Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Февраль 2022, 13:50

Кәрт һалдырып, 94К һум аҡсаһын юғалтҡан

  Беҙҙең герой ҙа шулай кәрт һалыусыға юлыға... һәм 94К аҡсаһын сығарып һалғанын һиҙмәй ҙә ҡала. 

Кәрт һалдырып, 94К һум аҡсаһын юғалтҡан
Кәрт һалдырып, 94К һум аҡсаһын юғалтҡан

Инстаграмм селтәрендә кешеләр аҡса эшләргә өйрәнеп алды. Шулай ҡоролған бында виртуаль тормош. Берәүҙәр аҡсаһын арттыра, икенселәре юғалта... 

Башҡортостандан булған был ҡатын да шулай уйламағанда 94 мең һум аҡсаһын инстаграм селтәрендәге ялған күрәҙәсегә сығарып һала. Ул үткәргән ритуалдан тормошо үҙгәрҙеме һуң? 

Тәтешле районынан Оксана инстаграмда үткән тура эфирҙы яратып ҡараған була. Шулай бер көн күрәҙәсегә барып юлыға. IT-сыхырсы кәрт һалып, һине ҡәйнәң үлемгә сихырлаған, ти. 

Был ҡурҡыныс күрәҙәнән ҡатындың ҡото оса. Сихырҙы тиҙ арала систерер кәрәк ине. Сихыр менән бергә Оксананың аҡсаһы ла картанан сиселә. Бер нисә көнгә һәм төнгә һуҙылған "мөғжизәле" ритуал хаҡы 94К барып баҫа. 

Ҡатындың тормошо үҙгәрҙеме? Үҙгәрҙе! Картаһында булған 94 мең һум аҡсаһы елгә, йәғни сихырсының картаһына осто. Ә былай? Юҡ буғай. Шул килеш ҡалды. Ә бына күрәҙәсе юҡ булды... 

Сығанаҡ: t.me/mash_batash 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: