Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2021, 12:00

Үлеп терелгән бажа

"...- Нисек бар, шулай һөйлә тиҙерәк, атыу бында йәшен йәшнәй, йә атып ҡуйыр.- Эй, Хоҙайым, аҡылдан ғына яҙмаһам ярар ине. Ярты сәғәт элек бик насар хәбәр килде. Бажаң үлгән бит, - тип һыңҡылдап илай балдыҙым.Сәстәр үрә тора яҙҙы. Кисә кис кенә минең менән кеткелдәй-кеткелдәй хәбәр һалдырып ултырған бажам нисек инде үлһен ти?!- Нисек үлгән? Ни булған һуң уға?- Үлгән дә ҡуйған. Ни булғанын белмәйем. Бая моргтан хәбәр иттеләр килеп алығыҙ тип..."

Әлфиә Бикташева
Үлеп терелгән бажа
(Булған хәл)
Ҡыҙыу бесән өҫтө. Бакуй-бакуй теҙелеп ятҡан кипкән бесәндән төрлө сәскә, еләк еҫтәре аңҡый, сиңерткәләр сырылдай, ҡоштар күңелгә рәхәтлек биреп сутылдаша.
Тыныслығы менән ҡыуандырып торған томра көн ҡапыл, яман холҡон күрһәтеп йөҙө боҙолған килендәй, үҙгәреп китте. Көнъяҡ-көнсығыштан көслө ел күтәрелде. Ҡап-ҡара болоттар ҡалҡып сыҡты ла “ялт-йолт” итеп йәшен йәшнәй башланы. Ҡара болоттар, ҡара еләнен елберҙәтеп, сыбыртҡыһын шартлатып сабып килгән һыбайлы кеүек ҙур тиҙлектә был яҡҡа ыңғайланы.
Мин ҡатыным Сания менән йән-фарман күбә эшләп йөрөйөм. Ямғырға тиклем бесәнде йыйып өлгөрөргә кәрәк. Ҡатынымдың кеҫәһендә ятҡан “сотигы” беҙҙең хәлде аңламай “тез” дә “без” килеп теңкәгә тейә башланы. Әҙгә генә туҡтап тора ла: “Алығыҙ инде мине!” тигән кеүек тағы тезелдәргә тотона. Ҡатын бер генә минутҡа туҡтап телефонға күҙ һалды ла: “Һеңлем Гөлсәсәк шылтырата. Хәҙер һөйләшмәйем, күп лапылдай торған. Һөйләшергә биш сәғәт кәрәк буласаҡ. Ваҡыт юҡ!” – тип телефонын кире кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
Ен шикелле эшләйбеҙ. Һәнәк остары ялт-йолт итеп ҡала. Ә телефон “нишләп кенә алмайһығыҙ, бәлки бик кәрәккә шылтырайымдыр” тигәндәй, йыш-йыш оҙаҡ итеп тызылдауын белә. “Уның ҡайғыһы юҡ. Ваҡыт ҡәҙерле, ва-а-а-ҡыт. Ямғырға тиклем өлгөрәбеҙме-юҡмы әле” тип уйлауым булды, баш осонда “даһы-ы-ыр” итеп күк күкрәп тә ебәрҙе.
-Ҡуй, Сания, йүгер машинаға, - тинем дә, һәнәктәрҙе ҡайын төбөнә бырғатып, үҙем дә машина яғына элдерттем.
Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Машина башында тамсылар ҡотороноп бейешергә тотондо. Телефоным машинала ҡалған икән дә. Кемдер миңә шылтырата, телефон ҡош булып һайрай – уның тауышы шулай. “Йәшен атып ҡуймаһын, һүндерәйем дә ҡуяйым”, - тип телефонға тотонғайным, иҫ китте: балдыҙым Гөлсәсәк миңә егерме мәртәбә шылтыратҡан! Бындай мәлдә йәшендән өркөп ултырып булмай бит инде, тимәк, ниндәйҙер хәл булған. Юҡҡа ғына балдыҙ икебеҙгә лә бер туҡтауһыҙ шылтыратып тормаҫ ине.
