Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Ишһылыу һәм Марат Рәжәповтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйын билдәләне. Бер уйлы, бер һүҙле булып ғүмер һуҡмағы буйлап 50 йыл бергә атлай улар.
Ауылдаштары Рәжәповтарҙы матур балалар тәрбиәләүсе, тырыш, уңған ғаилә булараҡ хөрмәт итә.
Мәҡәләне уларҙың йәш саҡтарынан башлайыҡ. Таулыҡай ауылы ҡыҙы менән Сыңғыҙ ауылы егете киске уйында таныша. Ул ваҡытта 18 йәшлек Ишһылыуҙың Ленин исемендәге колхозда һауынсы булып эш башлаған сағы була.
«7-8-се кластарҙа уҡ беҙ йәйге каникулдарҙа фермаға эшкә сыға инек. 10-сы класты тамамлағас та беребеҙ ҙә ҡырға китергә ашыҡманы, бер төркөм класташ ҡыҙҙар менән колхозға һыйыр һауырға эшкә төштөк. Йәйен ҡырҙа йәйләүҙә ятып эшләнек. Киске һауындан һуң көн һайын усаҡ яғып, уйнап, йырлап күңел аса инек. Күрше ауыл йәштәре лә килә ине», - тип ул ваҡыттарҙы әле лә матур хәтирәләр менән иҫкә алды Ишһылыу Муллағәле ҡыҙы.
Хеҙмәтен тултырып яңы ғына әрменән ҡайтҡан Марат та дуҫ егеттәре менән йәйләүгә киске уйынға бара. Һалдат кейемендәге баһадир кәүҙәле егеткә күҙ атыусылар әҙ булмағандыр. Әммә ул Ишһылыуҙы тәү күреүҙән оҡшата. Күпмелер ваҡыттан һуң ике йәш йөрәк араһында дуҫлыҡ, бер аҙҙан мөхәббәт хистәре барлыҡҡа килә.
1975 йылда улар ғаилә ҡора. Йәштәр Марат Рәхимйән улының ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе менән бергә йәшәй башлай.
«Ҡарт ҡәйнәм менән - 11, ҡайным менән 13 йыл бергә татыу, матур йәшәнек. Шул тиклем һәйбәт кеше булдылар. Үҙ ҡыҙҙарылай күреп, «ҡыҙым», «балам», тип кенә өндәшә инеләр», - тип йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды яҡындарын Ишһылыу апай.
Ишһылыу һәм Марат Рәжәповтар күп тә үтмәй ҙур, иркен яңы йорт һалып сыға. Икеһе лә Ленин исемендәге колхозда хеҙмәт юлын дауам итә. Ишһылыу Муллағәле ҡыҙы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, лаборант булып эшләй, ә ғаилә башлығы бер аҙ учетчик була, яғыулыҡ ҡойоуҙа эшләй. Уға шулай уҡ бригадир, ферма мөдире вазифаларын да ышанып йөкмәтәләр. Ауыл хужалығы тармағында Ишһылыу Муллағәле ҡыҙының дөйөм хеҙмәт стажы 30 йыл булһа, Марат Рәхимйән улыныҡы - 40 йыл. Улар икеһе лә хаҡлы ялға сыҡҡансы ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәт ветерандары.
Рәжәповтар биш балаға ғүмер бүләк итә. Өс улдарын һәм ике ҡыҙҙарын үҙ өлгөләрендә тырыш, эшһөйәр, хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләйҙәр. Барыһына ла белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Улдары Марсель оҙаҡ йылдар Баймаҡ эске эштәр бүлегендә эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡас хеҙмәт юлын себер тарафтарында дауам итә. Ҡыҙҙары Венера Сибайҙа йәшәй. Ҡала халҡын тәмле торттар, бәлештәр һәм башҡа тәмлекәстәр менән ҡыуандыра. Мансур, Зөһрә, Биктимер Сыңғыҙ ауылында төпләнгән. Мансур - вахта ысулы менән ҡырҙа, Зөһрә урындағы мәктәптә уҡытыусы. Ә Биктимер үҙ эшен асып, ағас материалдары етештерә. Уларҙың барыһы ла ата-әсәләрен ҡыуандырып, йорттар һалып, балалар тәрбиәләп, матур йәшәй.
«Кейәүгә сыҡҡас үҙебеҙ йорт һалып сыҡҡанға тиклем ҡайны-ҡәйнәм менән бергә өс йыл тирәһе йәшәнек. Уларға шул тиклем рәхмәтлемен. Балаларыбыҙҙы ҡарашалар, йорттар һалғанда ныҡ ярҙам итәләр. Әле лә улар беҙгә һәр яҡлап терәк-таяныс. Һау ғына булһындар», - тине кесе килендәре Земфира Мәғсүт ҡыҙы.
Юбилярҙарҙың ҡотло, нурлы йортонан туғандары, балалары өҙөлмәй. Һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтеп , мул ризыҡлы табында йылы аш, тәмле сәй эсереп, матур итеп оҙатып ҡала улар.
Күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, унан мул уңыш алып, ауыл ерендә гөрләтеп йәшәй Рәжәповтар ғаиләһе.
Алтын туйҙарын билдәләүсе мәҡәләм геройҙары хаҡлы ялдабыҙ, тип ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел. Улар ауылдағы мәҙәни сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ишһылыу Муллағәле ҡыҙы оҙаҡ йылдар клубта эшләп килгән «Йәнтөйәк» ансамбле ағзаһы була, аҙаҡ «Ағинәйҙәр» ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, уның рәйесе итеп тәғәйенләнә. Йыл дауамындағы уңышлы эшмәкәрлеге өсөн 2023 йылда районда «Йыл ағинәйе» исеменә лайыҡ була.
Ә Марат Рәхимйән улы ауыл мәсетенең имам-хатибы. Ул етәкселек иткән Сыңғыҙ мәсетендә дини байрамдар, йома намаҙҙары һәр ваҡыт ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә, халыҡ күпләп йөрөй.
Бына шулай ауыл йәме, күрке булырҙай матур ғаилә ул Ишһылыу һәм Марат Рәжәповтар.
«50 йыл бергә үтелгән йылдарға ҡарап нимә әйтер инегеҙ?» - тип ҡыҙыҡһындым Ишһылыу апайҙан. «Аллаға шөкөр, яҙмышыма барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Илле йыл күҙ асып йомған ара кеүек тиҙ үтте. Матур итеп йәшәргә тырыштыҡ. Тормош иптәшем миңә бер ваҡытта ла тауыш күтәреп өндәшмәне, һәр ваҡыт ихтирам итеп торҙо», - тине ул. Һүҙгә Марат ағай ҙа ҡушылды. «Ғаилә бәхете - ул аңлашып йәшәүҙә. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, уртаҡ фекергә килеп йәшәнек», - тине абруйлы ир уҙаманы, өлгөлө ғаилә башлығы.
Мәҡәләмде Вәзимә Үҙәнбаеваның алтын-туйҙарын билдәләүсе туғандары - Рәжәповтарға арнап яҙған матур шиғыры менән тамамлайым.
Шөкөр тимен, апай, еҙнәй,
Тормош юлын матур үттегеҙ.
Өлгөлө пар булып, парлы ғүмерҙәрҙә
Алтын туйға килеп еттегеҙ.
Бик күп йылдар үткән, күпме һыуҙар аҡҡан,
Ап-аҡ ҡарҙар яуған сәстәргә.
Һоҡланғыс пар булып йәшәнегеҙ
Тап төшөрмәй тәүге хистәргә.
Тормош матур уҙған, ейән-ейәнсәрҙәр үҫә,
Нурҙар балҡый балалар йөҙөндә.
Тигеҙ-тыныс ҡартлыҡ насип булһын
Ғүмерегеҙҙең алтын көҙөндә.
Рәхмәтле лә булып яҙмыштарға,
Доғаларҙа һәр саҡ булдығыҙ.
Бәхет һауыттары тулып-ашып торһон,
Ҡотло булһын алтын туйығыҙ!
Альбина БАЙЕГЕТОВА.