Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июль 2025, 09:00

Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған мәҡәлә геройы тап ауыл еренән. Үҙ эшен яратҡан, һатыусы эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән хеҙмәткәр ул Эльмира Саникина. Ул Әбделкәрим ауылында һатыусы булып эшләй. 17 йәшенән бөгөнгө көнгә тиклем һайлаған һөнәренә тоғро. Уның был өлкәләге хеҙмәт стажы - 32 йыл. Мәҡәлә дауамын сайттан уҡый алаһығыҙ:

Бөгөн  Сауҙа хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Бөгөнгө көндә райондың сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә меңәрләгән кеше эшләй. Эйе, йылдан-йыл магазиндар, сауҙа нөктәләре күбәйә бара. Был күренеш, бигерәк тә, ҡала ерҙәрендә күҙәтелә.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған мәҡәлә геройы тап ауыл еренән. Үҙ эшен яратҡан, һатыусы эшенең бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән хеҙмәткәр ул Эльмира Саникина. Ул Әбделкәрим ауылында һатыусы булып эшләй. 17 йәшенән бөгөнгө көнгә тиклем һайлаған һөнәренә тоғро. Уның был өлкәләге хеҙмәт стажы - 32 йыл.

Эльмира Ғилман ҡыҙы 1974 йылдың 10 декабрендә Ҡыуат ауылында тыуған. Ошо мәктәптә 3 класс белем алғандан һуң, 4-11-се кластарҙы тиҫтерҙәре менән күрше Әбделкәрим ауылында ала. Ҡулына аттестат алған ҡыҙҙы, артабан ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау борсомай, сөнки ул бала саҡтан һатыусы һөнәренә ғашиҡ була.

«Туғандарым араһында сауҙа өлкәһендә эшләүселәр бар ине. Уларҙан күреп тә, бәлки, был һөнәр күңелемә яҡын булғандыр. Бынан тыш, мәктәптә уҡығанда дәрестән ҡайтҡас һәр ваҡыт әхирәттәрем менән, йә яңғыҙым һатыусы-һатып алыусы булып уйнай инек», - тине ул хәтер ептәрен һүтеп.

Мәктәп тамамлағандан һуң үҫмер ҡыҙ Йылайыр районы ПТУ-һына уҡырға инә, һатыусы һөнәренең нескәлектәрен үҙләштерә.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда Алғаҙы ауылында һатыусы булып башлай ул. Бер-ике йылдан ул Аҡморон ауылына эшкә ебәрелә. Бында ла ул үҙен тик яҡшы хеҙмәткәр итеп күрһәтә, бар тырышлығын һалып эшләй.

«2000 йылдарҙан һуң ауылда мин эшләгән сельпо магазины ябылды. Әммә эшһеҙ ҡалманым, күпмелер ваҡыттан шәхси эшҡыуарҙар үҙ эшен - сауҙа нөктәләрен асып ебәрҙе. Яратҡан һөнәрем буйынса эшләүемде дауам иттем. 2004-2009 йылдарҙа Сибайҙың шәхси эшҡыуарҙары асҡан  магазинда эшләнем. 2009-сы йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Хәбир Мөхәмәтйәровтың сауҙа нөктәһендә һатыу итәм», - тип хеҙмәт юлына байҡау яһаны Эльмира Ғилман ҡыҙы.

Һатыусы эшенең нисек икәнен үҙ елкәмдә татыған кеше булараҡ, әңгәмәсемдән, эш ауырмы, арымайһығыҙмы, тип ҡыҙыҡһындым. «Һәр эштең үҙ ауырлығы инде», -  тип башланы ул һүҙен. - Оҙаҡ йылдар яңғыҙым һатыу итһәм, һуңғы ете йыл тирәһендә һеңлем Альбина Ишалина менән алмашлап эшләй башланыҡ. Аллаға шөкөр, татыу, үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ», -  тип тамамланы ул һүҙен. Ауыл ерендә халыҡ бер-береһен белгәс, аҡса алғанға тиклем, тип аҙыҡ-түлек, йә башҡаһын үтескә лә яҙҙырып торалыр, ошо өлкәлә һеҙҙә хәлдәр нисек, тип һорауҙар биреүемде дауам итәм. «Эйе, тормош булғас, төрлө хәлдәр була, яҙҙырып та алған осраҡтар бар. Әммә ышаныстан сыҡмай, аҡса алғас, алып килеп түләйҙәр», - тип яуаланы ул.

«Эльмира Ғилман ҡыҙы оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә. Алсаҡ, ауылдаштары менән яҡшы мәғәләмәлә. Һатыусы тап шулай, йәғни шундай сифаттарға эйә булырға тейештер ҙә инде»,- тине Әбделкәрим ауылы биләмәһе башлығы Әлфиә Мусина. Эйе, был өлкәлә 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә Э.Ғ. Саникина бик күп Маҡтау грамоталарына эйә була.

Күңеленә ятҡан һөнәр булғас, бар күңелен һалып башҡара ул иңенә йөкмәтелгән бурысты. Магазинда аҙыҡ-түлек тә, көнкүреш әйберҙәре лә, һауыт-һаба, хатта ҡош-ҡортҡа төрлө емдәр һатыла. Йәғни Хәбир Зәкирйән улы һатып алыусылар һораған әйберҙәрҙе һәр ваҡыт алып килергә тырыша. Иң мөһиме, бында спиртлы  эсемлектәр һатылмауы айырым ихтирамға лайыҡ!

Дәртләнеп барыр эшең, һағынып ҡайтыр өйөң булыу - ҙур бәхет. Эльмира Ғилман ҡыҙы ике ҡыҙы өсөн яғымлы, хәстәрлекле әсәй. Өлкән ҡыҙы Сулпан Башҡорт дәүләт универерситетын тамамлаған. Әле үҙ ғаиләһе менән баш ҡалала йәшәй. Икенсе ҡыҙҙары Яҙгөл - әсәһе янында.

Тырыш, эшһөйәр ханым ауыл ерендә гөрләтеп донъя көтә. Мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә.

Тормош һынауҙарына бирешмәй, алға табан атлай ул. Ике ҡыҙым һәм яратҡан эшем - тормошом йәме, ти ул. Беҙ ҙә Эльмира Ғилман ҡыҙының һәм барлыҡ сауҙа хеҙмәткәрҙәренең эштәрендә уңыштар, сифатлы тауарҙар, күп һатып алыусылар теләйбеҙ.

 

 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас