Ишей ауылында оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе күркәм, матур ғаиләләр бихисап. Шундай өлгөлө ғаиләләренең береһе Лилиә һәм Замир Сәфәрғәлиндар. Быйыл улар үҙҙәренең сапфир туйҙарын билдәләне.
45 йыл яҙмыш елдәренә бирешмәй, ҡулға-ҡул тотоноп, тормош юлын бергә үтеү - үҙе бер батырлыҡ.
Муллаҡай ауылы һылыуы Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы һауынсы булып Ишей ауылы эргәһендәге Тезәнтәй йәйләүендә эш башлай. Был ваҡытта Ишей ауылы егете Замир Зиннур улының тыуған ил алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡан ғына ваҡыты була. Йәштәр танышып, бер-береһен оҡшатып, осраша башлай. Саф һөйөүгә ҡоролған хистәр менән 1980 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй ҡыҙ менән егет.
Сәфәрғәлиндар өс баһадир ул тәрбиәләп үҫтерә. Һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Әлеге көндә Заһит, Сәғит, Данил үҙ парҙары менән матур балалар үҫтереп гөрләтеп донъя көтә.
Лилиә Әҙәһәм ҡыҙы хаҡлы ялға тиклем оҙаҡ йылдар Ишей таҡта ярыу цехында эшләй. Замир Зиннур улы барлыҡ ғүмерен урман эшенә бағышлай. Уның был өлкәләге хеҙмәт стажы - 36 йыл. Әле лә хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, шул урында эшләүен дауам итә.
Сәфәрғәлиндарҙың өлкән улдары Заһит Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә директор, Сәғит тимер юлында мастер, Данил бригадир-мастер, Ул шулай уҡ ҡыҙыу нөктә лә ҡатнашҡан, Чечен һуғышы ветераны.
Лилиә һәм Замир Сәфәрғәлиндар кәртә тултырып йылҡы, һыйыр малы көтә. Йәй һайын күпләп ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бынан тыш, баҡсасылыҡ менән дә булышалар. Йәйен ихата янын аллы-гөллө сәскәләр биҙәй, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә ишелеп уңа.
Хужабикә бешеренеүгә, бәйләм бәйләргә оҫта. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләп ебәреүҙә үҙ өлөшөн индерә. Күп итеп бәйләп, ирекмәндәр штабына тапшыра.
Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын һаҡлаған, иңгә-иң терәп 45 йыл бергә йәшәгән, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисергән, матур балалар тәрбиәләгән Лилиә Әҙәһәм ҡыҙы һәм Замир Зиннур улына һоҡланырлыҡ һәм үрнәк алырлыҡ. Тап һеҙҙең ише парҙар - ауылыбыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең дә ғорурлығы.
Һеҙҙе матур ғаилә байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, сәләмәтлек, артабан да балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә кәрәк һәм терәк булып, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә насип булһын!
Миңзифа Ишдәүләтова,
Ишей ауылы.