Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабрь 2021, 18:10

Ауылыбыҙ ғорурлығы

"Иң мөһиме - кәрәкһеҙ урында ашыҡмаҫҡа..."-ти ул

Ауылыбыҙ ғорурлығы
Ауылыбыҙ ғорурлығы

Камил Нурәхмәт улы Һунарғолов 1961 йылдың 6 февралендә Флүрә һәм Нурәхмәт Һунарғоловтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлап, барлыҡ тормош юлын водитель һөнәре менән бәйләй. “Алға” колхозында төрлө машиналарҙа көн-төн тимәй командировкаларҙа, иген баҫыуҙарында, малға бесән әҙерләүҙә тир түгә. Ошо ауыл ҡыҙы Флүрә апайҙы кәләш итеп алып, ике улына, бер ҡыҙына ғүмер бүләк итәләр. Хәҙерге көндә Камил Нурәхмәт улы бәхетле ҡартатай ҙа.

Камил Һунарғолов Беренсе Этҡол мәктәбендә 2007 йылдан алып эшләй. Ошо дәүерҙә Камил ағай үҙ эшенең оҫтаһы, һәр уҡыусы, уҡытыусы менән уртаҡ тел таба белгән хеҙмәткәр булып танылды. Ул эшләй башлағандан алып мәктәп коллективы барыр еренә ышаныс менән сыға, имен-һау барып ҡайта. Ошондай ярҙамсыл, ғүмер юлын юлдар менән бәйләгән Камил Нурәхмәт улы быйыл районда үткәрелгән мәктәп автобусы водителдәре араһында һөнәри конкурста ҡатнашып, лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы.

Юлдарҙа бәлә-ҡазаһыҙ, ипле йөрөүенең серен һорағас, Камил Нурәхмәт улы йылмайып: “Иң мөһиме – кәрәкһеҙ урында ашыҡмаҫҡа. Ысын шофер ҡайҙа тиҙ барырға, ҡайҙа яйларға икәнлеген яҡшы белә. Шуға күрә яй ғына йөрөгән булып тойолған водителдәр ашыҡҡандарға ҡарағанда һәр саҡ алда һәм иң мөһиме – бәлә-ҡазаһыҙ барып та етә. Ә беҙгә – балаларҙы йөрөткән водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк”,-тип һөнәренең серҙәре һәм теләктәре менән уртаҡлашты.

Әлфирә АЗАМАТОВА, Беренсе Этҡол мәктәбе директорының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: