Элек атайымдың баласағында булған хәл тураһында һөйләп үтергә теләйем.
Атай-олатайҙар ҙуғышҡа китеп бөткән. Бер мәл атайым балалар менән тышта эңерҙә уйнап йөрөгән. Шул кистә ул ауырып киткән. Ләз ятҡан, бер тирләй, бер яна икән. Ҡысҡырып, һаташа башлай. “Китегеҙ, мине алып китмәгеҙ”, тип ҡысҡырып нимәнелер ҡыуа икән. Төн уртаһы етһә, тороп сыға ла китә ти тышҡа.
Бер аҙна тирәһе шулай ҡабатланған, йүнәлә алмаған. Шул ваҡыт ауылда им-томға шәп өшкөрә торған бер инәйгә әйткәндәр. Ул эңер төшөп барған мәлдә килеп, доғалар уҡып, өшкөрә башлаған. Ләкин нимәлер уға доға уҡырға бирмәй икән, ҡолап китә ти. Посудалар төшөп ярыла башлай, кемдеңдер сеңләгән, илаған тауыштары ишетелә. Ләкин инәй уға ҡарамай, доғалар уҡып, өшкөрөп бөтөп ҡуйған. Һуңынан ул атайымдың ҡулына нимәлер тоттороп, юл буйлап барырға һәм тотторған нәмәләренең береһен һул яҡҡа, икенсеһен уң яҡҡа ташларға, һәм ҡайтҡан ваҡытта ниндәй генә тауыштар ишетелһә лә артҡа боролоп ҡарамаҫҡа ҡуша.
“Ысынлап та, ул ваҡытта көс-хәл менән сығып киттем. Кире әйләнеп ҡайтҡанда, артта әллә ниндәй тауыштар ишетелә башланы, арба менән берәү өҫкә менеп килгән һымаҡ, исемемде әйтә, мине көт, тип ҡолағыма бышылдап, үтенеп һораған кеүек. Әйләнеп ҡарағым килһә лә түҙҙем”, - тип һөйләне атайым. Шул ҡайтыуҙан ятып йоҡлай һәм иртәгеһенә һин дә мин һикереп тороп китә. Ауырыуы һыпырып алған кеүек була. Ә бер нисә көндән теге инәй вафат була.
Сығанаҡ: "Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.