Районда оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән, ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусылар бихисап. Үҙҙәренән һуң матур эҙ ҡалдырған педагогтар хаҡлы ялда булһалар ҙа халыҡ күңелендә, халыҡ телендә.
Шуларҙың береһе - БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Кәримова. Уның дөйөм педагогик стажы - 40 йылдан ашыу. Күптәрҙең яратҡан уҡытыусыһы, мәғариф ветераны уҙған йылдың ноябрендә 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.
Фәниә Муса ҡыҙы 1945 йылда Ярат ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе булып тыуа. Ярат, Беренсе Этҡол мәктәптәрен тамамлай. Бала саҡтан тырыш, лидерлыҡ сифаттарына эйә була. «Әхирәттәрем, иптәштәремде һәр ваҡыт эйәртеп алып йөрөнөм», - ти ул.
Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында, аҙаҡ белемен тағы ла камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. «Бәләкәйҙән йә артист, йә уҡытыусы булам, тип хыялландым. Һуңғыһын һайланым, әммә йырҙы ғүмерлек юлдашым итеп алдым», - ти Фәниә Муса ҡыҙы. Эйе, мәктәптә башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәрен ул күп осраҡта халыҡ ижадына фольклорға таянып үткәреүгә ҙур иғтибар бүлә.
Эше өсөн янып йөрөгән педагог балаларға белем биреү менән генә сикләнмәй, йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ул 1997 йылда үҙе эшләгән мәктәптә Ҡурай музейы ойоштора, уға нигеҙ һала. 12 йыл етәкселек иткән музейҙы тулыландырыуға күп көс түгә: данлыҡлы ҡурайсылар, уларҙың тормош һәм ижады тураһында мәғлүмәттәр туплай. Ундағы көпшә, ағас, тимер, еҙ, көмөш ҡурайҙар ваҡытында моңдары менән халыҡ күңелен әсир иткән.
Бөртөкләп йыйыла алтын, тигәндәй, музей ҙа яйлап алтынға бәрәбәр хазиналар, боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, экспонаттар менән байытыла. Унда мәктәпкә килеүселәр генә түгел, районға килгән мәртәбәле ҡунаҡтарға ла экскурсия ойошторола.
«Музей эшләгәндә финанс яҡтан ярҙам иткән Сибай элеваторы директоры, класташым Әкрәм Ниғмәтуллинға, баҙар директоры Әҙеһәм Ҡотоевҡа, ГРП начальнигы Мөҙәрис Түләбаевҡа, Баймаҡ быйма баҫыу цехы директоры Шәһит Сөләймәновҡа, эшҡыуар Вилүр Рәхимғоловҡа, ҡустым Морат Байдәүләтовҡа, һәр яҡлап терәк-таяныс булған тормош иптәшем Дамир Гәрәй улына ҙур рәхмәтлемен. Шулай уҡ мин эшкә төшкән осорҙа директор булған Әширәф Әбүбәкировты һәм Ирек Хөсәйеновты йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Төрлө йылдарҙа директор вазифаларын лайыҡлы башҡарған Ришат Ишембәтовҡа, Айрат Сәйфуллинға, Зиннәт Аллаяровҡа, Илгиз Байымовҡа ла рәхмәтлемен. Әлеге ваҡытта ла музей эшләп килә Уның эшмәкәрлеген туҡтатмай, эшемде дауам итеүсе ҡаланың 1-се мәктәбе администрацияһына, коллегаларыма рәхмәтлемен. Сөнки музей - элекке менән бөгөнгөнө бәйләп тороусы хазина, уның үҫеп килгән йәш быуын өсөн әһәмиәте ҙур», - тине Фәниә Муса ҡыҙы.
Мәғариф ветераны Ф.М.Кәримова әҙәбиәт һөйөүселәргә «Ҡурайсылар иле» һәм «Халыҡ хәтере» китаптары аша ла таныш.
Исеменән күренеүенсә, «Ҡурайсылар иле»нә Бөйөк Октябрь социалистик революцияһына тиклем йәшәгән ҡурайсылар, халыҡ исемен алған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, шулай уҡ төрлө премияға лайыҡ булған ҡурайсылар ингән. Йәғни китапта 100-ҙән ашыу ҡурайсының портрет һүрәтләмәһе килтерелә. «Республикала ҡурайсылар бик күп, уларҙың барыһын да китапҡа һыйҙырып булмай, шуға күрә тик Баймаҡ районынан сыҡҡан таланттар тураһында яҙҙым», - ти Фәниә Кәримова.
«Был китапты яҙыу - бик ҙур ныҡышмалылыҡ, түҙемлек талап иткән хеҙмәт. Уны йөрәгендә халҡына, ҡурайға оло һөйөү йөрөткән шәхес кенә атҡара ала. Өҫтәүенә, Фәниә Муса ҡыҙы ҡурайсының остазының исемен, яратып уйнаған көйҙәрен дә асыҡларға тырышҡан, йәғни тулы мәғлүмәттәр туплау өсөн ҙур көс һалған. Ошонан сығып, мин автор үҙе ҡурайсы булмаһа ла, рухы менән ҡурайсы, тиер инем» - тип яҙған БР-ҙың һәм РФ-ың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов. Уның был һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел.
2011 йылда баҫылған «Халыҡ хәтере» китабында тыуған төйәгебеҙҙең ер-һыу атамаларына бәйле тормош-көнкүреш легендалары, ауыҙ-тел ижады сағылыш тапҡан. «Мәғлүмәттәрҙе дәрестә уҡыусыларға өйгә эш итеп биреп, шулай уҡ кешеләрҙән һорашып яҙып алып, тупланым», - ти ул.
Алдынғы ҡарашлы, һәр эшкә яуаплы ҡараған педагог уҡыусылар, ата-әсәләр, коллегалар араһында ла ихтирам ҡаҙанған.
«Фәниә Муса ҡыҙы менән икебеҙ ҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Мәктәпте ул икенсе өйөндәй яҡын күрҙе. Үҙ эшен шул тиклем яратты. Мәктәп менән йәшәгән өйө араһы алыҫ булһа ла, яҡындағы мәктәпкә күсергә уйында ла булманы, йәйәүләп ошонда эшкә килер ине.
«Урал батыр» эпосын уҡыусыларға өйрәтеп, уларҙы республика кимәлендәге конкурстарға ла башлап алып сығыусы ул булды. Йыр-моң яратты. Мәктәптәге, мәғариф өлкәһендәге бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй ине», - тине коллегаһы Ғәлиә Фәхретдинова.
«Уҡыусыларым да онотмай. Байрамдарға ҡотлау открыткалары ебәрә, өйгә килеп хәлемде белеп китәләр», - тине бәхетле йылмайып Фәниә Муса ҡыҙы.
Педагогтың мәғариф өлкәһендәге тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, «БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исемдәренә лайыҡ була.
«Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, һеҙҙе туған тел киләсәге борсоймо?» - тип мөрәжәғәт иттем әңгәмәсемә.
«Элекке менән сағыштырғанда башҡорт теленә иғтибар хәҙер күберәк бүленә. Балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар, мәктәптәрҙә лә уҡытыла, кинолар сығарыла, Башҡорт теле көнө билдәләнә», - тип яуапланы ул. «Ә шулай ҙа башҡорт теленә ихтирам, телебеҙҙе белеү, аралашыу ул ғаиләлә башлана. Башҡорт ғаиләләрендә ата-әсә балалары менән үҙ телебеҙҙә аралашһын ине», - тигән теләктәрен дә еткерҙе хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Ф.М. Кәримова эшендә алдынғы ҡарашлы, тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәткәр булһа, өйҙә тормош иптәше Дамир Гәрәй улы өсөн терәк-таяныс, яратҡан ҡатын, балаларына һөйөклө әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй. Кәримовтарҙың өлкән улдары Радик Магнитогорск ҡалаһында энергетик булып эшләй. Зилә - Баймаҡтағы ветеринария станцияһында бухгалтер, Рәзилә сит илдә йәшәй һәм эшләй.
Фәниә Муса ҡыҙы, 80-се көҙөн ҡаршылаһа, ғаилә башлығы 90-сы йәш менән бара. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә улар. Ҙур, төҙөк йорттары ихатаһын йәйен күҙ яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр биҙәй. Бынан тыш, эшһөйәр Кәримовтар күпләп ҡош-ҡорт аҫрай.
Фәниә Муса ҡыҙының 80 йәшлек олпат юбилейы уңайынан ул эшләп киткән 1-се мәктәптә байрам сараһы ойошторолдо. Унда район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Ришат Ишембәтов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов, ветерандар Советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһы рәйесе Дилара Сәйғәфәрова, мәғариф ветерандары, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашты. Матур аралашыуға, тәбрикләүҙәргә ҡоролған сара бай йөкмәткеле һәм ойошҡанлы үтте. Концерт номерҙары ла кисәгә йәм өҫтәне.
Мәктәптә эшләгән йылдарына байҡау яһап, ул ваҡыттарҙы матур хәтирәләр менән иҫкә алып, тормошона рәхмәтле булып йәшәй Фәниә Муса ҡыҙы. Бик күп изге эштәр башҡарған хаҡлы ялдағы уҡытыусы менән аралашыу уға ҡарата һоҡланыу тойғоһо уятты.
Альбина БАЙЕГЕТОВА