Билалда балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр, өлгөлө әсәләр бихисап. Шулар араһынан аҙ һүҙле, көлөп-йылмайып ҡына йөрөгән ауылдашыбыҙ Гөлнара Мурзина тураһында булыр мәҡәләм. Мин уның бер ваҡытта ла нимәгәлер зарланып, йә булһа бошоноп, кемгәлер асыу һаҡлап йөрөгәнен күргәнем юҡ. Һәр ваҡыт тормоштоң матурлығын ғына күрә белгән ҡараған-ҡыҙ менән менән аралашыуы ла күңелле.
Гөлнара Рәжәп ҡыҙы Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында 9 бала араһында үҫкән иркә генә ҡыҙ. Тыуған ауылында башланғыс класты тамамлағас артабан класташтары менән 15 саҡырымда ятҡан Байнаҙарҙа интернатта белем ала. Ятып уҡығанлыҡтан, һәр шәмбе ялға ата-әсәләренә ярҙам итеп өлгөрә. Йәкшәмбе көнө колхоздың бортлы машинаһында кире уҡырға китәләр. Йәш ҡыҙҙың белем алырға теләге көслө була. Ғаиләһендә бөтәһе лә тырышып уҡыйҙар, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусы, тәрбиәсе, хәбәрсе бар.
Ләкин тормош һынауҙары аяуһыҙ. Унынсы класты тамамлап, сығарылыш кисәһенә барырға йөрөгән ҡыҙ баланың уйҙары селпәрәмә килә. Тап шул көндә оҙаҡ ауырығандан һуң колхозда балта оҫтаһы булып эшләүсе аталары 57 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Класташтары менән мәктәпте тамамлау кисәһенә лә, имтихандарға әҙерләнеү өсөн үткәрелгән консультацияларға ла йөрөй алмай. Туғандары күпме генә көсләһә лә артабан уҡыу теләге һүрелә. Әсәһен бер минутҡа ла ташлап киткеһе килмәй. Унынсы класты тамамлаған ҡыҙ күп тә уйлап тормай класташ ҡыҙҙары менән бергә “Ағиҙел” колхозына һауынсы булып эшкә бара. Көндәлек 27 һыйырҙы һауыу, йәй көндәре йәйләүҙә, ҡышын фермала эшләү еңелдән булмай. Ләкин бар тырышлығын һалып эшләүсе Гөлнара ауырлыҡтарға бирешмәй, алдынғылар рәтендә була.
Тормош иптәше Һәмән ауылы егете малсы булып эшләүсе Рәмил менән дә улар йәйләүҙә таныша. Күп тә тормай улар өйләнешә. Иң алда бәләкәй йортҡа күсеп сығалар. Артабан ҙур, яҡты өй һалып инәләр. Рәмил оҙаҡ йылдар “Һәүәнәк” совхозында малсы булып эшләй. Колхоз-совхоздар тарҡалғас күп тә уйлап тормай вахта ысулы менән эшкә китә. Әлеге ваҡытта Когалым ҡалаһында БелаАЗ машинаһы йөрөтә.
Мурзиндар өс балаға ғүмер бүләк итә. Һәр береһе урындағы мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡып, артабан үҙҙәре теләгән һөнәргә эйә була. Өлкән улдары Рәмис Калининградта моряк булып хеҙмәт итә. Өфө аграр университетында геодезист һөнәрен үҙләштерә. Өйләнә. Әбйәлил районы Дауыт ауылында өй һалып сығалар. Кәләше Темәс ҡыҙы Миләүшә менән Аяз исемле ул үҫтерәләр.
Ҡыҙҙары Гөлфиә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының инглиз-башҡорт бүлеген тамамланы.
Кесе улдары Райман Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында (УТЭК) электр монтажлаусы һөнәрен үҙләштерә. Ҡырымда һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайта. Әле вахта ысулы менән үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй.
Ата-әсә өсөн балалары тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр ишетеү, уларҙың уңышлы эшләп йөрөүҙәренән күреүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
Мурзиндар күпләп мал көтә. Йылҡы, һыйыр малдары өсөн мал аҙығы әҙерләүҙә ата-әсәләре менәнән бергәләшеп, эш рәтен белеп үҫә балалары. Ниндәй эшкә тотонһалар ҙа ҡулдарынан килә.
Гөлнара Рәжәп ҡыҙы - киң күңелле, ярҙамсыл. Ошо матур сифаттары өсөн дә хөрмәт итә уны ауылдаштары. Оло йәштәге әсәләре Нәбирәне лә апайҙары менән алмаш-тилмәш тәрбиәләй улар. Балаларына һәр ваҡыт матур кәңәштәрен биреп, уларға фатихаһын биреп ултырған әсәйҙәре 92 йәшендә мәрхүмә була.
Ауылдашымдың күңел йылыһы яҡындарына, балаларына ғына түгел, эргә-тирәләгеләргә лә етә. Ғаилә усағын дөрләтеүсе ҡатын, йөрәк йылыһын балаларға өләшеүсе бәхетле әсәй, өләсәй булып артабан да бәхеттәргә төрөнөп йәшә, Гөлнара һылыу!
Райхана Булатова,
Билал ауыл китапханасыһы.