Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март 2021, 08:38

Тағы ла юлдар ябылды

Юлда саҡта һеҙгә ярҙам кәрәк булһа, ниндәй телефондар аша мөрәжәғәт итергә? Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һауа торошоноң ҡар-бураны тағы ла юлдарҙы сикләргә мәжбүр итте. Кисә киске сәғәт 7-нән алып 11 марттың иртәнге сәҫәте 9-ға тиклем Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлында (1+325 – 25+400 километрҙа) бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү ваҡытлыса сикләнде. Бик тә кәрәк булмаған осраҡта өйҙә ҡалыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Ә шулай ҙа юлда булып та, ярҙам кәрәк булған осраҡта, түбәндәге телефон һандары аша шылтыратырға мөмкин:
Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны – 112.
“Урал буйы” идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-917-046-79-53.
Өфө ҡалаһындағы Коммуналь хужалыҡ идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-347-273-39-94.
Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте телефоны – 8-927-955-11-00.
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Читайте нас: