Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Ғинуар 2021, 02:00

Яҡын кәңәшсең, сер бүлешер дуҫың...

Ейәнсурала тыуып, Баймаҡты үҙ иткән был ханым һис шикһеҙ бәхетле. Ул бында һөйөклөһөн, яратҡан эшен, яҡын дуҫтарын, тормош мәғәнәһен таба. Һүҙ – РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы Арыҫланова тураһында.

Миңзәлә Ейәнсура районының Сәғит ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә. Шаулы онотолмаҫ студент йылдарында тормош юлдашын, – Баймаҡ егете Ҡаһарман Мазһар улын осрата. Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай ғаилә ҡора.
Уҡыуҙы тамамлағас йәш белгестәр Иҫке Сибай урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Дүрт йылдан һуң ғаилә башлығын Калинин мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. 1978 йылда Арыҫлановтар Беренсе Этҡолға – атай нигеҙенә ҡайтып төпләнә һәм урындағы мәктәпкә эшкә төшә. Үҙенең ҡыйыу фекерле, идеяларға бай булыуы менән айырылып торған, үҙ-үҙенә талапсан тәбиғәтле, тырыш уҡытыусыны коллегалары ла, балалары ла, ата-әсәләр ҙә берҙәй хөрмәт итәләр.
1993 йылда Беренсе Этҡолда Республика компьютер лицей-интернаты асыла. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы конкурс шарттарын уңышлы үтеп, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары итеп ҡуйыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был лицей-интернат районда беренселәрҙән булып Президент грантына эйә була. Бында, һис шикһеҙ, коллективтың да, етәкселектең дә, уҡыусыларҙың да өлөшө ҙур.
Арыҫлановтар ғаиләһендә Салауат, Юлай, Азамат исемле өс ул ҡанат нығыта. Әле улдары себер тарафтарында эшләйҙәр. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән мул, етеш тормошта йәшәйҙәр. Үҙ ырыуының шәжәрә ебен өҙмәйҙәр: ул-ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл халҡы әҙерләгән концерттарҙа моңло тауышы менән тамашасыларҙың рухи һыуһынын ҡандыра. Кәңәш кәрәкһә – яҡын кәңәшсең, яңғыҙ булһаң – сер бүлешер дуҫың да ул. Абруйлы мәғариф ветеранын баймаҡтар үҙ итә, яҡын күрә, рухлы, кешелекле, ихлас һәм ярҙамсыл шәхес булараҡ хөрмәт итә.
Ошо көндәрҙә Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй. Ғүмер миҙгелеңдең матур байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ныҡлы һаулыҡта, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Хөснә Рыҫбаева, Әлфиә Хисмәтуллина,
мәғариф ветерандары.
Читайте нас