Беренсе Төркмән ауылында йәшәүсе Зәлиә һәм Илдар Бүләкәновтарҙы ауылдаштары йәш, уңған, тырыш ғаилә булараҡ хөрмәт итә. Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫкән, белем алған, киләсәктәрен дә уның менән бәйләгән.
Зәлиә Сәғит ҡыҙы 9-сы класты Беренсе Төркмән мәктәбендә, 11-сене Сибай гимназия-интернатында тамамлай. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих бүлегендә уҡый. Ситтән тороп БДПУ-ла музей йүнәлеше буйынса белем ала. Ул бөгөн - Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙың ғилми хеҙмәткәре.
«Бында эшләгәнемә быйыл ноябрҙә биш йыл була. Эшем оҡшай. Маҡсатым - ауыл тарихын, шәжәрәләрҙе өйрәнеү, ҡыҙыҡһыныусыларға һәм киләсәк быуынға еткереү, музей фондын экспонаттар менән тулыландырыу, музейға килеүселәргә экскурсия үткәреү. Исеменән күренеүенсә, музейҙың төп өлөшө Ғата Сөләймәновҡа арналған. Бында арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормош юлына ҡағылышлы мәғлүмәттәр, уның мираҫ итеп ҡалдырған ҡурайҙары, пианино, магнитофон, пластинка, хаттары, миҙалдары, ноталары һәм башҡа бик күп хазиналар бар. Музейҙың икенсе өлөшө - «Ирәндек» совхозы тарихына, уның арҙаҡлы шәхестәренә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ә өсөнсө өлөшө - башҡорт халҡының көнкүрешенә арналған этнография залы. Ғөмүмән, музейыбыҙ бик бай, килергә теләүсе һәр кем өсөн уның ишектәре һәр саҡ асыҡ», - тине Зәлиә Сәғит ҡыҙы.
Ғаилә башлығы Илдар Рафиҡ улы ла Беренсе Төркмән мәктәбендә уҡый, 9-сы кластан һуң Сибай педагогия колледжында хеҙмәт һәм черчение уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй артабан ситтән тороп Өфө дәүләт нефть университеттарында белем ала. Илдар Рафиҡ улы әлеге ваҡытта Беренсе Төркмән янғын һүндереү бүлеге етәксеһе. Уның ҡарамағындағы 11 хеҙмәткәр янғындарҙы булдырмау, профилактик эштәр алып барыу, рейдтар үткәреү өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Бүләкәновтар 2011 йылда ғаилә ҡора. Йәш ғаилә биш йыл Илдарҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Унан үҙ йортон булдыра.
«Хәҙер хөкүмәт йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн төрлө программалар булдыра. Беҙ ҙә был мөмкинлекте ҡулланып ҡалырға тырыштыҡ. Йәш ғаилә булараҡ, программала ҡатнашып, финанс ярҙам алыуға өлгәштек. Уның шарттары буйынса, йорттоң 30 проценты эшләнгән булырға тейеш ине. 110 кубометр ҡарағай ағасы юллап, өй күтәртеп, ҡыйыҡлап ултырттыҡ. Һәм бер-нисә йыл сират көткәс, финанс ярҙам алып, өйөбөҙҙө эшләп бөтөп, яңы йортҡа күстек. Тормош иптәшемдең ҡартатаһы менән өләсәһе йәшәгән нигеҙҙе һыуытмай, өйҙө шул урынға һалдыҡ», - тине Зәлиә һылыу.
Эйе, уңған, маҡсатлы ғаилә бар уңайлыҡтары булған ҙур, мөһабәт йорт һалып сығыуға өлгәшә.
Бүләкәновтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Рәлиә, Илдан, Ильяс - мәктәп уҡыусылары, кескәй Ғәлиә - балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе.
Балаларына ла матур тәрбиә бирергә, уларҙың һәләттәрен күреп, уны артабан үҫтереү өсөн ҙур тырышлыҡ һала ата-әсә. Өлкән улдары Ильяс компьютер менән мауыға, замана технологияһының «телен» яҡшы аңлай. Ҡыҙҙар бик матур итеп һүрәт төшөрөргә ярата. Рәлиә йыр сәнғәтен үҙ итһә, Илдан бейергә ярата. Ата-әсә уны Сибай ҡалаһына «Саптар» бейеү ансамбленә лә йөрөткән.
Бүләкәновтар ауыл тормошонда үткән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Моҫтай ауылында эшләнгән обелискты яңыртыу эшенә лә үҙ өлөшөн индерә улар. Зәлиә Сәғит ҡыҙы - ауыл Советы депутаты ла. Быйыл «Ирәндек яугирҙәре» исемле китап донъя күрә. Бында Моҡас ауыл биләмәһенә ҡараған Беренсе һәм Икенсе Төркмән, Моҫтай, Атанғол, Ғәҙелша, Абҙаҡ, Әхмәр, Казанка, Моҡас ауылдарынан сыҡҡан яугирҙәр тураһында тураһында мәҡәләләр, балаларының иҫтәлектәре тупланған. Был эштең башында ауылдарҙың әүҙем йәмәғәтселәре торһа, Зәлиә Сәғит ҡыҙы китап итеп баҫтырыу эшен үҙ өҫтөнә ала. Китап сығарыуҙың маҡсаты - батырҙар исемен мәңгеләштереү, киләсәк быуынға еткереү.
Тырыш, эшһөйәр ғаилә шәхси эшен асҡан. Улар өс йылдан ашыу йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Тиҫтәнән ашыу йылҡы малы көтөп, йәйен бейәләр һауып, башҡорттоң милли ризығы - ҡымыҙ етештерә. Шифалы, сифатлы, хәләл, тәбиғи продуктты ауылдаштарына ла тәҡдим итеп, һатыуға сығаралар. Бынан тыш, хужалыҡта һарыҡ, һыйыр малдары, ҡош-ҡорт аҫрала.
«Төркмән малдары бынан бер нисә йыл элек зыян күргәндә, беҙҙең дә һыйыр малы бөтөрөлгәйне. Бер аҙ ваҡыттан һуң, кире тергеҙҙек. Сөнки һыйлы көнөң - һыйырҙа. Мал көтһәң, өҫтәлең тулы ризыҡ та була. Тағы ла шуныһы: балалар хеҙмәткә өйрәнә. Шәхси хужалыҡта, өй эштәрендә улар беҙҙең - ҙур ярҙамсылар», - ти Бүләкәновтар.
«Иң ҙур байлығыбыҙ - ғаиләм, балаларым. Маҡсатыбыҙ - ҡыҙҙарыбыҙ һәм улдарыбыҙҙы матур итеп тәрбиәләү, уларға Тыуған илгә, ергә ҡарата һөйөү уятыу, киләсәктә оло тормош юлына аяҡ баҫтырыу», - ти ғаилә башлығы Илдар Рафиҡ улы.
«Күркәм ғаилә - ил күрке, мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ?» - тигән һорау менән мөрәжәғәт иттем мәҡәләм геройҙарына.
«Күркәм ғаиләләр - ауылдың, ул ҡараған биләмәнең йөҙөк ҡашы. Улар райондың да ҡото, йәме. Республиканың, илдең статусын, абруйын тәшкил итә», - тип яуапланы улар.
Эйе, алдарына маҡсат ҡуйып, уға ынтылған, уңышлы эшләп йөрөгән, матур балалар тәрбиәләгән ғаиләләр - ил күрке. Беренсе Төркмән ауылында йәшәүсе Бүләкәновтар ҙа тап шундайҙарҙан.