Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ғинуар , 11:45

"Бәхет иле"ндә булдыҡ

"12 ғинуарҙа беҙгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Бәхет иле»  тапшырыуында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Телевидение хеҙмәткәрҙәре интернет селтәре аша ҡыҙым Розалия менән кейәүем Азат Ҡарасуриндарҙың икеһенең дә быйылғы Ат йылында тыуыуын белеп, уларҙы тапшырыуҙа ҡатнашырға саҡырған. Шул саҡта ҡыҙым, минең әсәйем менән атайым да ҡыҙыл утлы Ат йылы кешеләре, тигән йылмайып. Белеүегеҙсә, быйыл Республикала ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләбеҙҙең ҙур булыуын иҫәпкә алып, беҙҙең дә килеүебеҙҙе һоранылар", - тип башланы мәҡәләне Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы Иҙелбаева... Тура эфирҙа барған тапшырыуҙа ҡатнашыу бер яҡтан ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан яуаплы ла ине. Бер аҙ тулҡынланыу ҙа булды.

12 ғинуарҙа беҙгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Бәхет иле»  тапшырыуында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Телевидение хеҙмәткәрҙәре интернет селтәре аша ҡыҙым Розалия менән кейәүем Азат Ҡарасуриндарҙың икеһенең дә быйылғы Ат йылында тыуыуын белеп, уларҙы тапшырыуҙа ҡатнашырға саҡырған. Шул саҡта ҡыҙым, минең әсәйем менән атайым да ҡыҙыл утлы Ат йылы кешеләре, тигән йылмайып. Белеүегеҙсә, быйыл Республикала ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаиләбеҙҙең ҙур булыуын иҫәпкә алып, беҙҙең дә килеүебеҙҙе һоранылар.

Тура эфирҙа барған тапшырыуҙа ҡатнашыу бер яҡтан ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан яуаплы ла ине. Бер аҙ тулҡынланыу ҙа булды.

Тапшырыу «Ғаилә нимәнән башлана?» - тигән һорау менән башланды. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һорау кеүек. Асылда уға яуап - мең төрлө, һәр кем, һәр пар өсөн ул үҙенсә мәғәнәгә эйә. Ғаилә ул - ырыҫ, ҡот, бәхет, һаҡлап тотор оло хазина. Ғаилә - йәмғиәттең бәләкәй бер бишеге, киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе.

Минең уйлауымса, ғаилә ул дуҫлыҡтан башлана. Шуға күрә тормошҡа сығыу менән, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, минең маҡсатым тип әйтәйемме, йәшәү принцыбым тейемме ғаиләнең нигеҙен, ҡотон һаҡлау булды. Сөнки ғаилә нигеҙе ныҡ булһа, өйҙөң дә нигеҙе ныҡ, балаларҙың йөҙө шат, уларҙың киләсәге өмөтлө була. Тормош иптәшем Ирек Әхмәткәрим улы менән биш балаға, өс ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иттек. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә ғаиләбеҙ татыу, балаларыбыҙ ҙа һәр төрлө уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора.

Тапшырыуҙа шулай уҡ "Чайлд-фри", йәғни бала табыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу күренешенә ҡарашығыҙ нисек?» - тигән һорау ҙа бирелде.

Был күренешкә мин ыңғай ҡарашта түгелмен, тыныс ҡарамайым. Хәҙер йәштәрҙең күбеһе өйләнешкәс тә бәпес алырға ҡабаланмай. Иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ, машина, квартира алабыҙ, тиҙәр. Ә, минеңсә, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, шуға мөхәббәт емештәренең яҡты донъяға тыуыуын икенсе планға ҡалдырыу кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Сөнки бала ғаиләне нығыта, ата-әсәгә яуаплылыҡты арттыра. Ҡатын-ҡыҙҙың бит бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, тигән һүҙҙәр ҙә юҡҡа әйтелмәгән!

Хәҙер күп йәштәр, ғаилә ҡорорға әҙер түгелбеҙ, ти. Өйләнмәй йәки кейәүгә сыҡмай йөрөгәндәр күп. Эске күңелдәре менән ғаилә ҡорорға әҙер түгелдәр күрәһең! Ни тиһәң дә, өйләнеү, кейәүгә сығыуҙы һуҙыу кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Үҙебеҙ улыбыҙҙың, атай-әсәй, мин өйләнәм, тип әйтеүе шатландырҙы, тимәк, ғаилә ҡорорға әҙер, тип ҡыуанып ҡабул иттек. Балаларҙы оло тормош юлына баҫтырыу, өләсәй-ҡартатай булыу -  һәр был ата-әсә өсөн иң ҙур ҡыуаныс, бәхеттер ул.

"Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, уға ни яҙһаң, шул ҡала". Әсәйем был әйтемде йыш ҡына әйтә торғайны. Шуға балаларҙы тәрбиәләгәндә «бәпесем», «аҡыллым» кеүек яғымлы һүҙҙәр менән өндәштем. Эшемдә лә уҡыусыларыма ошо һүҙҙәрҙе йәлләмәйем, уларҙы яратам, һәр саҡ дәртләндереп кенә торам. Бәлки шуғалыр ҙа, түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөйҙәрҙер. Ата-әсәләр менән дә йылы мөнәсәбәттә, тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырышабыҙ. Сөнки бала иң беренсе ғаиләлә тәрбиә ала. Бала, ата-әсә, уҡытыусы бергә эшләгәндә генә ниндәйҙер   уңышҡа өлгәшергә була. Мин үҙем дә күп балалы ҙур, татыу ғаиләлә үҫтем. Ата-әсәйем көслө рухлы тәрбиә бирҙе беҙгә. Ул ваҡытта төрлө түңәрәктәр ҙә булманы.  Әсәйебеҙ ҡумыҙ, атайыбыҙ ҡурай серҙәренә өйрәтте. Ҡәҙерле әсәйемдең мәҡәлдәрен, таҡмаҡтарын, ҡомартҡы ҡумыҙын һаҡлайым, бөгөнгө көндә лә эшемдә ҡулланам.

Ата-әсәйебеҙҙең халыҡ педагогикаһына таянып биргән тәрбиәләре, хәҙерге беҙҙең заман педагогтарына өлгө тип уйлайым.

Ҡыҙым Розалия, кейәүем Азат, ейәнсәрҙәрем Зарина һәм Зөлхизә менән «Бәхет иле» тапшырыуынан тик яҡшы тәьҫораттар алып, ҡыуанып ҡайттыҡ. Мин үҙемде хатта бер башҡа үҫтем, тип әйтер инем. Сөнки тапшырыу хеҙмәткәрҙәренең беҙҙе саҡырыуҙары, матур итеп ҡаршы алыуҙары, оҙатыуҙары, иғтибарҙары тағы ла дәртләндерҙе, ҡанатланып эшләүгә көс бирҙе.

Быйылғы йыл Рәсәйҙә «Халыҡтар берҙәмлеге» һәм Башҡортостанда «Ҙур, татыу ғаилә йылы» тип аталыуы бик ҡыуаныслы. Халыҡтар үҙ-ара дуҫ, ғаиләләр ныҡ булһын, тип теләйем. Парһыҙҙар парын тапһын, парлылар бәхетле ғүмер итһен. Ат йылы һәр кемгә ҡыуаныс-шатлыҡ бүләк итһен.

Ат кеүек тик алға ынтылып йәшәргә һәм эшләргә яҙһын!

Рәшиҙә Иҙелбаева,

Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге педагогы, 5-се мәктәп уҡытыусыһы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас