“Һәр көн иртән тулы стакан һалҡын һыу эсергә кәрәк. Ил башына, ғаилә башлығына, үҙеңә һаулыҡ теләп, исемеңде әйтеп “бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип, аяғүрә тороп баҫып эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың. Беҙҙең
ата-бабанан, борондан килә был йола. Һыу һинең теләкте ишетә, шуға гел изге теләк, һүҙ, юрау әйт”.