1 — Һеҙ – күңелегеҙҙә ғәскәр башлығы. Көслө характер һәм еңеү теләге көсөгөҙҙө арттыра. Ауыр хәлдә юғалып ҡалмайһығыҙ, нимә эшләргә беләһегеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшәһегеҙ.
2 — Нескә күңелле һәм тыныс кешеһегеҙ, һәр коллективта ла үҙ кеше булаһығыҙ. Һеҙҙе дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ йомшаҡ холҡоғоҙ һәм изге күңелегеҙ өсөн ярата. Низағлашҡан, дошманлашҡан яҡындарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе килештереү һәләтенә эйәһегеҙ.
3 — Сағыу һәм ижади шәхесһегеҙ, быны белһәгеҙ ҙә, танау сөймәйһегеҙ, ә ҡайҙа ла еңел һәм күңелле итеп аралашаһығыҙ. Һеҙҙәге юмор хисенә көнләшерлек. Гел иғтибар үҙәгендәһегеҙ.
4 — Практик кешеһегеҙ, күп эшләргә күнеккәнһегеҙ һәм яратаһығыҙ. Шөғөлөгөҙ һеҙгә ҡәнәғәтлек бирә, уны яратмауҙы күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Һеҙҙең уйлап, эҙмә-эҙлекле эш итеүегеҙ карьерағыҙҙа ла, шәхси тормошоғоҙҙа ла ярҙам итә.
5 — “Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр” – был һеҙҙең тормош девизығыҙ. Ҡыҙыҡлы маҡсатҡа өлгәшер, тормошоғоҙҙоң аҫтын өҫкә әйләндерер өсөн бөтәһенә лә ризаһығыҙ. Был һеҙҙе әллә ни ҡыйынһындырмай. Тыныс ҡына йәшәүҙе хуп күрмәйһегеҙ.
6 — Һеҙ – ҡатып бөткән прагматик. Һеҙгә башҡарған эшегеҙҙе һәм уның эҙемтәләрен яҡшы белергә кәрәк. Хатта шәхси тормошта ла башығыҙҙы юғалтмайһығыҙ. Әгәр ҙә бизнес стратегияһының бер өлөшө булмаһа, "һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах" тигән әйтем һеҙгә тап килмәй.
7 — Һеҙгә яңынан-яңы белем алыу оҡшай. Үҙегеҙҙең ниндәйҙер ҡыҙыҡлы шөғөлөгөҙҙө, эшегеҙҙе етәкләй, кешеләргә етәкселек итә алаһығыҙ. Ҡайһы саҡта үтмәҫ игәү кеүекһегеҙ – һәр бер ваҡ-төйәккә бәйләнәһегеҙ, уның ҡарауы, эшегеҙ ҙур теүәллек менән алға бара.
8 — Һеҙ аҡса эшләй беләһегеҙ һәм яратаһығыҙ. Хатта проблемалы осраҡта ла, уны нисек хәл иткәндә файҙа алырға булыр икән, тип уйлайһығыҙ.
9 — Һеҙ – романтик, тормоштоң практик яғы үҙегеҙҙе бошондора. Шуға ла көндәлек мәшәҡәттәрегеҙҙе хәл итер өсөн көслө партнер кәрәк. Ә яуап итеп, һеҙ уны яратасаҡһығыҙ, илһамландырасаҡһығыҙ.
11 — Лидерһығыҙ, бер урында тапанып тора белмәйһегеҙ һәм теләмәйһегеҙ. Бер өлкәлә бейеклекте яулағас, икенсе йүнәлешкә иғтибар итеп, унда ла уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Һеҙҙең артығыҙҙан эйәрәләр, сөнки башҡаларҙы дәртләндерә, рухландыра беләһегеҙ.
22 — Һеҙ теләһә ниндәй процесты ойоштора, тирә-йүндәгеләргә маҡсаттарығыҙҙы һәм бурыстарығыҙҙы аңлайышлы итеп нигеҙләй алаһығыҙ. Шулай уҡ изге күңелле, ярҙамсыл кешеһегеҙ.
33 — Педагогик талант – һеҙҙең төп сифатығыҙ. Уҡытыусы булмаһағыҙ ҙа, тәбиғәттән бирелгән һәр кемдең күңеленә асҡыс табыу, кәрәкле нимәне аңлатыу оҫталығы бар. Һеҙҙең менән аралашыуы еңел.