
Башланғыс мәктәптән һуң 1962-1968 йылдарҙа тиҫтерҙәре менән бергә йәйәү йөрөп Беренсе Этҡолда уҡый. Ул мәктәптә алдынғы, әүҙем уҡыусы, ойоштороусы була. 6-сы класта гармунда, баянда уйнарға өйрәнә. Музыкаға булған һәләтемде асыуҙа Әнүәр Абдрахман улы Арыҫлановтың роле баһалап бөткөһөҙ, ти ул. Ишеткән көйҙәрен бик тиҙ уйнап өйрәнә ул. Музыка ҡоралдарында уйнау теләге көслө булған егет, 7-се класты бөткәндән һуң, һөт ташыусы булып эшләгән эш хаҡына өр-яңы гармун һатып ала.
Уҡыуын тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йортонда баянсы, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ситтән тороп БДУ-ның биология факультетын тамамлай. 1980 йылда хеҙмәт юлын Сыңғыҙ мәктәбендә уҡытыусы булып дауам итә. Үҙ бурысына яуаплы ҡараған педагогты ике йылдан директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул етәкселек иткән осорҙа мәктәптә яңы ҡаҙанлыҡ алына, оҫтахана төҙәтелә, унда яңынан дәрестәр үткәрелә башлай. Ашхана өсөн йыһаздар, һауыт-һабалар алына һәм уҡыусыларҙы ашатыу ойошторола. Шулай уҡ мәктәп яңы йыһаздар менән тәьмин ителә, төҙөләсәк яңы белем усағының проекты эшләнә. Артабан Йәүҙәт Шәһит улын Төркмән мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Бында ла етәксене иҫке, күп ремонт талап иткән мәктәп ҡаршы ала. Ләкин был юлдарҙы уңышлы үткән директор юғалып ҡалмай, төҙөкләндереү юлдарын эҙләй һәм ике йыл эсендә ҙур эштәр башҡарыуға өлгәшә.
1988 йылда Йәүҙәт Шәһит улын Ленин исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары, 1990 йылда ауыл Советы рәйесе итеп һайлана. Ғөмүмән, ул алты тапҡыр Моҡас, Таулыҡай ауыл Советтары, бер тапҡыр Баймаҡ район Советы депутаты була. 1992 йылда хеҙмәт юлын Таулыҡай мәктәбендә дауам итә. Йыр, химия фәндәре нескәлектәренә төшөндөрә ул уҡыусыларҙы. Шулай уҡ класс етәксеһе вазифаһын башҡарып, бер нисә класс сығара. Уҡыусылары ул йылдарҙы әле лә матур хәтирәләр менән иҫкә ала.
"Йәүҙәт Шәһит улы һәр беребеҙҙе ҡайғыртып, беҙҙең өсөн борсолоп тороусы, асыҡ йөҙлө, киң күңелле, сабыр холоҡло класс етәксебеҙ булды. Беҙ уны ысын күңелдән ихтирам итәбеҙ һәм барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ", - тине 1998 йылғы сығарылыш уҡыусыларының береһе Гөлфиә Байегетова- Дәүләтбирҙина.
1998 йылдан Йәүҙәт Шәһит улын юғары вазифаға - Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Уның тырышлығы менән Сыңғыҙҙа китапхана, Буранбайҙа балалар баҡсаһы һәм китапхана асыла, Буранбай клубы ҡаҙанлыҡҡа айырым яңы трасса менән тоташтырыла.
Й. Ш. Мөхәмәтйәровтың дөйөм хеҙмәт стажы - 42 йыл. Хаҡлы ялға 2014 йылда Таулыҡай мәктәбендә эшләп сыға. Ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай әүҙем уҙаман. Мәҙәниәт йорто янында ойошторолған «Хазина» фольклор ансамбле етәксеһе була. Коллективҡа яңы йырҙар өйрәтеү, уны ике тауышҡа ҡуйып йырлатыу өсөн күп көс һала. Ансамбль район, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Ул шулай уҡ оҙаҡ йылдар Таулыҡай ауыл биләмәһенең ҡоролтай рәйесе булып эшләй.
«Ҡайҙа эшләһәм дә етәкселәрҙән, коллегаларҙан уңдым. Айырыуса М.Т. Хәкимовҡа, Р.Ә.Сырлыбаевҡа, Б.Р.Күсәбаевҡа, Р.В.Ишембәтовҡа, И.Х. Ситдиҡовҡа рәхмәтлемен. Улар менән матур, татыу эшләнек. Ул йылдарҙы әле лә йылы хәтирәләр менән иҫкә алам», - тине юбиляр.
Йәүҙәт Шәһит улы тормош юлдашы Беренсе Этҡол ауылы ҡыҙы Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, ҡырҡ йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисерәләр. Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы ла ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаны. Ул хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны. Мөхәмәтйәровтар өс улға ғүмер бүләк иткәндәр. Үкенескә ҡаршы, өлкән улдары Азамат менән килендәре Гөлназ, коронавирус мәлендә ауырып, бик йәшләй мәрхүм була. Икенсе улдары Фәнил Асҡарҙа йәшәй, вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй. Килендәре Динә һөнәре буйынса врач-терапевт. Өсөнсө улдары Буранбай ҙа ҡырҙа эшләй, килендәре Юлиә менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Мөхәмәтйәровтар ете ейән-ейәнсәргә яратҡан ҡартатай һәм ҡартәсәй. Ауылдаштары ла уларҙы күркәм, матур ғаилә булараҡ хөрмәт итә.
«Олпат юбилейын билдәләгән Йәүҙәт Шәһит улы - ауылыбыҙҙың абруйлы ир-уҙаманы. Беҙ уның менән бер осорҙа эшләнек. Көслө ихтыярлы, талапсан, һоҡланғыс шәхес ул. Һәр саҡ позитив ҡарашлы, тормоштағы ваҡиғаларға ғәҙел баһа биреүсе лә. Уның бик тә белемле булыуын иҫәпкә алып, мин уны хатта «энциклопедия» тиер инем», - тине ауылдашы тураһында мәғариф ветераны Рәйсә Хәсәнова-Яҡупова.
Юбилярҙы ғүмер байрамы 75 йәше менән ҡотларға Таулыҡай ауыл биләмәһе вәкилдәре лә барҙы. Улар Йәүҙәт Шәһит улына изге теләктәрен, бүләктәрен тапшырҙы, ауыл тормошо үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бына шулай мәҙәниәт, мәғариф, ауыл тормошо, уның үҫеше өсөн күп көс һалған кешеләрҙең береһе ул Йәүҙәт Шәһит улы. Уны ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ. Сәләмәтлек, күңел тыныслығы, Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы менән тигеҙ, парлы ғүмер, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы теләйбеҙ.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.