Алдым телефонды. “Әлеү, һаумы, балдыҙ”, тигән булам. Трубканан ныҡ тулҡынланыуҙанмы тауышы үҙгәреп киткән балдыҙҙың һүҙҙәре ишетелде: “Ай, Алла, ни генә эшләйем икән, ни генә эшләйем икән, донъям емерелде бит...”.
Мин аптырауға ҡалдым:
- Ни булды һуң, балдыҙ, аңлатып һөйлә әле.
- Уй, у-у-уй, дальше ҡалайтып ҡына йәшәйем икән, еҙнәй? Ҡояшым һүнде бит, ҡояшым, - тип иңрәй балдыҙ.
- Һин һәйбәтләп аңлата алаһыңмы, юҡмы? – тип ҡатыраҡ өндәшәм. - Магнитта ер тетрәнеме әллә?
- Унан да насарыраҡ хәл, еҙнәй. Нисек аңлатырға ла белмәйем.
- Нисек бар, шулай һөйлә тиҙерәк, атыу бында йәшен йәшнәй, йә атып ҡуйыр.
- Эй, Хоҙайым, аҡылдан ғына яҙмаһам ярар ине. Ярты сәғәт элек бик насар хәбәр килде. Бажаң үлгән бит, - тип һыңҡылдап илай балдыҙым.
Сәстәр үрә тора яҙҙы. Кисә кис кенә минең менән кеткелдәй-кеткелдәй хәбәр һалдырып ултырған бажам нисек инде үлһен ти?!
- Нисек үлгән? Ни булған һуң уға?
- Үлгән дә ҡуйған. Ни булғанын белмәйем. Бая моргтан хәбәр иттеләр килеп алығыҙ тип...
- Әстәғәфирулла, - тип тамам аптырауға ҡалдым. Сания ла миңә ҡарап асҡан ауыҙын да ябырға онотоп ултыра.
- Кисә эскән инеме әллә? – тип һорайым.
-Ю-ю-юҡ, үткән айҙағы запойҙан һуң эскәне юҡ ине әле. Эшкә лә күңелле генә һыҙғырып сығып китте. Бөгөн бер бизнесмендың коттеджында баҫҡыстарын эшләп бөтһәм, 100 мең һум аҡса алып ҡайтам, тигәйне...
- Бына бер ғиллә, бына аптыраҡ, - тим ни әйтергә белмәй.
- Хәҙер нимә эшләйем икән? Башым ҡатты. Кәңәш бирегеҙ миңә, - тип үтенә балдыҙым.
- Ни эшләйһең инде, барып алырға кәрәк. “Газел”егеҙ бар бит. Дүрт улың бар. Өсәүһен аталарын алырға ебәр, береһе мулла артынан барһын. Ҙур таҙа простыня алырға онотмағыҙ ,төрөп һалырға кәрәк булыр...
- Ярай, еҙнәй, - ти балдыҙ үкһей-үкһей.
Ә ямғыр ҡоя ғына. Беҙ ҙә батҡаҡҡа әйләнгән юлдан бата-сума ҡайтырға сыҡтыҡ, ҡатын менән аптырашып-уфтанышып барабыҙ. Ҡатын бигерәк ҡайғыра кейәүенең үлеменә: “Илле йәше лә тулмаған бит әле. Дүрт улын кеше итергә кәрәк. Ни эшләр инде Гөлсәсәк?” – тип һеңлеһен йәлләй.
- Шулай шул, - тип мин дә уға ҡушылам. - Былай булғас, ҡайтыу менән әҙерләнә һалып Магнитҡа сығырға тура килер инде...
Ҡайтып еттек тигәндә тағы шылтыраталар. Әпәт балдыҙ икән:
-Уй, еҙнәй, ни эшләйем икән, ҡайтып етеп киләләр бит. Ҡайҙа итәйем... мәйетте, ҡайҙа һалайым? Уф, Алла! Бына ғибрәт! – тип аптырана балдыҙ.
- Һуң нисек ҡайҙа итәһең? Залығыҙға иҫкерәк булһа ла балаҫ түшәгеҙ ҙә шунда улдарың күтәреп индереп һалһын. Аяҡтарын ҡиблаға ҡаратып һалығыҙ. Сепрәген асып йөҙөн ҡара, күҙен йомдорғандармы икән? Йомдормаһалар, күҙенә бармаҡтарыңды ҡуйып йомдор, - тип белгәнемде өйрәтәм.
Ошонан һуң телефон ярты сәғәттәй “ял итеп” торҙо ла тағы һайрап ебәрҙе. Әлеге лә баяғы балдыҙ шылтырата.
-Алло, еҙнәй, һөйөнсө! Рәхмәт инде һиңә! – Бая ғына ҡаңғырып илаған балдыҙҙың тауышы был юлы көр ишетелә.
-Аһ-аһ, был нимә? Розыгрышмы әллә? То үлгән, то һөйөнсө, то рәхмәт... Балдыҙ, әллә аҡылдан яҙып бараһың инде? – тип аптырауымдан ҡысҡырып ебәрҙем.
-Юҡ, юҡ, - ти балдыҙым. – Бажаң үлмәгән икән...
Балдыҙ һөйләүенсә хәл былай булған.
Улдары мәйетте һаҡ ҡына күтәреп залдағы балаҫҡа индереп һалалар. Илауҙан хәле бөткән Гөлсәсәк, еҙнәһенең кәңәшен тотоп, мәйеттең йөҙөн асып ҡарарға була. Күҙҙәре асыҡ булһа, йомдорорға уйлай инде. Асып ҡарауы була, саҡ иҫен юғалтмай: унда ире Сабит түгел, ә бөтөнләй ят ир ята! Бисара ҡатын көс-хәлгә артына сигенә барып, иҙәнгә лап итеп ултыра төшә. Аптырап ҡалған улдарына: “Ул ... атайығыҙ түгел”, - тип саҡ әйтә ала. Улдары ни ышанырға, ни ышанмаҫҡа белмәй үлектең йөҙөнә текәләләр. Эйе, ысынлап та, был бөтөнләй сит кеше булып сыға. Улдарының да йөҙө асылып китә. Мәйетте, тиҙ генә машинаға һалып, ҡабаттан моргҡа алып китәләр.
Машина ҡуҙғалып китеүгә ике-өс минут та үтмәй, ауыҙы ҡолағына еткән Сабит ҡайтып инә. Алтын ҡуллы шул бажам! Магнитта бай әҙәмдәрҙең өйөндә икенсе ҡатҡа менер өсөн ағастан һырлап-биҙәкләп баҫҡыстар эшләй ул. Әле сираттағы эшен тамамлап ҡайтҡан да, бер ҡулына конверт менән йөҙ мең һум аҡса, икенсеһенә бер ярты араҡы тотоп, иһаһайлап баҫып тора икән. Көлөрһөң дә, иларһың да, ҡыҙыҡ был донъя!
Моргта булған икән яңылышлыҡ. Хәл былайыраҡ була. Балдыҙымдың бер танышы дауаханала санитарка булып эшләй икән. Моргҡа килтерелгән ирҙең исем-шәрифен журналға теркәгән саҡта ишетеп ҡала ла был, аңын-тоңоң ҡарап тормай Гәлсәсәккә хәбәр итә һала. Исем-фамилияһы ла, атаһының исеме лә тап килгәс, шок хәлендәге малайҙар мәйеттең йөҙөн асып ҡарарға йөрәктәре етмәй алып ҡайта ла китәләр. Үәт әй, ундай хәл дә була икән тормошта...
Беҙ ҙә ҡатыным менән эштең шулай тамамланыуына шат инек. Берҙән, бажа тере, икенсенән, иртәгәһе көнгә Әбйәлилгә туйға саҡырылғанбыҙ. Юғиһә, туй урынына похоронға китергә тура килер ине бит. Оҙон ғүмерле булһын инде бажам.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: