Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Март 2021, 15:10

Беҙ - аҡ үлемгә ҡаршы!

Үлем менән һатыу итеүселәр хаҡында ҡайҙа хәбәр итергә? Телефон һандарын һаҡлағыҙ.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы республика халҡын Бөтә Рәсәй акцияһына әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

26 мартҡа тиклем Рәсәйҙә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу һәм уларҙы медицина тәғәйенләнеүе буйынса ҡулланыуҙы иҫкәртеүҙә йәмәғәтселекте йәлеп итеү маҡсатында “Наркотиктарға юҡ!” акцияһы ойошторола.

Тәртип һаҡлау органдары граждандарҙың ситтә ҡалмауын һәм был тәңгәлдәге енәйәтселәргә ҡаршы көрәштә өлөш индереүҙәрен һорай. Наркотик матдәләрҙе әҙерләү, ҡулланыу, һаҡлау һәм һатыу осраҡтары, притондарҙың урыны тураһында мәғлүмәтте Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында (www.02.мвд.рф) “Наркотиктарға юҡ” ҡушымтаһында, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡала һәм райондар буйынса бүлексәләренең дежур часы телефонына хәбәр итергә мөмкин. Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан килгән барлыҡ мөһим мәғлүмәтте тиҙ-арала тикшерәсәк.

Акция барырышында республика халҡы наркотиктарҙы һатыу һәм ҡулланыу урындары тураһында хәбәр итеп кенә ҡалмайынса, шулай уҡ махсус телефон бәйләнеше аша (бушлай) дежурлыҡ алып барған белгестәргә һорау ҙа бирә ала. Уның өсөн түбәндәге телефон һандары аша мөрәжәғәт итергә:

- 1-се Республика наркология диспансеры: (347) 266-03-88; көн һайын эш ваҡытында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем шылтыратырға;

- «Ышаныс телефоны» Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы: 8-800-7000-183, тәүлек әйләнәһенә.

- Республика нарктотик матдәләр ҡулланған бәлиғ булмағандарҙы психологик-педагогик реабилитациялау һәм коррекциялау үҙәге: (34765) 2-76-06, көн һайын эш ваҡытында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем;

- Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты: (347) 253-13-38, көн һайын эш ваҡытында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем;

- Өфө ҡалаһының “Индиго” ҡала психологик-социаль оҙатыу үҙәге: (347) 223-22-11, тәүлек әйләнәһенә.

- Баймаҡ эске эштәр бүлегенең енәйәт эштәре бүлеге начальнигына 89997426329 йәки 2-16-54 һандары буйынса дежур бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Наил Булатов,

Енәйәт эштәре бүлеге начальнигы.

Читайте нас: