-11 °С
Болотло
Бөгөн йәғни 25 сентябрь - кешенән - кешегә ҡан ебәрелгән көн. Был хәл 1818 йылда була. Британ акушеры Джеймс Бланделл бәпәй тапҡандан һуң ҡаны туҡтамаған әсәгә иренең ҡанын алып ебәрә. Һәм ҡатын ҡотҡарыла.
Акушер быға тиклем дә кешеләргә ҡан ебәреп ҡараған була. Әммә барыһы ла уңышһыҙ була. Сөнки ул эттәрҙең ҡанын ҡуллана. Ҡатынды ҡотҡарғандан һуң ҡандың төрлө булыуы, кешегә кешенекен ебәреүе уңышлы булыуы аңлашыла.
Шулай ҙа ҡан ебәреү менән кешелек барлыҡҡа килгәндән алып ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, 1667 йылдың 15 июнендә Сорбонна профессоры Жан-Батист Дени 16 йәшлек егеткә бәрәстең ҡанын ҡоя. Һәм егет йүнәлеп китә. Шулай ҙа медицина өлкәһендә 25 сентябрҙе йәғни кешенән кешегә ҡан ебәрелгән көндө билдәләйҙәр.
Гүзәл Иҫәнгилдина.