Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар , 10:50

Ауылыбыҙҙың рухлы ғаиләһе

Мерәҫ ауылы китапханаһында «Яугир әсәләре» проекты үҙ эшен дауам итә. Шундай әсәләрҙең береһе - Сәриә Сәғитова. Ул 1965 йылда Таулыҡай ауылында Хәтифә Ғатаулла ҡыҙы һәм Әхмәҙи Мөхәмәҙи улы Мөхәмәтшиндарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуа. Таулыҡай урта мәктәбен тамамлау менән ашханала эш башлай, фермала һыйыр ҙа һауа. 1984 йылдың яҙында Мерәҫ ауылы егете  Миңлеғәле Ирғәле улы менән ғаилә ҡоралар. Икеһе лә ал-ял белмәй «Таналыҡ» колхозында - малсылыҡта эшләйҙәр...

Яугир ул тәрбиәләгән әсәләр

 

Меңдәр араһында мин дә

Яугир улдың әсәһе.

Бәғерҙәрҙе өтөп ала

Ил ҡойған йәш әсеһе.

(М. Бикәнәсова.)

Мерәҫ ауылы китапханаһында «Яугир әсәләре» проекты үҙ эшен дауам итә. Шундай әсәләрҙең береһе - Сәриә Сәғитова.

Ул 1965 йылда Таулыҡай ауылында Хәтифә Ғатаулла ҡыҙы һәм Әхмәҙи Мөхәмәҙи улы Мөхәмәтшиндарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуа. Таулыҡай урта мәктәбен тамамлау менән ашханала эш башлай, фермала һыйыр ҙа һауа. 1984 йылдың яҙында Мерәҫ ауылы егете  Миңлеғәле Ирғәле улы менән ғаилә ҡоралар. Икеһе лә ал-ял белмәй «Таналыҡ» колхозында - малсылыҡта эшләйҙәр. Сәриә Әхмәҙи ҡыҙы оҙаҡ йылдар һыйыр һауа, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Район хужалыҡтары йәйләүҙәрендә ойошторолған һауынсылар ярышында призлы урындар яулап, ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләнә уңған ханым. Хаҡлы ялда булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай, бөгөнгө көндә Серпухов ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй.

Миңлеғәле Ирғәле улы 1954 йылда Мерәҫ ауылында тыуа. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, әрмегә алына. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тракторсылар курсында уҡый. 9 йыл тракторист, аҙаҡ малсылыҡта эшләй. Ул - «Хеҙмәт ветераны». Дәртле ир уҙаманы ауылда үткән һәр өмәлә әүҙем ҡатнаша, ихлас, ярҙамсыл.  

Сәриә Әхмәҙи ҡыҙы Миңлеғәле Ирғәле улы менән Гөлзирә һәм Инсаф исемле балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Гөлзирә ғаиләһе менән Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. «Миләш» балалар баҡсаһында эшләй. Тормош иптәше Радик менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр.

Улдары Инсаф әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла. Ул 1989 йылдың 3 ноябрендә тыуа. Бәләкәйҙән сос егет Мерәҫ урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлау менән Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һәм иретеп йәбештереүсе  һөнәрҙәрен үҙләштерә. Аҙаҡ алған һөнәре буйынса вахта ысулы менән эшләй. 2024 йылдың мартында контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙыу алыштарҙың береһендә ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу егет ҡаты яралана. II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Бөгөнгө көндә Инсаф Миңлеғәле улы госпиталдә дауалана. Беҙ уның тиҙ арала имен-һау йүнәлеүен теләйбеҙ.

Сәғитовтар ғаиләһе яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләүҙә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, яу яланына «Альфа» мотоциклын да егеттәргә ебәрә.

Батыр ул үҫтергән Сәриә Әхмәҙи ҡыҙы менән Миңлеғәле Ирғәле улына һәм улдары ил именлеге һағында булған барлыҡ атай-әсәйҙәргә сабырлыҡ, түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Рафиға Ғазина,

Мерәҫ ауылы китапханасыһы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас