Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабря 2020, 21:00
Йәйҙең бер көнө бит ул!
– Өйҙәме һеҙ? – Юҡ, еләктә... Юҡ, бәшмәктә... Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта өйҙә нисек кенә ултырып сыҙаһын инде Зәйнәп һәм Марс Нурғәлиндар. Ауыл ерендә аҡса эшләү юлын һәр кем төрлөсә таба. Ә бына Нурғәлиндар өсөн табыш алыу ысулы еләк-емеш, бәшмәк йыйып һатыу.
“Был кәсепкә ҡасан тотонғаныбыҙҙы ла иҫләмәйбеҙ инде”, – тиҙәр улар. Икеһе лә ваҡытында совхозда эшләй. Аҙаҡ Зәйнәп апай һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Өйҙә эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәгән уңған ҡатын Өолсора ауылында “Колибри” цехы асылыу менән тегенсе булып эшкә сыға. Бер йыл элек Билалда теген цехы асылғас, күп тә уйламай, эшкә шунда ҡайта. Үҙ эшенең оҫтаһы булыуын хужалар ҙа күрмәй ҡалмай, әлбиттә. Йыл йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы тегенсе” исемен яулай. Тормош иптәше Марс совхоз тарҡалғас шәхси машинаһында халыҡҡа такси хеҙмәте күрҙәтә. Шул арала еләк-емеш йыйып һатырға ла өлгөрә улар. “Йыбанмай ғына йөрөһәң мул табыш алырға мөмкин”, – тиҙәр ауылдаштарым.
– Бөгөнгә тиклем йөҙ меңлек табыш алдығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Алмай әллә, алдыҡ, еләк-емеш уңған йылды бер йылда ғына алтмыш, етмеш мең эшләйбеҙ, – тиҙәр бер тауыштан.
Күптәр улар хаҡында, анһат аҡса эшләйҙәр, иртәнсәк барып йыялар ҙа әҙер еләкте баҙарға сығара ла һаталар, тиҙәр. Башҡалар кеүек мин дә бөгөнгә тиклем шулай уйлай инем. Беҙ уйлағанса анһат ҡына түгел икән аҡса эшләүе. Күпме тырышлыҡ, түҙемлек, сослоҡ кәрәк. Ошо сифаттарҙың барыһы ла булған өсөн еләк-емеш һатыу эшенә тотонған да инде ауылдаштарым.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"