Буранбай ауылында тыуып үҫкән кеше йә йырсы ла, йә ҡурайсы, ғөмүмән, сәнғәт кешеләре, сөнки улар Ташкит һыуы эсеп үҫкәндәр, тигән шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Эйе, был төбәк еребеҙгә бик күп талантлы, данлыҡлы шәхестәр, ижад кешеләре бүләк иткән. Бөгөнгө «Һаҡмар» ҡунағы рубрикаһының сираттағы геройы ла тап ошо ауылда тыуып, ошо ерлектә тәүге шиғырҙарын, һуңынан көйҙәрен ижад итеүсе, йырҙар авторы Рәхимә Ғәйетбаева.
- Рәхимә Вәкил ҡыҙы, гәзит уҡыусылар менән үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтмәҫһегеҙме икән?
- Мин 1958 йылдың 5 апрелендә Буранбай ауылында Мәрйәмә һәм Вәкил Ғәйетбаевтарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгәнмен. Бала сағым бик сағыу төҫтәр менән хәтеремдә ҡалған: баш бала булһам да, гел генә һөйөлөп-яратылып, ата-әсәм наҙында үҫтем. Башланғыс белемде ошо ауыл мәктәбендә алдым, артабан уҡыуымды 8-се класҡа тиклем Сыңғыҙ мәктәбендә дауам иттем.
- Ниндәй һөнәр алдығыҙ?
- Мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға индем. Унда бик көслө, үҙ эшен яратҡан педагогтар эшләй ине. Улар беҙҙе белемле, бөтә яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, ижади яҡтан үҫтереү өсөн күп көс һалды.
- Йәш белгестең хеҙмәт юлына ҡайҙа нигеҙ һалынды?
- 1977 йылда Ишмырҙа мәктәбендә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эш башланым. Ике йылдан һуң хеҙмәт юлымды Ишей һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам иттем. Тирә-яғын ағастар уратып алған ыҡсым, матур, шул тиклем ябай, ихлас, дәртле халыҡ йәшәгән Ишей ауылын әле лә матур хәтирәләр менән иҫкә алам...
- Һәм, яңылышмаһам, буласаҡ тормош иптәшегеҙҙе лә тап ошо ауылда осратҡанһығыҙ?
- Эйе. Заһир Ҡарасурин - Ишей ауылы егете. 1980 йылда өйләнештек. Бер-бер артлы ҡыҙыбыҙ Рәүилә һәм Иршат, Азат исемле улдарыбыҙ донъяға килде. Быйыл майҙа тормош иптәшем менән бергә йәшәүебеҙгә 45 йыл була, Аллаһ бирһә.
- Сер булмаһа, танышыу тарихы менән уртаҡлаша алмаҫһығыҙ микән?
- Эшкә барғас, йәш уҡытыусылар менән танышып, матур итеп аралаша башланыҡ. Әхирәттәрем мине кис үҙҙәре менән клубҡа саҡырҙы. Унда барып инеү менән ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Клуб мөдире Сәфәрбикә апай Ишемғужина, мине күреү менән, спектакль әҙерләп йөрөйбөҙ, ролгә егете бар - Заһир, ә Зөләйхәне тапмай инек, һин булырһың, тип ҡаршы алды. Миңә башҡарасаҡ роль һүҙҙәрен бирҙеләр, мин ятлай башланым. Ә Заһир клубҡа сыҡмай ҙа сыҡмай, сыҡмай ҙа сыҡмай ине. Ниндәйерәк егет икән, тип аптырайым. Бер ваҡыт баһадир кәүҙәле, оҙон буйлы, куртка, ялтырап торған шапка, матур ғына туфли кейгән егет килеп инде клубҡа. Ул Заһир булған икән. Спектакль менән күп ерҙәргә гастролдәргә йөрөй торғас, беҙҙең арала һөйөү уты тоҡанды.
- Тимәк, һеҙҙе сәхнә таныштырған, ҡауыштырған?
- Эйе, шулай тигәндә лә була. Ул да йыр-моң һөйөүсе ғаиләлә үҫкән егет, сөнки ҡәйнәм Фәридә Ғиззәт ҡыҙы иҫ китмәле моңло, көслө тауышлы булһа, ҡайным Ҡәһәрмән Әбүзәр улы йыр-моңға маһир уҙаман ине. Миндә лә Ишей мәктәбендә эшләү осоронда ижадҡа булған ынтылышым тағы ла нығыраҡ барлыҡҡа килгәндер, тип уйлайым. Сөнки дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ үткәреү маҡсаты менән кәрәкле урында тиҙ генә шиғыр уйлай һалып, ҡайһы бер шиғырҙарҙы көйләп тә ебәрә торғайным, интернет тигән мөғжизә ул ваҡыттарҙа булманы бит инде. Дуҫым Шәүрә Рәхмәтуллина менән төрлө саралар ойоштороп, тәжрибә уртаҡлашып, ижади тормошта ҡайнап-гөрләп йәшәнек. Шул сараларҙа шиғырҙар, таҡмаҡтар ижад итә инек.
- Күпмелер ваҡыттан тыуған яҡтарға - Буранбай ауылына күсеп ҡайтыуҙың сәбәбе ниҙә ине?
- Тормош һин теләгәнсә генә бармай шул. 2000 йылда атайым мәрхүм булып, әсәйем яңғыҙ ҡалды. Беҙ ғаиләбеҙ менән Ишейҙән Буранбайға - әсәй янына күсеп килдек. Сыңғыҙ мәктәбендә эшемде дауам иттем. Ситтән тороп Магнитогорск педагогия университетын тамамланым. 13 йыл башланғыс класс уҡытыусыһы булып (шуның һуңғы биш йылы уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ине ) эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Дөйөм педагогик стажым - 36 йыл.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ менән 25 йыл матур йәшәнек, үкенескә ҡаршы, ул быйыл мәрхүмә булды...
- Хаҡлы ялға сыҡҡас ижад итергә ваҡытығыҙ күп ҡалғандыр? Ә шулай ҙа тәүге шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ?
- Сибайҙа педагогия училищеһында уҡыған саҡта «Әсәйемә», «Мөхәббәтем» исемле шиғырҙарымды яҙҙым. Тәүгеһен ҡәҙерле кешемә арнаһам, икенсеһе - үҫмерлек осоро, күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы был шиғырҙы сығарыуға сәбәпсе булды.
- Ҡыҙығыҙ Рәүилә бик матур йырлай ине, улдарығыҙҙы ла сәхнә йондоҙҙары тип беләбеҙ. Тимәк, балаларығыҙҙың йыр-моңға булған һөйөү ике яҡтан да килә?
-Эйе, Ҡарасуриндар ҙа, Буранбай ауылында йәшәүсе Ғәйетбаевтар ҙа сәнғәт кешеләре. Мәҫәлән, Әхиәт, Хәким, Ғаяз Ғәйетбаевтар һәм башҡалар...Ә әсәйем билдәле йырсылар Туйсиндар нәҫеленән.
Ҡыҙым Рәүилә бик матур йырлай ине. Район, республика кимәлендәге конкурстарҙа гел призлы урындар ала торғайны. Иҫләйем, бер конкурстан һуң жюри ағзаһы Юлай Үҙәнбаев «Йәшлек» гәзитенә яҙған мәҡәләһендә уны буласаҡ Фәриҙә Ҡудашева йәки Әлфиә Афзалова тип маҡтап телгә алып китеүенә ныҡ ҡыуанғайныҡ... Ләкин ҡыҙғынам, 19 ғына йәшендә юл фажиғәһенә осрап, йөрәктәргә уңалмаҫлыҡ яралар һалып, был донъяларҙан китеп барҙы...
- Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә бала ҡайғылары күрһәтмәһен инде...
- Эйе. Үҙемде ҡайғы һаҙлығынан һаҡлар өсөн, берәй етем баланы алып үҫтерергә ҡарар иттем. Иптәшем дә, әсәйем дә, улдарым да ҡаршы төшмәне. Шулай итеп, ғаиләбеҙгә балалар йортонан 3 йәшлек Рәсимә исемле ҡыҙыҡайҙы алдыҡ. Матур, тәртипле, үҙебеҙҙең балабыҙ булып үҫеп буй еткерҙе. Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылына Заһир исемле егеткә кейәүгә сыҡты. Әлеге ваҡытта 3 бала үҫтерәләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, матур йәшәп ятабыҙ.
-Белеүебеҙсә, улдарығыҙ ҙа сәнғәт юлын һайлаған...
- Иршат улыбыҙ Сибайҙа Сибай сәнғәт училищеһында, аҙаҡ ике йыл Өфө сәнғәт институтында уҡығандан һуң Нефтекама дәүләт филармонияһында йырсы-вокалист булып эшләй башланы. Хәҙерге ваҡытта ул - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, киленебеҙ, Әбйәлил ауылы һылыуы Рита - нәфис һүҙ оҫтаһы. Бергә кәңәшләшеп эшләйҙәр, ижад итәләр, беҙҙе ҡыуандырып татыу, матур йәшәйҙәр.
Азат улыбыҙ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамланы. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә эшләне. Киленебеҙ, Баймаҡ һылыуы Розалия исемле ҡыҙ менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләне. Хәҙерге ваҡытта Нефтекама ҡалаһында йәшәйҙәр. Икеһе лә ижад донъяһында ҡайнап, дәртләнеп - янып филармонияла эшләйҙәр. Зарина һәм Зөлхизә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. 2022 йылда Азат улыбыҙ Өфө педагогия институтының музыка бүлеген тамамлап педагог һөнәренә лә эйә булды. 2024 йылдан алып, Нефтекама дәүләт филармонияһында вокалист һәм ҡурайсы, Ағиҙел ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә художество етәксеһе булып эшләй. Ике вокал ансамблен етәкләй.
- Рәхимә Вәкил ҡыҙы, һеҙҙә йырҙар яҙыу идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
- Ике улым да сәнғәт юлынан китеп, репертуарҙарына йыр туплай башлағас, минең күңелемдә йыр ижад итеү теләге тыуҙы. Сөнки, беренсенән, йыр һатып алыу ҡыйбатҡа төшә, икенсенән, күңелгә оҡшаған йырҙар ҙа һирәк.
- Шиғырҙар, көйҙәр яҙғанда нисек һеҙгә илһам килә?
- Тәбиғәттә саф һауа һулап йөрөү, шул ваҡытта тәбиғәт күренештәренә ҡыуаныу, һәр матурлыҡты күреп-тойоу мине илһамландырҙы. Хатта иптәшемдең йүгерә-йүгерә донъя көтөүенә һоҡланыу, әсәйемә булған һөйөү тойғолары күңелемдә төрлө шиғыр юлдары һәм төрлө көйҙәр барлыҡҡа килтерҙе. Көй ритмына шиғыр юлдары, шиғыр юлдарына ярашлы көйҙәр килеп сыҡты, яңы йырҙар ҙа тыуҙы.
- Тәүге йырҙарығыҙҙың исеме?
- Тәүге йырҙарым «Йылмай, йәнем» һәм «Һин» исемле. Уны Азат улым менән киленем Розалия башҡара. Хәҙер улар башҡарыуында күп кенә йырҙарымды, бигерәк тә «Минең бәхетем», «Башҡорт йыры», «Ғаиләм-ҡәлғәм», «Ҡыҙыбыҙ» йырҙарын тамашасылар яратып тыңлай. Ә Иршат улым башҡарған «Әсәйем», «Яңы йыл» йырҙарын да халыҡ йылы ҡабул итте.
- Белеүебеҙсә, «Юлдаш» радиоһы ойошторған хит-парадта ла һеҙ яҙған йырҙар менән артистар бер-нисә тапҡыр беренсе урын яуланы
- Эйе, Раян Алтыншин «Урман», Алина Вәхитова «Ҡайтам, әсәй», Азат Ҡарасасурин «Һаумыһығыҙ» йырҙары менән хит-парадта еңеп сыҡты.
Шулай уҡ Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсылары Азат һәм Розалия Ҡарасуриндарҙың «Һин», Илнур Мифтахов башҡарған «Атай» йырҙарына клип төшөрөлдө. Уларҙы БСТ, «Ҡурай», «Матур» каналдары аша йыш күрһәтеп торалар. Сибай филармонияһы артистары мин ижад иткән “Әйтсе, ҡурай” тигән йыр менән Бөтә донъя төрки халыҡтары фестиваленә барып ҡайтты. Улар шулай уҡ «Башҡорттоң милли аш-һыуы» исемле концертында «Бауырһаҡ», «Ҡорот», «Буҙа» исемле йырҙарым башҡарылды.
-Балалар өсөн дә йырҙар ижад итәһегеҙме?
-Эйе, «Ләйсән ямғыр», «Атайым», «Сәләм», «Йондоҙҙар балҡышы», «Минең телкәйем» йырҙары бар. Ләйсән ямғыр йыры менән «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурсында ла ҡатнаштылар.
-Һеҙ бөтәһе нисә шиғыр яҙҙығыҙ?
-Теүәл генә иҫәбен белмәйем. Әммә ике йөҙгә яҡын.
- Яҙған шиғырҙарығыҙҙы ҡайҙа туплап бараһығыҙ?
- Интернет селтәрендә «Күңелем биҙәктәре» исемле төркөмөм бар. Бик күп шиғырҙарым шунда тупланған. Шулай уҡ шәхси битләүемә лә ҡуям. Дуҫтарымдың минең ижадыма битараф булмауҙары, илһамландырған, ҡанатландырған комментарийҙары мине тағы ла дәртләндерә, ҡанат ҡуя. Яңыраҡ Айгөл Иҙелбаеваның «Ирәндек гәүһәрҙәре» тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Унда минең һигеҙ шиғырым урын алған.
- Аҡ халатлыларға ла, көтөүсегә лә, уҡытыусыға , ғөмүмән, төрлө һөнәр эйәләренә, ғаиләгеҙгә,килендәрегеҙгә, миҙгелдәргә һәм башҡа темаларға мөрәжәғәт иткәнһегеҙ. Күңелегеҙгә иң яҡын тема ҡайһыныһы?
- Ғүмер темаһы.
-Бихисап шиғырҙарығыҙ араһынан иң яратҡаны ниндәй?
- «Ризамын» шиғыры.
- Һеҙҙе хатта берәй сарағамы, юбилей кисәһенәме барһа, шул кешегә арнап тиҙ генә шиғыр сығарып ҡуя, тиҙәр.
- Шиғырҙар яҙа торғас, тамам оҫтарып алдым, буғай. Шиғыр яҙғы килеп тик тора. Юбилярға ҡарата булған шиғыр ҙа күңелдә үҙенән-үҙе тыуа. Шулай уҡ таныштарымдың, дуҫтарымдың һорауы буйынса ла яҙам.
- Талантлы ханымдың ижадтан тыш тағы ниндәй яратҡан шөғөлдәре бар икән?
- Урам тултырып сәскә, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерергә яратам. Көҙгө уңыштарҙан ҡышҡылыҡҡа бик күп ҡайнатмалар, салаттар әҙерләйем. Шулай уҡ һыйыр ағын эш итеп, аҡ һәм ҡыҙыл эремсектәр, сыр, ҡорот, өй шарттарында сгущенка әҙерләп яҡындарымды һыйларға яратам.
- Рәхимә Вәкил ҡыҙы, матур әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәм яңынан-яңы шиғырҙар, матур-матур йырҙар көтөп ҡалабыҙ.
Альбина Байегетова әңгәмәләште.