Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Март 2021, 08:20

АУЫЛ ХАЛҠЫНЫҢ ҺАУЛЫҒЫН ХӘСТӘРЛӘП

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында республиканың алыҫ райондарында һәм ауылдарҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы сифатын күтәреү саралары тикшерелде. Ултырышты Премьер-министр Андрей Назаров алып барҙы.
Ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, кешеләр сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тип билдәләне ул.
– Ҡалаларҙа, барыбыҙ ҙа аңлауыбыҙса, медицина ярҙамы кимәле юғарыраҡ. Ләкин беҙ республиканың бөтә халҡы ла уны бер тиң алыуына ынтылырға тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әлеге мәлдә ауылдарҙа тәүге медицина-санитар ярҙамды 51 үҙәк район дауаханаһы, 26 участка һәм 17 ҡала дауаханаһы, 194 табиплыҡ амбулаторияһы, 35 күсмә һәм 2074 стационар фельдшер-акушерлыҡ пункттары күрһәтә.
Быйыл республикабыҙ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашыра башланы. 2021 йылдан 2025 йылға тиклем 533 һаулыҡ һаҡлау объекты (1 үҙәк район дауаханаһы, 10 поликлиника, өс участка дауаханаһы, 21 дөйөм практика табибы офисы, 42 табиплыҡ амбулаторияһы, 456 ФАП) төҙөлөргә тейеш. 70 объектта капиталь ремонт үткәреләсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы табиптарҙың күсмә ҡабул итеүен ойоштороуға ла етди иғтибар бирә. Шул маҡсатта "Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы уҙғарыла. Быйыл ул 19 апрелдә башланасаҡ.
Читайте нас: