Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Ғинуар 2025, 16:30

Уның эше - үҙе матур бер китап!

«Беҙҙең Зәкиә», «Зәкиәбеҙ шәп». Ошондай һүҙҙәр менән яратып әйтә уның турала буранбайҙар. Эйе, бар яҡтан да килгән ханым ул Зәкиә Ғәйетбаева. Бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ул ауыл китапханаһында ал-ял белмәй, хеҙмәтенән йәм-тәм табып, тырышып, дәртләнеп эшләй. Һәр яҡтан уңған ханым тураһындағы мәҡәлә сайтта:

«Беҙҙең Зәкиә», «Зәкиәбеҙ шәп». Ошондай һүҙҙәр менән яратып әйтә уның турала буранбайҙар. Эйе, бар яҡтан да килгән ханым ул Зәкиә Ғәйетбаева. Бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ул ауыл китапханаһында ал-ял белмәй, хеҙмәтенән йәм-тәм табып, тырышып, дәртләнеп эшләй. Эйе, кеше эше менән маҡтаулы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапханаға барып инеү менән, унан ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп, ҡот уйнап тора. Ыҡсым ғына булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең зауыҡлы итеп  биҙәлеше, бөхтәлеге менән үҙенә тарта ул. Ошонан да китапханасының үҙ эшен яратыуын аңларға булалыр!

 Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ғаиләләге уҡытыусы һөнәрен һайлаған ике апаһының юлын дауам итеп, Сибай педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Уны уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын күрше Сыңғыҙ ауылы мәктәбендә башлай. Аҙаҡ 2000 йылда тыуған ауылында китапхана асылғас, хеҙмәт юлын шунда дауам итә һәм дәртләнеп эшкә тотона ул. Китап алырға килеүселәрҙе матур итеп ҡаршылап, китаптар һайлашып, яңыларын тәҡдим итеп, оҙатып ҡала. Бынан тыш, нисә йылдар дауамында уңған китапханасы оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә китап-журналдар илтә. «Шул тиклем китаптар уҡырға яратам. Хатта ял көндәрендә лә Зәкиә Фәйзулла ҡыҙының өйҙәренә барып, гәзит-журналдар, китаптар һораған осраҡтарым булды. Китапханасыбыҙға рәхмәт, ҡайһы ваҡыт өйөбөҙгә лә килтерә хатта. Имен һау эшләһен», - ти Өмөкамал Раева.

Тырыш, маҡсатлы Зәкиә Ғәйетбаеваның китапхана янында ойошторған «Әхирәттәр» клубы һәм «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ла  оҙаҡ йылдар дауамында уңышлы эшләп килә. Улар ауылда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ китапханала үткән яҙыусылар менән осрашыуҙарға ла теләп йөрөйҙәр. Махсус хәрби операция башланғандан алып яуҙағы егеттәргә гуманитар ылау ебәреүгә лә үҙ өлөшөн индерә улар. Китапханаға йыйылып, йылы ойоҡбаш, бейәләй бәйләйҙәр.

Китап һөйөүсе ауылдаштарына тәбиғәт ҡосағында матур ял да ойоштора белә үҙ эшен яратыусы китапханасы. Көҙгөһөн Һыулы үҙәк шишмәһе янында үткәрелгән «Әбейҙәр сыуағында - тәбиғәт ҡосағында» сараһы ла быға асыҡ дәлил. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашлығындағы сараның тәүге өлөшөндә З.Ҡаҙаҡбаеваның «Хыялға илтер һуҡмаҡ» исемле китабы әҫәрҙәре менән танышыу, уны анализлау булһа, икенсе өлөшөндә шишмә һыуынан тәмләп сәй эстеләр. Һуңынан шишмә һәм уның эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙарттылар. Асыҡ һауалағы матур ял сәғәттәре һәр кемдең күңеленә хуш килеп, ҡыуанып таралышҡайны буранбайҙар.

Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл дауамында ауыл Советы депутаты була. Ышанып тапшырылған был эште бик яуаплы башҡара ул. Үҙенә беркетелгән Һаҡмар урамы округы менән төрлө саралар, экологик өмәләр үткәрә. Иң яҡшы депутат булараҡ та бүләкләнә ул.

«Китапханасы эше ауыл халҡы менән бәйле. Эшемдә тик ыңғай яҡтан булышлыҡ иткән ауылдаштарым, коллегаларым, туғандарым менән бәхетлемен. Уларға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ мәктәп менән берлектә эшләйбеҙ. Ҡайһы ваҡыт мәктәпкә барып, класс сәғәттәрендә дәрес үткәрәм. Дәрестәрҙән һуң, балаларҙың китапханаға йөрөүҙәре ҡыуандыра», - ти З.Ғәйетбаева.

Китапханасы ауыл халҡын гәзит-журналдарға яҙҙырыу буйынса ла бик ойошҡанлы эш алып бара. Кемдең ниндәй гәзит-журналға өҫтөнлөк биргәненә лә өйрәнеп бөткән ул. Һәр береһенә шылтыратып, киләһе йылға яҙылыу-яҙылмауҙары менән ҡыҙыҡһынып, хәстәрлек күреп тора. Башҡорт милли матбуғатын әүҙем пропагандалағаны, гәзит-журналдарҙы халыҡ араһында таратыуға тос өлөш индерергәне өсөн йыл һайын тиерлек редакция тарафынан  Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. «Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы эшенә бик яуаплы ҡараған, төрлө темаларға саралар үткәреп, ауыл халҡы менән уртаҡ тел табып эшләгән, «Һаҡмар» гәзитенең тоғро дуҫы булып, баҫмаға яҙылыу буйынса үҙе лә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән китапханасы», - ти уның турала Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Уразбаев.

 Китапханасының оҙаҡ йылдар намыҫлы, тырыш хеҙмәте һәр ваҡыт етәкселек тарафынан юғары баһалана. Уның  Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары бик күп.

Уңышлы, емешле эшләүҙең тағы ла мөһим серҙәренең береһе - һине аңлаусы тормош иптәшең, һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышып тороусы балаларың, тип һанай Зәкиә Ғәйетбаева.  Эйе, ул ғаиләһе менән бәхетле. Тормош иптәше ошо уҡ ауыл егете Фәнис Мәтдин улы менән бергә йәшәүҙәренә быйыл 31 йыл. Улар өс улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Өлкәндәре Илгиз Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлеген тамамлай. Тик уның техникаға булған һөйөүө көслөрәк була, ул әлеге ваҡытта вахта ысулы менән ҡырҙа водитель булып эшләй. Ләйсән -тормошта, Баймаҡ район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп, әле декрет ялында.  Тормош иптәше Айназ менән Әмирхан исемле ул үҫтерәләр.  Яҙгөл дә тормошта, әле Сибай ҡалаһында дарыуханала фармацевт булып эшләй. Ильяс Сибай медицина колледжында фельдшер һөнәрен үҙләштерһә, Ғәзиз Баймаҡта УТЭК-та уҡый. «Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән», - ти халыҡ мәҡәле. Балалары ла бик тырыш һәм уңғандар. Ғаилә башлығының ҡулы һәр эшкә оҫта. Йорт һалғанда ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенестәрен кире ҡаҡмай ул. Аталы-уллы ҡыйыҡ ябыу оҫталары булараҡ билдәле. Ә ҡыҙҙар инде әсәләре Зәкиә ханым кеүек аш-һыуға, төрлө ҡул эштәренә бик оҫта.

Ауыл ерендә гөрләтеп донъя көтә Ғәйетбаевтар. Һыйыр малы, йылҡы, йәйен бик күп ҡош-ҡорт аҫрай улар. Бынан тыш, уңған ғаилә  алты йыл тирәһе үҙ эшен асҡан. Ауылдаштарының пай ерҙәрен ҡуртымға алып, иген культуралары сәсә. Бойҙай, һоло йыл һайын мул уңышы менән ҡыуандыра. «Яҡшы уңыш алыу өсөн, әлбиттә, көс түгергә тура килә. Ерҙе яҡшылап эшкәртеү, техниканың төҙөк булыуы, иң мөһиме - һауа торошоноң яҡшы булыуы төп шарттарҙың береһе», - ти улар. Шулай уҡ ауыл халҡын утын менән дә тәьмин итә Ғәйетбаевтар. Һораусыларҙың хәленә кереп, ярылған утын да ауҙаралар. Барлыҡ эштәрҙә Фәнис Мәтин улының төп ярҙамсылары - улдары.

Тырыш, бар яҡтан уңған, өлгөлө ғаилә булараҡ белә һәм ихтирам итә ауылдаштары уларҙың ғаиләһен. «Иң ҙур байлығыбыҙ - балаларыбыҙ. Улар һау булып, тормошта һәр береһе үҙ урындарын табып, матур, бәхетле йәшәһендәр», - ти әсә. Эйе, ата-әсә өсөн ошонан ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларға яҡшы белем һәм матур тәрбиә биргән Зәкиә Фәйзулла ҡыҙы 2009 йылда Башҡортостан Президенты тарафынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Эшендә хөрмәтле коллега, тормош иптәше өсөн һөйөклө ҡатын, балалары өсөн ҡәҙерле әсәй, ейәнсәренә яратҡан өләсәй ул.

Тынғыһыҙ китапханасының киләсәккә пландары, маҡсаттары, изге уй-хыялдары ла бихисап. Ә беҙ уларҙың тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ. Сөнки тап һеҙҙең ише тырыш, дәртле кешеләр - ауыл тотҡаһы!

 

Альбина Байегетова.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас